Вконтакте facebook facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Күңел йылынып ҡалды

Табиптар “Башҡортостан”ды уҡый.

Һаулыҡ – ҙур байлыҡ, ти халҡыбыҙ. Ысынлап та, сәләмәт булһаң, һәр эште ҙур дәрт менән башҡараһың. Арыу-талыуҙы ла белмәйһең. Һәр матур эшең, уйың, һүҙҙәрең башҡаларҙың, яҡындарыңдың да күңелен күтәрә. Тап шуға ла Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбировтың һаулыҡ һаҡлау мәсьәләләренә етди тотоноуын халыҡ шатланып ҡабул итте. Төбәк етәксеһе райондарҙағы дауаханалар эшмәкәрлеге менән ныҡлы ҡыҙыҡһына. Килеп тыуған мәсьәләләрҙе тиҙ хәл итеү өсөн аҙналыҡ кәңәшмәләрҙең яңы форматын — “Сәләмәтлек сәғәте”н дә индерҙе.

Тәү сиратта төбәк етәксеһе фельдшер-акушерлыҡ пункттары, уларҙың матди-техник торошо һәм кадрҙар менән тәьмин ителеше проблемаларын тикшерергә тәҡдим итте. “Халыҡҡа медицина ярҙамының беренсе звеноһы — бик мөһим йүнәлеш, ошо мәсьәлә өҫтөндә һәм киләсәктә лә даими эшләрбеҙ”, — тип билдәләне Радий Фәрит улы.

Сәйетбабаға юл төшкәс, дауаханаға һуғылмай китеү яҙыҡ булыр ине, сөнки бындағы һаулыҡ һаҡлау учреждениеһы менән бәйле шау-шыу күптәрҙең хәтерен­дәлер, моғайын. “Йондоҙ” колхозының элек­ке рәйесе Аҙнабай Йәноҙаҡов, төҙөтөү өсөн күп көс һалған кеше булараҡ, уны яптырмау өсөн ярҙам һорап, редак­цияға ла килеп йөрөнө, проблема хаҡында телевидениела ла ҙур тапшырыу күрһәтелде. Был мәсьәлә буйынса депутаттарға ла мөрәжәғәт ителде. Шулай ҙа төрлө һылтауҙар менән гөрләп эшләп торған дауахананы ябып, көндөҙгө стационарға әүерелдереү өсөн көстө ҡыҙғанманылар. Ә бит 35 урынға иҫәплән­гән был дауахана, яҡын-тирәләге 16 ауыл халҡын хеҙмәтләндереп, һаулыҡтарын хәстәрләне, йөҙәрләгән кешене үлем тырнағынан йолоп ҡалды. Тиҙҙән дарыу­хана ишегенә лә йоҙаҡ эленде.

Ике ҡатлы дауахана эсенә инәбеҙ. Күренеп тора: бинаға ремонт талап ителә. Аҡ халатлы медицина хеҙмәткәрҙәренең һәр кеме үҙ эше менән мәшғүл. Бар ғүмерен тыуған ауылында халыҡтың һаулығын яҡлауға хәстәрләгән Әмир Заһиҙуллин ауырыуҙарҙы ҡабул итһә, шәфҡәт туташы Гөлсөм Вәлиева рецепт яҙа ине. Балалар шәфҡәт туташы Мәҙинә Йәноҙаҡова сабыйы менән килгән ханымға ниндәйҙер кәңәш бирә...
Табип Әмир Ноғоман улы әйтеүенсә, дауахана амбулатория эргәһендәге стационар итеп кенә ҡалдырылһа ла, улар әүәлгесә үҙ бурысына яуаплы ҡарай.

– Дауахананы яптылар тип ҡул ҡаушырып ултырырға хаҡыбыҙ юҡ, – ти ул. – Нимә генә тимә, һәр кем беренсе ярҙам һорап беҙгә мөрәжәғәт итә. Район үҙәге 60 километр алыҫлыҡта ята бит. Ҡыҙҙарыбыҙ килгән һәр кешене яҡты йөҙ менән ҡаршы ала, тикшереп, тейешле кәңәштәрен бирә, кәрәк булһа, йүнәлтмә яҙа.

Шәфҡәт туташтары Фәйрүзә Урманшина, Фирүзә Йәнешева, Гөлнур Баязитова, Рәшиҙә Сабитова, Гөлсөм Вәлиева, Мәҙинә Йәноҙаҡоваларҙы маҡтап телгә алды табип.

– Аллаға шөкөр, барыһы ла үҙ бурысына яуаплы ҡарай, үҙҙәрен камиллаштырыу өлкәһендә эшләй, – тип һүҙен дауам итте Әмир Ноғоман улы. – Бөтәһе лә юғары категорияға сертификат алды. “Ашығыс ярҙам” бүлеге ҡыҙҙары Мөнирә Ҡотләхмәтова, Флүрә Мәүлетҡолова, Рәсимә Ишниязовалар тәүлек әйләнәһенә ярҙамға килеп, күптәрҙең ғүмерен ҡотҡарып ҡалды.
Ул арала эш көнө тамамланыр ваҡыт етте.

– Һеҙҙең менән һөйләшеп алырға ине, – тигәс, ҡыҙҙар эшен теүәлләп, йәһәт кенә бер бүлмәгә йыйылды. Теш табибы булып эшләгән Гүзәл Хәкимова:
– Һуңғы осорҙа беҙгә ҡунаҡтар йышланы, – тип һүҙ башланы. – Күптән түгел район ха­кимиәте башлығы Фәнзил Сыңғыҙов та ки­леп, хәлебеҙҙе белешкәс, кәйеф күтәре­леп китте. Дауахана менән танышып сыҡ­ҡас, мотлаҡ ремонтлау хәстәрен күрергә кәрәк, тип ҡыуандырҙы, – тине, тирә-яҡҡа күҙ һалып.

