Вконтакте facebook facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Үҙегеҙҙе лә, башҡаларҙы ла уйлағыҙ
Киҙеү осоро етте: күҙгә күренмәгән дошман – вируслы инфекциялар таралған ваҡыт. Шуға күрә иҫкәртеү сараларын хәтергә төшөрөргә, иммунитетты нығытыуҙы хәстәрләргә кәрәк.

Ғинуар аҙағында Башҡортостанда киҙеү (грипп) һәм киҫкен респиратор инфекциялар менән сирләүселәр һаны 21 меңдән артып киткән, уларҙың 62 проценты – балалар. Роспотребнад­зорҙың Башҡортостан буйынса ида­ралығы етәксеһе, республиканың баш санитар табибы Евгений Степанов әйтеүенсә, ойошма аҙна һайын сирләү­селәр һанын аныҡлап тора. Улар араһында балалар өҫтөнлөк итә – 3 йәштән 6 йәшкәсә бәләкәстәр күберәк. Өфөлә һигеҙ меңгә яҡын кеше ауырыған, уларҙың яртыһы – балалар.

Башҡортостан буйынса хәл тото­роҡло, әммә баш ҡалала эпидемик сик 11 процентҡа үтеп киткән. Аҙна һайын сирләүселәр һаны уртаса 13 – 15 процентҡа арта.

Роспотребнадзорҙың Башҡортостан буйынса идаралығының эпидемиологик күҙәтеү буйынса бүлек етәксеһе Зөһрә Шаһиева әйтеүенсә, әлегә киҙеү эпидемияһы тураһында һүҙ алып барыу урынһыҙ:
– Беҙ эпидемия алдында торабыҙ, сирләгәндәрҙең һаны артыуын көтәбеҙ. Әммә баш ҡалала эпидимиологик сиктең артып китеүе бер нимә лә аңлатмай – статистик хилафлыҡтар ҙа иҫәпкә алынырға тейеш.

Күҙәтеү ведомствоһы етәксеһе әйтеүенсә, әгәр ҙә һеҙ үҙегеҙҙә хәл­һеҙлек, киҫкен респиратор инфекция билдәләрен тойһағыҙ, медицина учреждениеһына мөрәжәғәт итергә кәрәк. Балалар сирләгән осраҡта уны мәктәпкә йә иһә башҡа йәмғиәт урындарына ебәрмәгеҙ – дауаланһын, өйҙә булһын. Эшләп йөрөгәндәргә лә коллективты зарарламаҫ өсөн унда бармау фарыз – киҙеү тиҙ йоға. Табиптар үҙ белдегең менән дауаланыуҙы хупламай – дауаланыу схемаһын квалификациялы белгес кенә билдәләй ала.

Белгестәр күҙаллауынса грипп (киҙеү) эпидемияһының юғары нөктәһе февраль-мартта көтөлә. Гриптың штамдарына килгәндә, быйыл H1А1 (сусҡа киҙеүе) вирусы үҙгәрмәгән. Унан тыш быйылғы миҙгелдә А2 (Сингапур) һәм В2 (Колорадо) яңы штамдары булыуы көтөлә. Әлеге ваҡытта сусҡа киҙеүе (грипп хаҡында һүҙ бара, киҫкен респиратор вируслы инфекциялар менән бутарға ярамай) сирләүселәрҙең 33 процентында лаборатория шарттарында раҫланған, гонконг киҙеүе (H3N2) – 53 процент кешеләрҙә.

Киҙеүҙең төп ҡурҡынысы – ул тиҙ үҫешә, һаулыҡ һәм ғүмер өсөн хәүефле булған ҡатмарлы пневмонияға алып килеүе ихтимал. Әйткәндәй, былтыр республикала “пневмония” диагнозы 23 меңдән ашыу кешегә ҡуйылған. Сиргә айырыуса балалар, оло йәштәгеләр тиҙ бирешә.
Белгестәр айырыуса билдәләй: киҙеүҙән һаҡланыуҙың иң тәьҫирле сараһы – вакцинация. Быйылғы миҙгел­де республика халҡының 45 проценты (1 миллион 831 мең 272 кеше) киҙеүгә ҡаршы прививка яһатып ҡаршылаған.

Нисек кенә булмаһын, ауырыу бил­дәләрен тойоу менән табипҡа мөрәжәғәт итергә кәрәк. Киҙеү аяуһыҙ – уны ваҡытында һәм дөрөҫ дауаламау һаулыҡҡа ифрат ҙур зыян килтереүе, хатта үлемесле осраҡҡа еткереүе ихтимал.

