Вконтакте facebook facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Хәүефле “дарыу”ҙарға ҡаршы көрәш көсәйә.

Илдең Дәүләт Думаһы ялған дарыуҙар һәм биологик әүҙем өҫтәмәләр әйләнеше өсөн яуаплылыҡты арттырыу буйынса Рәсәйҙең Административ хоҡуҡ боҙоуҙар һәм Енәйәт кодекстарына үҙгәрештәрҙе беренсе уҡыуҙа бер тауыштан ҡабул итте.

Кешеләрҙең ғүмерен һәм һау­лығын хәстәрләүгә йүнәлтелгән был документ “Берҙәм Рәсәй” партия­һының өҫтөнлөклө проекты булып тора. Ул Рәсәй Дәүләт Дума­һы Рәйесе урынбаҫары Ирина Яровая, хәүефһеҙлек һәм коррупцияға ҡаршы көрәш комитеты рәйесе урынбаҫары Эрнест Вәлиев, ғаилә, ҡатын-ҡыҙҙар һәм балалар комитеты рәйесе урынбаҫары Ольга Окунева, финанс баҙары буйынса комитет рәйесе урынбаҫары Антон Гетта, депутат Александр Прокопьев тарафынан әҙерләнгән.

Ирина Яроваяның был йәһәттән фекере ҡәтғи:
– Ялған дарыуҙар етештереү, ғәмәлдә, ойошторолған енәйәтсел эшмәкәрлек булып тора. Ул ил иҡтисадына ғына зыян килтереп ҡалмай, кешеләрҙең ғүмеренә һәм һаулығына ҙур хәүеф менән янай. Ялған һәм контрафакт дарыу­ҙарҙы, медицина әйберҙәрен, биологик әүҙем өҫтәмәләрҙе һатыу һәм таратыу тейешле яуаплылыҡҡа тарттырыуҙы күҙалларға тейеш.

Рәсәй Дәүләт Думаһы Рәйесе урынбаҫары белдереүенсә, ике төрлө фальсификат бар: ябай итеп әйткәндә, составына бер ниндәй ҙә дауалау компоненты инмәгән “буш ҡыуыҡ­тар” һәм хәүефле матдәле “дарыуҙар”. Икеһен дә таратыу, һатыу аңлы рәүештә хоҡуҡ боҙоу тигәнде аңлата. Был – күмәк халыҡҡа ҡаршы йүнәлтелгән эшмәкәрлек һәм кешенең һау­лығына, ғүмеренә бәйле көтөлмәгән һөҙөм­тәләргә килтереүе ихтимал. Беренсенән, ваҡытында дөрөҫ дауалау алма­ған граж­дандың сәләмәтлеге ныҡ­лы ҡаҡшауы һәм башҡа эҙемтәләр булыуы ихтимал. Икен­се­нән, зарарлы матдәләр ҡулланып, һау­лыҡ­ҡа төҙәтеп булмаҫлыҡ ҙур зыян килтерергә мөмкин.

Ялған дарыуҙарҙы, медицина әйберҙәрен йәки биологик әүҙем матдәләрҙе интернет селтәре аша таратыу тағы ла ҡурҡынысыраҡ эҙемтәләргә килтереүе бар, сөнки таралыу сиге күпкә киңәйә, ил иҡтисадына зыян килтергән закон­һыҙ килем күләме лә арта. Шуға ла парламентарий был енәйәт өсөн йәмғиәткә килтерелгән зыянға ярашлы яуаплылыҡ кимәлен билдәләргә тәҡдим итә.

Билдәле булыуынса, 2014 йыл­дың декабрендә ялған дарыуҙар таратҡан өсөн яуаплылыҡ кимәле билдәләнгәйне. Законға ярашлы, 2017 йылда “Росздравнадзор” тарафынан алты сауҙа маркаһы, ялған дарыуҙарҙың алты серияһы; ялған фармацевтика субстанция­ларының ике сауҙа маркаһы һәм 215 серияһы; талаптарға ярашлы булмаған бер миллиондан ашыу медицина әйберҙәре әйләнештән алынған; 269 455 теркәлмәгән һәм 3875 ялған медицина әйбере асыҡланған.

Бигерәк тә ошондай ялған тауарҙар менән сауҙа итеү интернет селтәрендә киң таралған һәм донъяуи киңлекте үҙ эсенә ала, тип әйткәйнек инде. Хоҡуҡ һаҡлау органдары рецепт менән генә таратылырға тейешле дарыу­ҙар, ныҡ тәьҫир иткән, психотроп һәм наркотик матдәләр һатылған 700-гә яҡын сайтты асыҡлаған. Ошо йәһәттән Рәсәй граждан­да­рының хәүефһеҙлеген хәстәрләү өсөн закон сығарыусылар ҡануниәткә өҫтәмә квалификация билдәһе индермәксе. Был виртуаль селтәр аша ялған дарыуҙар, медицина әйберҙәре, биологик әүҙем матдәләр таратылған осраҡта, енәйәтселәрҙең биш йылдан һигеҙ йылғаса иркенән мәхрүм ителеүе ихтимал тигәнде аңлата. Айырым кешеләр өсөн административ яуаплылыҡ – 75-тән 200 мең һумғаса, вазифалы кешеләр өсөн – 150 мең һумдан 800 мең һумғаса, шәхси эшҡыуарҙар өсөн шулай уҡ 150 мең һумдан 800 мең һумғаса, ойошмалар өсөн ике – биш миллион һумғаса штрафҡа етеүе мөмкин. Шулай уҡ һуңғы ике субъект өсөн эшмәкәрлектәрен 90 көнгәсә туҡтатыу ҙа ҡаралған.

