Вконтакте facebook facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Халыҡ аҡылын туплаған хеҙмәт

Ни өсөн башҡорттар зәңге ауырыуына бирешмәгән?

Медицина фәндәре кандидаты, БАССР-ҙың атҡаҙанған табибы, “Башҡорт халыҡ медицинаһы” хеҙмәте авторы, журналист Варис Зыяҡай улы Ғүмәровтың тыуыуына 90 йыл тулды. Был еңел кәүҙәле, етеҙ, теремек ағайҙы редакция коридорҙарында, билдәле шәхестәр менән әңгәмәләр ҡороу мәлендә йыш күреп ғәҙәтләнгәс, уның әүҙем хәбәрселәрҙең береһе булыуына шикләнмәгәйнек тә. Баҡһаң, ул табип-дерматолог, ғалим, тәржемәсе бурыстарынан тыш, башҡорт телендә мәҡәләләр яҙыу-һыҙыу менән дә ихлас шөғөлләнә икән. Тора-бара уның йылдар дауамында башҡорт халыҡ медицинаһын ныҡлап өйрәнеп, 1985 йылда төплө хеҙмәт баҫтырып сығарыуын, русса-башҡортса медицина терминдары һүҙлектәре әҙерләүен ишетеп, шәхестең төрлө яҡлы талантына, тел нескәлектәрен ҡәҙерләп, һаҡлап ҡуллана белеүенә ысын күңелдән һоҡландыҡ.


Кешеләр халыҡ табибына күҙ терәй

Варис Зыяҡай улының китаптарын хәҙер көндөҙ сыра яндырып эҙләһәң дә сауҙа нөктәләрендә тап итә алмаҫһың. Үҙемдә лә берҙән-бер китабы — 1981 йылда донъя күргән “Ке­шенең анатомияһы һәм физиологияһы буйынса русса-башҡортса һүҙлек” тигәне генә һаҡланған. Алты меңгә яҡын терминды үҙ эсенә алған һүҙлектән беҙ, республика һәм район гәзиттәре, радио, телевидение журналистары, медицина темаһына мәҡә­ләләр әҙерләгәндә әле лә рәхәтләнеп файҙаланабыҙ.

Ғалимдың монографик хеҙмәте баҫылып сыҡҡанға ҡәҙәр башҡорт­тарҙың халыҡ медицинаһының бөтә яҡтарын да үҙ эсенә алған китап донъя­ла юҡ ине әле, тип әйтергә хаҡыбыҙ бар. Әҙәбиәт, архив мәғлүмәттәренә һәм үҙе үткәргән тикшеренеүҙәргә таянып, ХIХ быуат аҙағы — ХХ быуат башындағы халыҡ медицинаһы буйынса мәғлүмәт тупланған унда. Өҫтәүенә автор халыҡ медицинаһына заман медицинаһы позицияһы күҙлегенән ҡарап, уның ыңғай һәм кире яҡтарын да асырға ынтыла. Сәләмәт йәшәү рәүешен киң йәйелдереү һәм һаулыҡҡа зарарлы ғәҙәттәрҙән арыныуҙы автор төп маҡсат итеп билдәләй.

Халыҡ медицинаһы хазинаһындағы шифалы үҫемлектәрҙе өйрәнгән химия-фармацевтика институттары эшмәкәрлеге һөҙөмтәһендә йөҙәрләгән яңы препараттың тормошҡа юллама алыуы ла яҡшы билдәле. Һис һүҙһеҙ, химия терапияһы ауырыуҙарҙы дауа­лауға етди өлөш индерҙе, әммә әлегә эске сирҙәрҙе, нервы-психик, нәҫел, яман шеш, төрлө тире ауырыуҙарын дауалау көткән һөҙөмтәне бирмәй. Шуға күрә яңы тәьҫирле дарыуҙар, дауа саралары өҫтөндә өҙлөкһөҙ эҙләнеүҙәр, тәжрибәләр дауам итә. Автор әйтеүенсә, халыҡ медицина­һындағы һәм гигиенаһындағы сәлә­мәтлек өсөн ҡиммәтле, рациональ орлоҡтар тулыһынса файҙаланылмай. Кем белә, бәлки, тап ошо ғилем байлығында кешелекте ыҙалатҡан байтаҡ сирҙәргә ҡаршы торорлоҡ дауа саралары табылыр ҙа.

