Вконтакте facebook facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Ауылдаштарҙы ҡайғыртып...

Йәнырыҫта яңы ФАП уңышлы эшләй.

Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров беренсе кәңәшмәһендә үк республикабыҙҙа фельдшер-акушерлыҡ пункттарын тергеҙеү, унда эшләгән медицина хеҙмәткәрҙәренә иғтибарҙы көсәйтеү мәсьәләһен күтәргәйне. Ошо проблеманы хәл итеү маҡсатында Ишембай районының Йәнырыҫ ауылында өр-яңы ФАП асылды һәм халыҡты хеҙмәтләндерә башланы. Ишембай районы хакимиәте башлығы Марат Ғайсин әйтеүенсә, был – һуңғы йылдарҙа ошо төбәк­тә асылған алтынсы ФАП.

Ысынлап та, ауыл ерендә фельдшерҙарҙың булыуы – урындағы халыҡ өсөн ҙур терәк, тәүге ярҙамды барыбер ҙә нәҡ улар күрһәтә. Шуға күрә төпкөлдә фельдшер-акушерлыҡ пункттары һәр саҡ көн талабы булып ҡала.


...Арабыҙҙа таянырҙай табип­тарҙың булыуы ҡиммәт. Йәнырыҫ­тар ҙа тәжрибәле медицина белгестәренең хеҙмәтләндереүенә һөйөнөп бөтә алмай. Заманса фельдшер-акушерлыҡ пунктын төҙөү һәм уның тирә-яғын матурлау сығымдарын эшҡыуарҙар Илшат менән Илфат Ниғмәтуллиндар тулыһынса үҙ өҫтөнә алған. Проекттың хаҡы – 10 миллион һум. Бинаны йыһазландырыу иһә республика һәм район ярҙамында тормошҡа ашырылған.

Был изге эште ағалы-ҡустылы Ниғмәтуллиндар мәрхүмә әсәләре иҫтәлегенә арнаған. Улар икеһе лә – республикала билдәле шәхес­тәр. Илшат Әнүәр улы – төҙөлөш өлкәһендә уңышлы эшләп килгән эшҡыуар, Илфат Әнүәр улы – “Аструм” сауҙа комплексының башҡарыусы директоры.

Ысынлап та, бындай улдар үҫтергән әсә алдында баш эйергә генә ҡалалыр. Сәүиә Нуриәхмәт ҡыҙы ғүмер буйы колхозды үҫтереүгә бар көсөн һалған, ошондай шәп улдар тәрбиәләгән. Ниғмәтуллиндар әлеге изге эшенән тыш та тыуған ауылдарына даими ярҙам итеп тора. Йәнырыҫ ауылы советы хакимиәте башлығы Миңлейәр Маннанов белдереүенсә, әлеге бағыусылар булышлығы менән ауылда социаль проекттар артабан да тормошҡа ашырыласаҡ.

Ғәмәлдә Йәнырыҫта ФАП быға тиклем дә булған һәм матур шарттарҙа эшләгән. Ошондай күркәм бина барлыҡҡа килгәс, фельдшер ҙа, ауыл халҡы ла ҡыуанып бөтә алмай, үҙҙәре әйтмешләй, бында ҡаралырға ял йортона килгән һымаҡ йөрөй улар хәҙер. Әйткәндәй, бындағы уңайлыҡтар хатта ҡайһы бер район үҙәктәрендәге дауаханалар­ҙыҡынан да яҡшыраҡ.

Йәнырыҫта фельдшер-акушер­лыҡ пункты айырым һәм яңы бинала урынлашҡан, ошо уҡ биләмәгә ҡараған Ҡыяуыҡта иһә медицина учреждениеһы әлегә мәктәп менән клубҡа өйҙәш.

Нисек кенә булмаһын, биш ауылды хеҙмәтләндергән ике фельдшер-акушерлыҡ пунктының эшләп килеүенә, иң мөһиме – уларҙа фельдшерҙар Рәхилә Бикташева менән Гүзәл Баһаует­динованың медицина ярҙамы күрһәтеүенә ҡыуанырға ғына ҡала, сөнки Башҡортостан Һаулыҡ һаҡлау министрлығының мәғлү­мәт­тәренә таянғанда, белгестәр етешмәү арҡаһында әле республикала 105 ФАП буш тора...



Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ
Комментарий өҫтәргә






Диспансерлаштырыу ни өсөн кәрәк?

Диспансерлаштырыу ни өсөн кәрәк? 21.01.2019 // Сәләмәт булайыҡ

Һаулыҡ мәсьәләһендә шаярыу урынһыҙ – кеше тормошондағы иң кәрәкле ғәмәл булараҡ, уны һаҡлау һәм...

Тотош уҡырға 41

Реалистар оҙағыраҡ йәшәй

Реалистар оҙағыраҡ йәшәй 18.01.2019 // Сәләмәт булайыҡ

Юмор һәм оптимизм тойғоһо ғына йәшәү оҙайлығын арттырмай, ти тикшеренеүселәр....

Тотош уҡырға 47

Йәйен дарыуҙарҙың тәьҫире кәмей

Йәйен дарыуҙарҙың тәьҫире кәмей 18.01.2019 // Сәләмәт булайыҡ

Дарыу төймәләренең һауыҡтырыу көсө уның төп тәьҫир иткән матдәһенә бәйле....

Тотош уҡырға 48

Шатлана ла белергә кәрәк

Шатлана ла белергә кәрәк 18.01.2019 // Сәләмәт булайыҡ

Беҙҙең бөтә тормошто өҙлөкһөҙ ваҡиғалар ағышы, эш-мәшәҡәттәр көсөргәнеше, үҙгәрештәр, яңылыҡтар,...

Тотош уҡырға 50

Ҡартайғың килмәһә, күп ашама

Ҡартайғың килмәһә, күп ашама 17.01.2019 // Сәләмәт булайыҡ

Калифорния ғалимдары бик күп тикшеренеүҙәрҙән һуң ашауҙы сикләүҙең сәләмәтлеккә ыңғай тәьҫир итеүен...

Тотош уҡырға 77

Нисек йоҡлайһың?

Нисек йоҡлайһың? 15.01.2019 // Сәләмәт булайыҡ

Психологтар фекеренсә, кешенең йоҡлау рәүеше уның характер үҙенсәлектәрен, психологик халәтен,...

Тотош уҡырға 134

Ялғандың ямауы юҡ

Ялғандың ямауы юҡ 15.01.2019 // Сәләмәт булайыҡ

Хәүефле “дарыу”ҙарға ҡаршы көрәш көсәйә....

Тотош уҡырға 89

Күңел йылынып ҡалды

Күңел йылынып ҡалды 11.01.2019 // Сәләмәт булайыҡ

Табиптар “Башҡортостан”ды уҡый....

Тотош уҡырға 162

Ауылдың – йәме,  халыҡтың – һаулығы

Ауылдың – йәме, халыҡтың – һаулығы 11.01.2019 // Сәләмәт булайыҡ

Балтас районының Штәнде ауылында “Ауыл биләмәләрен тотороҡло үҫтереү” федераль маҡсатлы программаһы...

Тотош уҡырға 108

Ир-ат күберәк йоҡтора

Ир-ат күберәк йоҡтора 10.01.2019 // Сәләмәт булайыҡ

Былтыр енси юл менән таралған йоғошло сирҙәргә дусар булған кешеләр һаны унан алдағы йыл менән...

Тотош уҡырға 110

Кем ул Ғүмәр Ҡыуатов?

Кем ул Ғүмәр Ҡыуатов? 08.01.2019 // Сәләмәт булайыҡ

Тарих биттәренә күҙ һалыу һәммәбеҙгә лә фәһемле....

Тотош уҡырға 84

Баш ҡалаға барыу кәрәкмәй

Баш ҡалаға барыу кәрәкмәй 04.01.2019 // Сәләмәт булайыҡ

Сибайҙа ла катаракта сиренә операция эшләнә....

Тотош уҡырға 106