Ирина Яровая был башланғыс бер үк ваҡытта иҫкәртеү сараһы ла булып тора тип белдерә: яуап­лылыҡтың юғары кимәле билдә­ләнгән осраҡта, енәйәтсел эшмә­кәр­лектең әһәмиәте кәмей. Закон проекты шулай уҡ Европа Сове­тының Медицина тауарҙарын фаль­сификациялау һәм халыҡ сәләмәтлегенә зыян килтереүсе шуға оҡшаш енәйәттәр менән кө­рәшеү конвенцияһы талаптарын да үтәй (“Медикрим” Конвен­цияһы).
Башланғыс Рәсәй Хөкүмәте тарафынан хупланған.

Автор: Гүзәлиә БАЛТАБАЕВА
Фото: pixabay.com


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Паллиатив ярҙам беҙҙең ауылдарға ла килеп етерме?

Паллиатив ярҙам беҙҙең ауылдарға ла килеп етерме? 21.02.2019 // Сәләмәт булайыҡ

Рәсәй Президенты Владимир Путин Федераль Йыйылышҡа Мөрәжәғәтнамәһендә паллиатив ярҙам тураһындағы...

Тотош уҡырға 42

Ядро медицинаһы үҙәге нисек эшләй?

Ядро медицинаһы үҙәге нисек эшләй? 19.02.2019 // Сәләмәт булайыҡ

Рәсәй Президентының Волга буйы федераль округындағы тулы хоҡуҡлы вәкиле Игорь Комаров үҙенең эш...

Тотош уҡырға 42

Күсей менән Басай осрашһа...

Күсей менән Басай осрашһа... 19.02.2019 // Сәләмәт булайыҡ

Баймаҡ районында бер биләмәгә ҡараған Күсей һәм Басай ауылдары халҡы элек-электән дуҫ, татыу йәшәй....

Тотош уҡырға 65

Сысҡан шәкәрҙе күп ашағас...

Сысҡан шәкәрҙе күп ашағас... 18.02.2019 // Сәләмәт булайыҡ

АҠШ ғалимдары күп йыллыҡ тикшеренеүҙәрҙән һуң шундай һығымтаға килгән: туҡланыуҙа шәкәр һәм...

Тотош уҡырға 77

Саңғы юлында һәр кем – еңеүсе

Саңғы юлында һәр кем – еңеүсе 17.02.2019 // Сәләмәт булайыҡ

Белореттың “Металлург” стадионында Советтар Союзы Геройы Александр Серебренников иҫтәлегенә саңғы...

Тотош уҡырға 43

Спортты ярат – һынауҙарға бирешмә

Спортты ярат – һынауҙарға бирешмә 16.02.2019 // Сәләмәт булайыҡ

“Был аҙнаның ял көндәре шул ҡәҙәр яҡшы башланды, – тип шатлығы менән уртаҡлашты Сибайҙа йәшәгән 11...

Тотош уҡырға 62

Ғинуар аҙағында һорағайнылар

Ғинуар аҙағында һорағайнылар 14.02.2019 // Сәләмәт булайыҡ

Стәрлетамаҡтың 1-се клиник дауаханаһына ҡатмарлы нейрохирургик операциялар эшләү өсөн февраль...

Тотош уҡырға 54

Ул беҙҙең ауылдарға килһә...

Ул беҙҙең ауылдарға килһә... 14.02.2019 // Сәләмәт булайыҡ

Күсмә медицина комплексы – Новгород өлкәһе хөкүмәте һәм “ПМК-МЕДЭК” сәнәғәт медицина компанияһының...

Тотош уҡырға 58

Күҙҙәрең ауыртамы? Табиптар үҙҙәре килә!

Күҙҙәрең ауыртамы? Табиптар үҙҙәре килә! 14.02.2019 // Сәләмәт булайыҡ

Башҡортостан дауаханаларында Өфө күҙ ауырыуҙары ғилми-тикшеренеү институты табиптары республика...

Тотош уҡырға 150

Һин ниндәй сәй эсәһең?

Һин ниндәй сәй эсәһең? 14.02.2019 // Сәләмәт булайыҡ

“Росконтроль” белгестәре магазин кәштәләрендәге сәй сифатын тикшерҙе....

Тотош уҡырға 189

Аҡ күңелле, аҡ халатлы

Аҡ күңелле, аҡ халатлы 13.02.2019 // Сәләмәт булайыҡ

Сәләмәтлек — иң ҙур байлыҡ, уны һатып алып булмай. Һаулыҡ һағында торған табиптарҙы халыҡ йыш ҡына...

Тотош уҡырға 114

Егерме ике мең кеше сирен белмәй йөрөгән...

Егерме ике мең кеше сирен белмәй йөрөгән... 12.02.2019 // Сәләмәт булайыҡ

Республиканың Һаулыҡ һаҡлау министрлығы мәғлүмәттәре буйынса, былтыр Башҡортостанда 214 605 кеше...

Тотош уҡырға 147