Башҡорт халыҡ медицинаһы — халыҡтың сир һәм уның сәбәбе тураһындағы ҡарашын, уй-фекерен, дауалау сараларын, дауа тылсымын үҙ эсенә алған им-том, бағымсылыҡ хәҙерге ваҡытта этнографик тикше­ренеүҙәр өсөн дә үтә ҡиммәт. Икенсенән, уның фән өсөн дә ҡыҙыҡлы өлкә булыуы бәхәсһеҙ. Халыҡ медицинаһы тураһындағы тәүге мәғлүмәттәр ХVII – ХIХ быуаттарҙа йәшәгән сәйәхәтсе-ғалимдар И. Георги, И. Лепехин, П. Паллас хеҙмәттәрендә сағылған. Кешеләр быуаттар дауамында дауалау саралары, дауа һәм гигиена алымдары, һаулыҡты һаҡлау, иҫкәртеү күнекмәләре тураһында бай мәғлүмәт туплап, тәжрибәһен быуындан быуынға тапшыра килгән. Авторҙың билдә­ләүенсә, тәүге табиптар ҡатын-ҡыҙ затынан булған.

Үткән быуаттың 60-сы йылдарында уҡ әле бер төркөм Мәскәү, Ленинград ғалимдары: “Был хәл сәбәпле саң ҡаҡмай булмай: боронғо әбей-һәбей менән бергә халыҡтың иҫ киткес ҙур тормош тәжрибәһе, үҙ урмандарының, болондарының, далаларының бөтә үҫемлектәрен тештәре менән сәйнәп, тәмләп йәшәгән көтөүселәр һәм ер һөрөүселәрҙең тәжрибәһе, халыҡтың милли мәҙәниәтен тәшкил иткән күп быуатлыҡ коллектив тәжрибә билдә­һеҙлеккә китеп юғала”, — тип тәрән борсолоуын белдергән. Был һүҙҙәр Башҡортостанға ла ҡағылған, әлбиттә.

Революцияға тиклемге Баш­ҡортостанда ни өсөн халыҡ табиптары ҙур абруй ҡаҙанған, тигән һорауға ғалим да тарих төпкөлөнән яуап эҙләп, халыҡтың көнитмешен, нужаһын өйрәнә. Ярлылыҡ, аслы-туҡлы көн күреү, ойошторолған медицина ярҙамының булмауы, сәсәк, холера, тиф эпидемиялары халыҡты йонсота. Трахома, туберкулез ҡурҡыныс төҫ ала. Халыҡтың себендәй ҡырылыуына ҡарамаҫтан, Өфө губернаһында йәшәгән һәр кемгә медицина кәрәк-ярағына ни бары 54 тин аҡса бүленә! Беҙ хәҙер миллиард һумдар менән эш иткән дәүерҙә йәшәйбеҙ, заманса технологияларһыҙ, асыштарһыҙ, дарыуҙарһыҙ һаулыҡ һаҡлау тармағын күҙ алдына ла килтерә алмайбыҙ. Хатта ул дәүерҙе үҙебеҙҙең күҙлектән аңлауы, анализлауы ла ауыр, шуға күрә кешеләрҙең халыҡ табиптарына күҙ терәп тороуы һис ғәжәп түгел.

Бөртөкләп йыйылған хазина

Сирҙәрҙең сәбәптәрен, тормош практикаһынан сығып, дөрөҫ асыҡлап, һығымта яһағандар. Йоғошло ауырыуҙарҙың бысраҡ ҡулдар, аҙыҡ-түлек, эсәр һыу аша, сирле менән аралашыу осраҡтарында таралыуын яҡшы аңлап, санитария талаптарын үтәргә тырышҡандар. Яҙғы-көҙгө һыуыҡтарҙан һаҡланыу мөһимлеген, һыуыҡтың аяҡ табаны аша үтеүен, ергә ултырып ял итергә ярамағанлығын аҡһаҡалдар киҫәтә килгән. Балаларҙың сүп-сар өйөмө, һаҙлыҡта, еүеш урындарҙа уйнауын тыйғандар, “ен һуға” тип ҡурҡытҡандар.

