Вконтакте facebook facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Ауылдың – йәме, халыҡтың – һаулығы
Балтас районының Штәнде ауылында “Ауыл биләмәләрен тотороҡло үҫтереү” федераль маҡсатлы программаһы сиктәрендә сафҡа индерелгән фельдшер-акушерлыҡ пунктынан бөгөн кеше өҙөлмәй. Кемдер бында һаулығын ҡайғыртып килә, бәғзеләре иһә кәрәкле дарыу юллап, шәфҡәт туташтарына кәңәш һорап та мөрәжәғәт итә.

ФАП-тың сафҡа инеүен штәнделәр генә түгел, ә күрше Әрҙәгеш һәм Яңы Туш­ҡар ауыл­дары халҡы ла ҙур түҙем­һеҙлек менән көтөп алған, сөнки быға тиклем иҫке мәктәп бинаһында урын­лашҡан фельд­шер-акушерлыҡ пункты иҫкергән булған һәм санитар талаптарға яуап бирмәгән. Ауыл уртаһында ҡалҡып сыҡ­ҡан бина әле барлыҡ заманса талаптарға ла тура килә, кә­рәкле медицина ҡорамалдары менән йыһазлан­дырылған. Ауыл халҡы уңайлы шарт­тарҙа медицина ярҙамы алыу мөмкин­легенә һөйөнөп бөтә алмай.

Заманса пункт иркен, йылы, яҡты. Бын­да процедура кабинеты, дарыухана, ҡабул итеү, ҡатын-ҡыҙҙар консульта­ция­һы бүлмәләре бар. Санузел эшләй, йылы һыу менән тәьмин ителгән. Штәнделә, мә­ҫәлән, бөгөн 546 кеше йәшәй, шуның 150-һе — пенсия йәшендә. Шәфҡәт туташы, һаулыҡ һаҡлау отличнигы Тәнзилә Ғәфүрйәнова тағы ла 100-ҙән ашыу баланың һаулығын ҡайғырта.

Ауылды йәмләп ултырған ФАП-ты Нефтекама ҡалаһы­ның “МРГ-Строй” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте ҡыҫҡа ваҡытта сафҡа индергән. Төҙөлөшкә 3,5 миллион, заманса медицина ҡорама­л­дары һатып алыуға 500 мең һум аҡса тотонолған.

— Яңы уңайлы һәм йылы бинала беренсе ярҙам күрһә­теү өсөн барлыҡ шарттар тыу­ҙырылған, эшләүе лә күңелле, халыҡ та бик ҡәнәғәт, – тип һө­йөнә 40 йыл ғүмерен һау­лыҡ һаҡлауға арнаған шәф­ҡәт туташы, Башҡортостан­дың атҡа­­ҙан­ған һаулыҡ һаҡлау хеҙмәткәре Тәнзилә Хисмәт ҡыҙы Ғәфүрйәнова. — Беҙ был турала күпме хыял­лан­дыҡ, шөкөр, хәҙер матур итеп эшләргә бөтә мөмкинлектәр асылды, халыҡ та сифатлы медицина ярҙамы аласаҡ. Заманса пункт сафҡа ингәс, бәлки, йәштәр ҙә тыуған яғын ташлап ҡалаға китмәй, ә ауылда төпләнер, тип өмөтләнәбеҙ.



Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ
Комментарий өҫтәргә






Нисек йоҡлайһың?

Нисек йоҡлайһың? 15.01.2019 // Сәләмәт булайыҡ

Психологтар фекеренсә, кешенең йоҡлау рәүеше уның характер үҙенсәлектәрен, психологик халәтен,...

Тотош уҡырға 100

Ялғандың ямауы юҡ

Ялғандың ямауы юҡ 15.01.2019 // Сәләмәт булайыҡ

Хәүефле “дарыу”ҙарға ҡаршы көрәш көсәйә....

Тотош уҡырға 54

Күңел йылынып ҡалды

Күңел йылынып ҡалды 11.01.2019 // Сәләмәт булайыҡ

Табиптар “Башҡортостан”ды уҡый....

Тотош уҡырға 150

Ир-ат күберәк йоҡтора

Ир-ат күберәк йоҡтора 10.01.2019 // Сәләмәт булайыҡ

Былтыр енси юл менән таралған йоғошло сирҙәргә дусар булған кешеләр һаны унан алдағы йыл менән...

Тотош уҡырға 100

Кем ул Ғүмәр Ҡыуатов?

Кем ул Ғүмәр Ҡыуатов? 08.01.2019 // Сәләмәт булайыҡ

Тарих биттәренә күҙ һалыу һәммәбеҙгә лә фәһемле....

Тотош уҡырға 80

Баш ҡалаға барыу кәрәкмәй

Баш ҡалаға барыу кәрәкмәй 04.01.2019 // Сәләмәт булайыҡ

Сибайҙа ла катаракта сиренә операция эшләнә....

Тотош уҡырға 96

ЙЫЛ ШИФАХАНАҺЫ! Ҡайһы бер дауалау төрҙәре илдә юҡ!

ЙЫЛ ШИФАХАНАҺЫ! Ҡайһы бер дауалау төрҙәре илдә юҡ! 25.12.2018 // Сәләмәт булайыҡ

Башҡортостан төрлө дауалау алымдарына бай шифаханалары менән дан тота. Шуларҙың береһе, баш...

Тотош уҡырға 83

Йәрәхәт алһаң, ҡайҙа барырға?

Йәрәхәт алһаң, ҡайҙа барырға? 20.12.2018 // Сәләмәт булайыҡ

Яңы йыл байрамы осоронда алһыҙ-ялһыҙ халыҡ хәүефһеҙлеге һағында тороусылар ҙа бар....

Тотош уҡырға 87

Киләһе йылда кем диспансерлаштырыу үтә?

Киләһе йылда кем диспансерлаштырыу үтә? 19.12.2018 // Сәләмәт булайыҡ

Халыҡтың һаулығын хәстәрләү мәсьәләһе дәүләттең иғтибар үҙәгендә: йыл һайын граждандарҙың билдәле...

Тотош уҡырға 169

Ихтыяр һәм өмөт менән

Ихтыяр һәм өмөт менән 14.12.2018 // Сәләмәт булайыҡ

Ҡурҡыуҙы мотлаҡ еңергә кәрәк Онкология сире сәләмәт тормош алып барған, үҙен көслө тойған, спорт...

Тотош уҡырға 95

Һөлөктө белеп һалырға кәрәк

Һөлөктө белеп һалырға кәрәк 11.12.2018 // Сәләмәт булайыҡ

Һөлөк һалыу халыҡ медицинаһында борон-борондан килә. Уның хаҡында “Урал батыр” эпосында ла телгә...

Тотош уҡырға 193

Имбирь менән дуҫлаш

Имбирь менән дуҫлаш 07.12.2018 // Сәләмәт булайыҡ

Һуңғы йылдарҙа халыҡ телендә имбир һүҙе йыш ҡулланыла башланы. Был төр культура магазин...

Тотош уҡырға 280