Вконтакте facebook facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Шикселлек тә – сир билдәһе

Невроздар йәшәү сифатын түбәнәйтә.

Әүҙем һәм сәләмәт тормош алып барыу, физик күнегеүҙәр менән шөғөл­ләнеү, саф һауала йөрөү, күңел тет­рән­дерерлек ваҡиғаларҙан азат булыу, тыныс мөхит, көсөргәнешле эш­тән һуң яҡшы ял, тәрән йоҡо үҙәк нервы системаһына бик ыңғай тәьҫир итә.

Көсөргәнештән, хафаланыуҙан арыныу өсөн төрлө психологик ысулдар ярҙам итә. Йога, бәйләү йәки башҡа күңелгә ятҡан шөғөлдәр һаулыҡ өсөн бик яҡшы.

Хәҙер һеҙҙең менән йәшәү сифатын түбәнәйтеүсе невроздарҙың төрҙәрен ҡарайыҡ. Үҙеңдең хәл-торошоңдо һиҙемләү бер кемгә лә зыян итмәҫ, киреһенсә, ваҡытында дауаланыу, сирҙән ҡотолоу өсөн ярҙамсы ғына булыр.

1. Неврастения кеше менән аралаша белмәгәндә барлыҡҡа килә. Невроздың был төрө шәхес-ара мөнәсәбәттә проблемаға, хатта социаль яҡтан үҙ-үҙеңә бикләнеүгә килтереүе ихтимал. Билдәләре: ваҡ ҡына сәбәп арҡаһында ла тоҡанып китеү, тиҙ арыу, иғтибарҙы туплай алмау, йоҡоһоҙлоҡ, баш һәм йөрәк ауыртыуы, ашҡаҙан-эсәк эшмәкәрлегенең боҙолоуы, енси функцияның түбәнәйеүе.

2. Өйәнәкле (истерик) невроз күберәк ҡатын-ҡыҙҙа күҙәтелә. Иркә, еңмеш холоҡ, тәнҡитте ҡабул итмәү, үҙең тураһында бик юғары фекерҙә булыу истерик невроздың нигеҙен тәшкил итә. Ошо сиргә дусар булған кеше, ниндәйҙер теләген тормошҡа ашырыу йә булмаһа яуаплылыҡтан ҡасыу өсөн, “миңә ғәҙел булмаған ғәйепләүҙәр ташлана” тип ғауғалай башлауы ихтимал. Билдәләре — тиҙ генә илап барыу, баш әйләнеү, иҫһеҙ йығылыу, күңел болғаныу, көҙән йыйырыу, тауыштың ҡарлығыуы.

3. Бәйлелек неврозына (психастения) шомло уйҙар, нимәнәндер ҡурҡыу тойғоһоноң ҡабатланып тороуы хас. Шөбһәләнеүҙәрен кәметеү өсөн сирлеләр үҙҙәренә даими ҡағиҙәләр һәм ритуалдар уйлап сығара. Билдәләре: тынысһыҙлыҡ, психик көсөргәнеш, юҡтан ғына ҡыҙып китеү, үтә һаҡ ҡыланыу, шикселлек.

4. Ҡурҡыу неврозы — берәй билдәле әйбер, хәл-ваҡиға йәки кеше алдында аңлата алмаҫлыҡ көслө ҡурҡыу тойғоһо.

5. Ипохондрик невроз үҙенең һаулығы өсөн үтә ныҡ хәүефләнгән кешеләрҙә күҙәтелә. Ундайҙар үҙҙә­рендә булмаған сир­ҙең билдәләрен “таба”, теге йә был ерҙәрендә “ауыртыу” тоя, табиптарға йыш йөрөй.

6. Депрессив невроздың төп билдәләре — күңел төшөнкөлөгө, бер ни менән ҡыҙыҡһынмау, ҡайғылы ҡиәфәт, ҡәнәғәтһеҙ­лек тойғоһо, йонсоғанлыҡ, йәшәргә теләк булмау, хатта үҙ-үҙеңә ҡул һалырға теләк уяныуы.

Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, күп кешеләр неврастения менән сирләй. Хисле ижад кеше­ләрендә истерия күҙәтелһә, өлкәндәр йыш ҡына ипохондрик неврозға юлыға.



Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ
Комментарий өҫтәргә






Имбирь менән дуҫлаш

Имбирь менән дуҫлаш 07.12.2018 // Сәләмәт булайыҡ

Һуңғы йылдарҙа халыҡ телендә имбир һүҙе йыш ҡулланыла башланы. Был төр культура магазин...

Тотош уҡырға 130

Сәй эсәбеҙ өрөп-өрөп

Сәй эсәбеҙ өрөп-өрөп 07.12.2018 // Сәләмәт булайыҡ

Иртәнге көнөбөҙ сәй эсеүҙән башлана. Ҡунаҡ килһә лә иң тәүҙә сәй менән һыйлайбыҙ, сөнки әүәлдән...

Тотош уҡырға 59

Белеү зыян итмәҫ

Белеү зыян итмәҫ 05.12.2018 // Сәләмәт булайыҡ

Кешене өс-алты сәғәт эсендә ҡотҡарып була. Йыл һайын йәмәғәтселек, медицина ойошмалары Бөтә донъя...

Тотош уҡырға 64

Елдәй ел, “Толпар”!

Елдәй ел, “Толпар”! 03.12.2018 // Сәләмәт булайыҡ

Рәсәй Федерацияһының Йәмәғәт палатаһы Президент гранттары фонды ярҙамында йыл да “Иң яҡшыһы —...

Тотош уҡырға 68

Мәкерле вирустың һинең кем булыуыңда эше юҡ

Мәкерле вирустың һинең кем булыуыңда эше юҡ 30.11.2018 // Сәләмәт булайыҡ

Уны йоҡтормау башлыса кешенең үҙенән тора. Берләшкән Милләттәр Ойошмаһы хәбәр итеүенсә, Рәсәй...

Тотош уҡырға 56

Алма һуты эсегеҙ!

Алма һуты эсегеҙ! 28.11.2018 // Сәләмәт булайыҡ

Магазиндарҙа һуттарҙың ниндәйе генә юҡ! Тәмдәре, сифаттары буйынса ла улар айырыла, хәүефһеҙлек...

Тотош уҡырға 77

Көнөнә – 250 пациент!

Көнөнә – 250 пациент! 26.11.2018 // Сәләмәт булайыҡ

Илеш районы үҙәге Үрге Йәркәй ауылында көнөнә 250 пациентты ҡабул итеү һәләтенә эйә заманса...

Тотош уҡырға 433

Сәләмәтлек бүләк итәләр

Сәләмәтлек бүләк итәләр 23.11.2018 // Сәләмәт булайыҡ

Миңә быйыл Башҡортос­таны­быҙҙың данлыҡлы һәм шифалы “Красноусол” шифаханаһында ял итеү бәхете...

Тотош уҡырға 108

Ауылдаштарҙы ҡайғыртып...

Ауылдаштарҙы ҡайғыртып... 23.11.2018 // Сәләмәт булайыҡ

Йәнырыҫта яңы ФАП уңышлы эшләй. Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров...

Тотош уҡырға 95

Ауылға ла ҡайта белгестәр

Ауылға ла ҡайта белгестәр 21.11.2018 // Сәләмәт булайыҡ

Һөнәре – йәшәү мәғәнәһе. Башҡортостанда “Ауыл табибы” программаһы 2012 йылдан уңышлы тормошҡа...

Тотош уҡырға 165

Дауахананың эше яҡшырҙы

Дауахананың эше яҡшырҙы 20.11.2018 // Сәләмәт булайыҡ

Яңыраҡ Федоровка районы хакимиәтенең эш төркөмө менән район гәзите журналистары үҙәк дауахана...

Тотош уҡырға 81

“Шәкәр сире” хөкөм ҡарары түгел

“Шәкәр сире” хөкөм ҡарары түгел 16.11.2018 // Сәләмәт булайыҡ

Был мәкерле ауырыу менән дә йәшәргә була. Донъяла һаулыҡҡа ҙур зыян килтергән, төҙәтә алмаҫлыҡ...

Тотош уҡырға 116