Ауырыуҙы һәйбәт туҡландырыу өсөн йылҡы, һарыҡ, ҡош-ҡорт итенән һурпа әҙерләгәндәр, һөт аҙыҡ-түлектәренән ҡорот, ҡымыҙ, ҡатыҡ яҡшы баһаланған. Халыҡ табиптары араһында үлән белгестәре, быуын ултыртыусы, һылап дауалаусы, кендек әбейе, сөннәтсе, ҡан ебәреүсе, һөлөк һалыусы, арбаусы, ноҡотсо, имсе һәм муллалар айырым урын алып торған. Өлкәндәр йәш быуынға үҙҙәренең һәләтен, дауа сер­ҙәрен тапшыра килгән. Һүҙ ҙә юҡ, улар араһында ла алдаҡсылар, шарлатандар булғылап торған. Башҡорттар, нигеҙҙә, тәбиғәттең өс төрлө байлығына — үҫемлек һәм хайуандар донъяһына, минералдарға таянып, дауа сараларын эшләгән.

Ғалим башҡорттар дауа өсөн файҙаланған үҫемлектәрҙең шифаһы тураһындағы бүлекте тормоштан алынған төрлө миҫалдар менән байытҡан. Ҡымыҙҙың дауалау маҡса­тында тәүге тапҡыр башҡорттарҙың халыҡ медицинаһында ҡулланылыуын иҫбатлап, ҡиммәтле эсемлекте етеш­тереү серҙәрен дә асҡан. Варис Зыяҡай улы рус этнографтарының һәм табиптарының башҡорт халыҡ дауалары тураһындағы тикшеренеүҙәрен ҙур иғтибар менән өйрәнгән. Ҡорот, эркет, иретелгән май, яңы һауылған һөт, һарыҡ һәм ҡаҙ майҙары, эт йөнөнән бәйләнгән ойоҡбаштар — һәр береһе ауырыуҙың хәлен яҡшыртыуҙа ҡулланылған. Ғалим һөлөктәрҙе, урман ҡырмыҫҡалары күсен физиотерапияла, ҡорт балын тир сығарыуҙа, бауыр сирҙәрен дауалауҙа нисек файҙа­ланыуҙарын тәфсирләп һүрәтләй.

Авторҙың билдәләүенсә, тәбиғәт-климат факторҙарының шифаһы тураһында башҡорттар борондан яҡшы белгән. Фәнни медицина үҙләш­терелгәнгә ҡәҙәр үк бик күп шифалы сығанаҡтар (Асҡын, Янғантау, Асы­лыкүл, Мулдаҡ күлдәренең һауыҡтырыу көсө) халыҡ медици­наһында киң танылыу тапҡан. Дауалау алымдары араһында һаулыҡҡа төҙәтә алмаҫлыҡ зыян килтереү ихтималлығы булған сараларға ла ғалим тарафынан баһа бирелгән.

Шуныһы иғтибарға лайыҡ: “Халыҡ гигиенаһы” тигән бүлектә башҡорт­тарҙың никах, өйләнеү, кейәүгә сығыу мөнәсәбәттәренә шул тиклем етди ҡарап, нәҫел ауырыуҙарын иҫкәртеүгә ҙур өлөш индереүен күрергә була. Кәләште алыҫтан — кәм тигәндә йөҙ саҡрымдан арыраҡ ятҡан ерҙән — әйттерергә тырышҡандар. Әгәр ҙә үҙҙәре йәшәгән ауылдан килен төшөрөргә уйлаһалар, ҡыҙҙың мотлаҡ икенсе аймаҡтан булыу шарты ҡу­йылған. Никахҡа ингән йәштәр ара­һында кәм тигәндә ете быуынлыҡ ара ятырға тейеш булған.

Йәш быуындың әхлаҡи-психик сәләмәтлеген һаҡлау буйынса халыҡ­тың күп йыллыҡ тәжрибәһе әле лә ҙур ҡыҙыҡһыныу уятырлыҡ. Башҡорт ауылдары ни өсөн тәбиғәттең иң йәмле мөйөштәрендә, йылға буйҙарында, ҡалҡыулыҡтарҙа, ышыҡ урындарҙа урынлашҡан? Ни өсөн ир-егет төнөн яланда ҡунғанда баш аҫтына ҡамыт һалып йоҡлаған? Ни өсөн башҡорттар ҡуйы һаҡал йөрөтөүҙе хупламай, ә “кәзә һаҡалы”на өҫтөнлөк биргән? ХIХ быуаттың 70 – 80-се йылдарына тиклем төп халыҡтың зәңге ауырыуына бирешмәүен нисек аңлатырға?