Шуныһы ҡыуаныслы: сәйетбабалар матур әҙәбиәт менән даими танышып бара икән. Һуңғы осорҙа Таңсулпан Ғарипо­ваның, Зифа Ҡадированың китаптарын яратып уҡыуҙары хаҡында һөйләнеләр. Йәш автор Айгиз Баймөхәмәтов менән яҡындан осрашҡас, ҡыуаныстарының сиге булманы.
– Беҙҙең дауаханаға яҙыусыларҙан тәүгеһе булып һин килдең, – тип, уның әҫәрҙәрен яратып уҡыуҙарын белдерҙеләр, үҙҙәрен ҡыҙыҡһындырған һорауҙарҙы бирҙеләр. Ә һуңынан дәррәү “Башҡортос­тан” гәзитенә яҙылып та ҡуйҙылар.

Әйткәндәй, беҙҙән һуң дауаханаға республиканың һаулыҡ һаҡлау министры Максим Забелин, беренсе урынбаҫары Рафаэль Яппаров, Дәүләт Йыйылышы –Ҡоролтай депутаты рәйесе урынбаҫары Рөстәм Ишмөхәмәтов, Ғафури районы хакимиәте башлығы Фәнзил Сыңғыҙов килгән.



Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ
Комментарий өҫтәргә






Нисек йоҡлайһың?

Нисек йоҡлайһың? 15.01.2019 // Сәләмәт булайыҡ

Психологтар фекеренсә, кешенең йоҡлау рәүеше уның характер үҙенсәлектәрен, психологик халәтен,...

Тотош уҡырға 100

Ялғандың ямауы юҡ

Ялғандың ямауы юҡ 15.01.2019 // Сәләмәт булайыҡ

Хәүефле “дарыу”ҙарға ҡаршы көрәш көсәйә....

Тотош уҡырға 54

Ауылдың – йәме,  халыҡтың – һаулығы

Ауылдың – йәме, халыҡтың – һаулығы 11.01.2019 // Сәләмәт булайыҡ

Балтас районының Штәнде ауылында “Ауыл биләмәләрен тотороҡло үҫтереү” федераль маҡсатлы программаһы...

Тотош уҡырға 100

Ир-ат күберәк йоҡтора

Ир-ат күберәк йоҡтора 10.01.2019 // Сәләмәт булайыҡ

Былтыр енси юл менән таралған йоғошло сирҙәргә дусар булған кешеләр һаны унан алдағы йыл менән...

Тотош уҡырға 100

Кем ул Ғүмәр Ҡыуатов?

Кем ул Ғүмәр Ҡыуатов? 08.01.2019 // Сәләмәт булайыҡ

Тарих биттәренә күҙ һалыу һәммәбеҙгә лә фәһемле....

Тотош уҡырға 80

Баш ҡалаға барыу кәрәкмәй

Баш ҡалаға барыу кәрәкмәй 04.01.2019 // Сәләмәт булайыҡ

Сибайҙа ла катаракта сиренә операция эшләнә....

Тотош уҡырға 96

ЙЫЛ ШИФАХАНАҺЫ! Ҡайһы бер дауалау төрҙәре илдә юҡ!

ЙЫЛ ШИФАХАНАҺЫ! Ҡайһы бер дауалау төрҙәре илдә юҡ! 25.12.2018 // Сәләмәт булайыҡ

Башҡортостан төрлө дауалау алымдарына бай шифаханалары менән дан тота. Шуларҙың береһе, баш...

Тотош уҡырға 83

Йәрәхәт алһаң, ҡайҙа барырға?

Йәрәхәт алһаң, ҡайҙа барырға? 20.12.2018 // Сәләмәт булайыҡ

Яңы йыл байрамы осоронда алһыҙ-ялһыҙ халыҡ хәүефһеҙлеге һағында тороусылар ҙа бар....

Тотош уҡырға 87

Киләһе йылда кем диспансерлаштырыу үтә?

Киләһе йылда кем диспансерлаштырыу үтә? 19.12.2018 // Сәләмәт булайыҡ

Халыҡтың һаулығын хәстәрләү мәсьәләһе дәүләттең иғтибар үҙәгендә: йыл һайын граждандарҙың билдәле...

Тотош уҡырға 169

Ихтыяр һәм өмөт менән

Ихтыяр һәм өмөт менән 14.12.2018 // Сәләмәт булайыҡ

Ҡурҡыуҙы мотлаҡ еңергә кәрәк Онкология сире сәләмәт тормош алып барған, үҙен көслө тойған, спорт...

Тотош уҡырға 95

Һөлөктө белеп һалырға кәрәк

Һөлөктө белеп һалырға кәрәк 11.12.2018 // Сәләмәт булайыҡ

Һөлөк һалыу халыҡ медицинаһында борон-борондан килә. Уның хаҡында “Урал батыр” эпосында ла телгә...

Тотош уҡырға 193

Имбирь менән дуҫлаш

Имбирь менән дуҫлаш 07.12.2018 // Сәләмәт булайыҡ

Һуңғы йылдарҙа халыҡ телендә имбир һүҙе йыш ҡулланыла башланы. Был төр культура магазин...

Тотош уҡырға 280