Вконтакте facebook facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Кешеләр яңы поликлиника көтә

Төҙөләсәк медицина учреждениеһы хеҙмәтләндереү кимәлен бермә-бер күтәрәсәк.

Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров эш башлауының тәүге көндәренән һаулыҡ һаҡлау өлкәһенә, атап әйткәндә, дауалау сифатын яҡшыртыу, яңы поликлиникалар төҙөү, сираттарҙы кәметеү, район һәм ҡала дауаханаларын белгестәр һәм заманса ҡорамалдар менән тәьмин итеү мәсьәләләренә етди иғтибар йүнәлтте. Иглин районының үҙәк дауаханаһы ҡарамағындағы поликлиника коллективы һәм ошонда хеҙмәтләндерелгән халыҡ өсөн дә был һорауҙар бик көнүҙәк яңғырай.

Көнөнә 600 пациентты ҡабул итеүгә иҫәпләнгән медицина учреж­дениеһы, дөйөм алғанда, 62 мең­дән ашыу кешене хеҙмәтләндерә.
– Әлбиттә, был беҙҙең өсөн ҙур көсөргәнеш тыуҙыра. Эш ике сменала, иртәнге сәғәт 8-ҙән киске 8-гәсә, ойошторолған. Участка терапевтарына мохтажлыҡ кисерәбеҙ, ә тар йүнәлештәге белгестәр менән тәьмин ителгәнбеҙ, – тип һөйләне поликлиника мөдире Ираида Салауатова.

Быйыл “Ауыл табибы” програм­маһына үҙгәрештәр индерелеү сәбәпле, Иглин районы баш ҡалаға яҡын урынлашҡанлыҡтан, унда ҡат­нашыу хоҡуғынан мәхрүм ҡал­ды. “Быға тиклем проект сиктә­рен­дә беҙгә бихисап йәш белгес эшкә килгәйне. Әле ундай мөмкинлектән ҡуллана алмауыбыҙ бер аҙ күңелде ҡыра, әлбиттә”, – тине Ираида Леонидовна.

Был мәсьәлә урындағы хакимиәт етәкселегенең дә иғтибар үҙәгендә тотола.
– Беҙҙә вакансиялар күп. Әлеге көндә поликлиникаға – 26, район дауаханаһына дүрт белгес талап ителә. Шуға күрә республиканың Һаулыҡ һаҡлау министрлығынан Иглин районын “Ауыл табибы” һәм “Ауыл фельдшеры” программаларына яңынан индереүҙе һораясаҡ­быҙ, – тип белдерҙе хакимиәт башлығы Ғафуан Шәйхетдинов.

Эштең ауырлығына, көсөргәнеш­легенә ҡарамай, поликлиника етәкселеге ауырыуҙарҙы ҡабул итеүҙе, беренсе ярҙам күрһәтеүҙе мөмкин тиклем ойошҡаныраҡ, халыҡ өсөн уңайлыраҡ итергә тырыша. Мәҫәлән, диспансерлаштырыу үткән пациенттар өсөн айырым медицина иҫкәртеү бүлмәһе булдырылған. Хәҙер улар барлыҡ белгестәргә бер урында күренеү мөмкинлегенә эйә, оҙон сираттарҙа тормай, башҡа ауырыуҙар менән аралашмай. Электрон сират, табип­тарға онлайн яҙылыу ҙа хеҙмәт­ләндереүҙе ябайлаш­тырыуға, тиҙләтеүгә булышлыҡ иткән.

Дауахана һәм поликлиника етәкселеге медицина ҡорамал­дарын яңыртыу тураһында ла даими хәстәрлек күрә. Быйыл 6,7 миллион һумлыҡ флюорография аппараты һәм 7,4 миллион һумға торошло маммограф алынған.

– Яңы ҡорамалдарға күптән мохтажлыҡ кисерә инек. Мәҫәлән, һанлы флюорограф күкрәк ҡыуыш­лығындағы ағзаларҙы – үпкәләрҙе, йөрәкте диагностикалау мөмкин­леге бирә. Шулай уҡ һүрәткә тө­шөрөү ярҙамында һөйәк туҡы­малары ағзаларының – умырт­ҡаның, ҡабырғаларҙың торошон тикшерә, күкрәк ҡыуышлығындағы, танауҙағы, баш һөйәгендәге тайпылыштарҙы билдәләй алабыҙ, – ти рентген бүлексәһе мөдире Фәһим Хисмәтуллин. – Бөгөн ил күләмендә лә, төбәгебеҙҙә лә онкология сирҙәре, айырыуса ҡатын-ҡыҙҙарҙың түш биҙҙәре яман шеше артыуы бер кемгә лә сер түгел. Ошондай шарттарҙа маммограф беҙ­гә күптән кәрәк ине. Ул түш биҙҙәре яман шешен иртә диагнос­тикалауға булышлыҡ итәсәк.

Бүлексә хеҙмәткәрҙәре – табип-рентгенолог Илгиз Шәңгәрәев, рентген-лаборанттар Ольга Булыцына һәм Ольга Әхмәрова ла яңы ҡорамалдарҙың мөмкинлеген юғары баһалай.