Был ҡиммәтле монографияны уҡып сыҡҡандан һуң, ошо һорауҙарға яуаптар алыуҙан тыш, китапта тупланған, халыҡ аҡылының алтын фондына ингән фәһемле, тәрән мәғәнәле мәҡәл-әйтемдәрҙең тапҡырлығына, хәҙерге заманда ла көнүҙәклеген һаҡлап ҡалыуына хайран ҡалаһың. Ғалимдың йылдар буйына бөртөкләп йыйған хазинаһы — киләсәк быуындарға баһалап бөткөһөҙ оло мираҫ ул.



Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ
Комментарий өҫтәргә






Диспансерлаштырыу ни өсөн кәрәк?

Диспансерлаштырыу ни өсөн кәрәк? 21.01.2019 // Сәләмәт булайыҡ

Һаулыҡ мәсьәләһендә шаярыу урынһыҙ – кеше тормошондағы иң кәрәкле ғәмәл булараҡ, уны һаҡлау һәм...

Тотош уҡырға 41

Реалистар оҙағыраҡ йәшәй

Реалистар оҙағыраҡ йәшәй 18.01.2019 // Сәләмәт булайыҡ

Юмор һәм оптимизм тойғоһо ғына йәшәү оҙайлығын арттырмай, ти тикшеренеүселәр....

Тотош уҡырға 47

Йәйен дарыуҙарҙың тәьҫире кәмей

Йәйен дарыуҙарҙың тәьҫире кәмей 18.01.2019 // Сәләмәт булайыҡ

Дарыу төймәләренең һауыҡтырыу көсө уның төп тәьҫир иткән матдәһенә бәйле....

Тотош уҡырға 48

Шатлана ла белергә кәрәк

Шатлана ла белергә кәрәк 18.01.2019 // Сәләмәт булайыҡ

Беҙҙең бөтә тормошто өҙлөкһөҙ ваҡиғалар ағышы, эш-мәшәҡәттәр көсөргәнеше, үҙгәрештәр, яңылыҡтар,...

Тотош уҡырға 50

Ҡартайғың килмәһә, күп ашама

Ҡартайғың килмәһә, күп ашама 17.01.2019 // Сәләмәт булайыҡ

Калифорния ғалимдары бик күп тикшеренеүҙәрҙән һуң ашауҙы сикләүҙең сәләмәтлеккә ыңғай тәьҫир итеүен...

Тотош уҡырға 77

Нисек йоҡлайһың?

Нисек йоҡлайһың? 15.01.2019 // Сәләмәт булайыҡ

Психологтар фекеренсә, кешенең йоҡлау рәүеше уның характер үҙенсәлектәрен, психологик халәтен,...

Тотош уҡырға 134

Ялғандың ямауы юҡ

Ялғандың ямауы юҡ 15.01.2019 // Сәләмәт булайыҡ

Хәүефле “дарыу”ҙарға ҡаршы көрәш көсәйә....

Тотош уҡырға 89

Күңел йылынып ҡалды

Күңел йылынып ҡалды 11.01.2019 // Сәләмәт булайыҡ

Табиптар “Башҡортостан”ды уҡый....

Тотош уҡырға 162

Ауылдың – йәме,  халыҡтың – һаулығы

Ауылдың – йәме, халыҡтың – һаулығы 11.01.2019 // Сәләмәт булайыҡ

Балтас районының Штәнде ауылында “Ауыл биләмәләрен тотороҡло үҫтереү” федераль маҡсатлы программаһы...

Тотош уҡырға 108

Ир-ат күберәк йоҡтора

Ир-ат күберәк йоҡтора 10.01.2019 // Сәләмәт булайыҡ

Былтыр енси юл менән таралған йоғошло сирҙәргә дусар булған кешеләр һаны унан алдағы йыл менән...

Тотош уҡырға 110

Кем ул Ғүмәр Ҡыуатов?

Кем ул Ғүмәр Ҡыуатов? 08.01.2019 // Сәләмәт булайыҡ

Тарих биттәренә күҙ һалыу һәммәбеҙгә лә фәһемле....

Тотош уҡырға 84

Баш ҡалаға барыу кәрәкмәй

Баш ҡалаға барыу кәрәкмәй 04.01.2019 // Сәләмәт булайыҡ

Сибайҙа ла катаракта сиренә операция эшләнә....

Тотош уҡырға 106