Кинәт кенә сир аяҡтан йыҡмаһын өсөн, туҡланыуығыҙ файҙалы булһын, йылыраҡ кейенеп йөрөгөҙ, йоҡоғоҙҙо туйҙырығыҙ.
Үҙегеҙҙе лә, башҡаларҙы ла уйлағыҙ



Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Сирҙәрҙе башланғыс стадияһында уҡ асыҡлаясаҡ

Сирҙәрҙе башланғыс стадияһында уҡ асыҡлаясаҡ 16.03.2019 // Сәләмәт булайыҡ

Учалы үҙәк дауаханаһында өлкәндәр өсөн УЗИ кабинетын йыһазландырыу эштәре бара....

Тотош уҡырға 26

Ҡәлғәгеҙ хәүефһеҙме?

Ҡәлғәгеҙ хәүефһеҙме? 15.03.2019 // Сәләмәт булайыҡ

Таҙалыҡ – сәләмәтлек нигеҙе, тигән ҡанатлы һүҙҙәр хәҙерге заманда ла көнүҙәклеген юғалтмай....

Тотош уҡырға 76

Үҙеңдән дә оло табип юҡ

Үҙеңдән дә оло табип юҡ 15.03.2019 // Сәләмәт булайыҡ

Һаулыҡтың һаҡлауға мохтаж икәнлеген хәтерҙә тотайыҡ....

Тотош уҡырға 159

Уйҙырмаларҙан ҡотолайыҡ

Уйҙырмаларҙан ҡотолайыҡ 15.03.2019 // Сәләмәт булайыҡ

Һаулыҡ һаҡлау өлкәһендә лә төрлө уйҙырмалар етерлек. Шуларҙың бер нисәһенә күҙ һалайыҡ....

Тотош уҡырға 71

“Дошман” ял да,  серем дә итмәй

“Дошман” ял да, серем дә итмәй 15.03.2019 // Сәләмәт булайыҡ

Был мәкерле сирҙе прививка яһап еңеп була....

Тотош уҡырға 87

Ҡыҙылсанан һаҡланайыҡ

Ҡыҙылсанан һаҡланайыҡ 14.03.2019 // Сәләмәт булайыҡ

“Роспотребнадзор”ҙың Башҡортостан идаралығынан хәбәр итеүҙәренсә, республикала ҡыҙылса ауырыуының...

Тотош уҡырға 145

Розалия тыуған ҡалаһына ҡайтты

Розалия тыуған ҡалаһына ҡайтты 13.03.2019 // Сәләмәт булайыҡ

Ошо көндәрҙә Сибай ҡалаһының балалар поликлиникаһы йәнә бер йәш белгес менән тулыланды. Өфөнән...

Тотош уҡырға 190

“Мотор” талсыҡмаһын

“Мотор” талсыҡмаһын 13.03.2019 // Сәләмәт булайыҡ

Йөрәгегеҙ һау булһын, талсыҡмай эшләһен тиһәгеҙ, туҡланыуға айырыуса ҙур иғтибар бүлегеҙ. Бигерәк...

Тотош уҡырға 99

МИОКАРД ИНФАРКТЫ

МИОКАРД ИНФАРКТЫ 13.03.2019 // Сәләмәт булайыҡ

МИОКАРД ИНФАРКТЫ – ҡан әйләнеше боҙолоу сәбәпле йөрәк мускулы күҙәнәктәренең һәләк булыуы....

Тотош уҡырға 184

Табипҡа ышаныу сирҙе еңеләйтә

Табипҡа ышаныу сирҙе еңеләйтә 13.03.2019 // Сәләмәт булайыҡ

Мәләүез үҙәк район дауаханаһында тағы бер эндокринологтың ҡабул итә башлауы шунда уҡ тойолдо. Быны...

Тотош уҡырға 72

Һәр ғәмәл бер епкә теҙелә

Һәр ғәмәл бер епкә теҙелә 13.03.2019 // Сәләмәт булайыҡ

“Зәүхиә, бер мәҡәләңдә ялған араҡы тураһында яҙ әле. Ҡайһы бер ауылдарҙа шул сифатһыҙ шыйыҡсаны...

Тотош уҡырға 167

Халыҡ һаулығын алға ҡуйып

Халыҡ һаулығын алға ҡуйып 05.03.2019 // Сәләмәт булайыҡ

Стәрлебаш районы Ҡуғанаҡбаш ауылының фельдшер-акушерлыҡ пунктынан халыҡ бер ваҡытта ла өҙөлмәй,...

Тотош уҡырға 108