Поликлиника хеҙмәткәрҙәре лә, район халҡы ла Иглинда тағы бер поликлиника төҙөү зарурлығын билдәләй. Әле был тәңгәлдә эштәр башланып тора: төҙөлөп ятҡан мәктәп янынан бер гектар ярым ер бүленгән. Яңы медицина учреж­дениеһы көнөнә 900 кешене ҡабул итеүгә иҫәпләнәсәк тип күҙаллана. Проектҡа ярашлы, унда айырым ололар һәм балалар бүлексәләре, стоматология һәм ҡатын-ҡыҙҙар консультацияһы буласаҡ.

– Ысынлап та, Иглин халҡы яңы поликлиникаға күптән мохтаж. Республика етәкселегенең һаулыҡ һаҡлау өлкәһенә етди иғтибар бү­леүе беҙҙең дә күңелдә өмөт уятты. Ул саҡта сираттар ҙа, табип­тарға төшкән көсөргәнеш тә кәмер ине, – ти табипҡа күренергә килгән хеҙмәт ветераны Зөлфиә Байморатова.

Әлеге ваҡытта райондың үҙәк да­уаханаһының стационар бүле­ген­дә капиталь ремонт эштәре дауам итә. 1985 йылда төҙөлгән бина ошоғаса бер ҙә яңыртылмаған. Дауахананың яңы төҫ алыуы, бер нисә миллион һумға торошло медицина ҡорамалдары ҡайтары­лыуы – әлбиттә, маҡтауға лайыҡ күренештәр. Шуларға өҫтәп яңы поликлиника төҙөлһә, Иглин халҡы ла, табиптар ҙа иркен тын алыр ине.



Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ
Комментарий өҫтәргә






Диспансерлаштырыу ни өсөн кәрәк?

Диспансерлаштырыу ни өсөн кәрәк? 21.01.2019 // Сәләмәт булайыҡ

Һаулыҡ мәсьәләһендә шаярыу урынһыҙ – кеше тормошондағы иң кәрәкле ғәмәл булараҡ, уны һаҡлау һәм...

Тотош уҡырға 41

Реалистар оҙағыраҡ йәшәй

Реалистар оҙағыраҡ йәшәй 18.01.2019 // Сәләмәт булайыҡ

Юмор һәм оптимизм тойғоһо ғына йәшәү оҙайлығын арттырмай, ти тикшеренеүселәр....

Тотош уҡырға 47

Йәйен дарыуҙарҙың тәьҫире кәмей

Йәйен дарыуҙарҙың тәьҫире кәмей 18.01.2019 // Сәләмәт булайыҡ

Дарыу төймәләренең һауыҡтырыу көсө уның төп тәьҫир иткән матдәһенә бәйле....

Тотош уҡырға 48

Шатлана ла белергә кәрәк

Шатлана ла белергә кәрәк 18.01.2019 // Сәләмәт булайыҡ

Беҙҙең бөтә тормошто өҙлөкһөҙ ваҡиғалар ағышы, эш-мәшәҡәттәр көсөргәнеше, үҙгәрештәр, яңылыҡтар,...

Тотош уҡырға 50

Ҡартайғың килмәһә, күп ашама

Ҡартайғың килмәһә, күп ашама 17.01.2019 // Сәләмәт булайыҡ

Калифорния ғалимдары бик күп тикшеренеүҙәрҙән һуң ашауҙы сикләүҙең сәләмәтлеккә ыңғай тәьҫир итеүен...

Тотош уҡырға 77

Нисек йоҡлайһың?

Нисек йоҡлайһың? 15.01.2019 // Сәләмәт булайыҡ

Психологтар фекеренсә, кешенең йоҡлау рәүеше уның характер үҙенсәлектәрен, психологик халәтен,...

Тотош уҡырға 134

Ялғандың ямауы юҡ

Ялғандың ямауы юҡ 15.01.2019 // Сәләмәт булайыҡ

Хәүефле “дарыу”ҙарға ҡаршы көрәш көсәйә....

Тотош уҡырға 89

Күңел йылынып ҡалды

Күңел йылынып ҡалды 11.01.2019 // Сәләмәт булайыҡ

Табиптар “Башҡортостан”ды уҡый....

Тотош уҡырға 162

Ауылдың – йәме,  халыҡтың – һаулығы

Ауылдың – йәме, халыҡтың – һаулығы 11.01.2019 // Сәләмәт булайыҡ

Балтас районының Штәнде ауылында “Ауыл биләмәләрен тотороҡло үҫтереү” федераль маҡсатлы программаһы...

Тотош уҡырға 108

Ир-ат күберәк йоҡтора

Ир-ат күберәк йоҡтора 10.01.2019 // Сәләмәт булайыҡ

Былтыр енси юл менән таралған йоғошло сирҙәргә дусар булған кешеләр һаны унан алдағы йыл менән...

Тотош уҡырға 110

Кем ул Ғүмәр Ҡыуатов?

Кем ул Ғүмәр Ҡыуатов? 08.01.2019 // Сәләмәт булайыҡ

Тарих биттәренә күҙ һалыу һәммәбеҙгә лә фәһемле....

Тотош уҡырға 84

Баш ҡалаға барыу кәрәкмәй

Баш ҡалаға барыу кәрәкмәй 04.01.2019 // Сәләмәт булайыҡ

Сибайҙа ла катаракта сиренә операция эшләнә....

Тотош уҡырға 106