Вконтакте facebook facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » “Дошман” ял да, серем дә итмәй

Был мәкерле сирҙе прививка яһап еңеп була.

Яңыраҡ Ер шарында Бөтә донъя кеше папилломаһы вирусына ҡаршы көрәш көнө киң билдәләнде. Планета күләмендә иғтибарға лайыҡ тип табылған сир хаҡында беҙ нимә беләбеҙ? Ни өсөн үтә хәүефле һуң ул?

Республика онкология диспансерында ғалимдар, табип-онкологтар менән үткәрелгән матбуғат конференцияһында һүҙ ошо мәкерле сирҙе иҫкәртеү, асыҡлау һәм дауалау саралары тураһында барҙы.

Вирус түгел, һөйөү бүләк ит!

Ғалимдар әйтеүенсә, кеше папил­ломаһы вирусы әҙәм менән “йәштәш”, бынан 500 мең йыл элек Африканы ташлап киткән неандерталецтарҙың ата-бабалары ошо сиргә дусар булған. Бынан ярты миллион йыл элек барлыҡҡа килгән вирус енси бәйләнеш һөҙөмтәһендә киң таралған.

Ҡатын-ҡыҙҙарҙа ул йыш ҡына ба­лаятҡы муйынсаһы, ир-атта енес ағза­лары яман шешен барлыҡҡа килтерә. Ауыҙ ҡыуышлығы, ҡурылдай яман шеше лә йыш осрай. Рәсәйҙә йыл һайын ҡурылдай яман шешенән өс мең үлем осрағы теркәлә. Ә балаятҡы муйынсаһы рагы ҡатын-ҡыҙҙарҙың репродуктив ағзалары ауырыуҙары араһында, һөт биҙе сиренән тыш, икенсе урынды биләй. Ғөмүмән, Бөтә донъя һаулыҡ һаҡлау ойошмаһы мәғлүмәттәренә ҡарағанда, Ер йөҙөндә һәр алтынсы кеше ошо вирусты йөрөтә. Уның 200-гә яҡын төрө бар, 35-е енес ағзаларының эпидермис туҡымаһын һәм лайлалы тиресәһен зарарлай. Енси партнерҙарҙың күбәйеүе менән сирҙең йоғошлолоғо ла арта, ти табиптар.

Бөтә донъя һаулыҡ һаҡлау ойошмаһы кеше папилломаһы вирусын вакцинация­лауҙы Милли календарға индереүҙе тәҡдим итә: тәү сиратта үҫмер ҡыҙҙар, унан ҡала ҙурыраҡ йәштәге ҡыҙҙар һәм йәш ҡатындарға прививка яһалырға тейеш. Әле иҡтисади яҡтан алдынғы 71 илдә был эш тәртипкә һалынған, ә 11 илдә йәш ир заттарын вакцинациялау ҙа башҡарыла.

Милли календарға индерелерме?

Бөтә донъяла вакцинацияның тәьҫирлелеге иҫбатланған, һаулыҡ һаҡлауҙың бер программаһы ла бындай ҙа тос һөҙөмтәләргә өлгәшкәне юҡ, ти табиптар. Барлыҡ санитария нормаларын үтәү, һыу сифатын яҡшыртыу, антибиотиктар ҡулланыу кеүек сараларҙы файҙаланыу ғына йоғошло сирҙәрҙе контролләүгә килтермәйәсәк. Һаулыҡ һаҡлау министрлығының штаттан тыш балалар һәм үҫмерҙәр баш гинекологы Софья Мөслимова, яман шешкә күберәк өлкәндәр дусар булыуына ҡарамаҫтан, үҫмерҙәрҙе лә был сирҙең урап үтмәүен билдәләне. Өҫтәүенә бындай йәштә уларҙы дауалау өсөн бөтә төр дарыуҙарҙы ла ҡулланып булмай, препараттар ассортименты бик ярлы икән.

– Иң яҡшыһы – 10-12 йәшлек үҫмер ҡыҙҙарға прививка яһау. Башҡортостанда вакцинация программаһы ҡабул ителмәгәнлектән, прививка яһатыу-яһатмау мәсьәләһен хәл итеү ата-әсә иңенә төшә. Процедура ирекле. Минеңсә, ата-әсә яман шештең был төрө хаҡында хәбәрҙар түгел, бәлки, прививканан ҡурҡыу тойғоһо уларҙы икеләндерә торғандыр. 2006 йылдан башлап, бөтә донъяла файҙаланылған скрининг программаһынан тыш, балаятҡы муйын­саһы шешен иҫкәртеүҙә вакцинация иң ҡулайлы юл һанала, – ти Софья Юрьевна.

Хәүефле сир, енси юл менән таралыу­ҙан тыш, көнкүрештәге төрлө осраҡтар – эске кейем-һалым, хирург бирсәткәһе, медицина ҡорамалдары һәм башҡа предметтар аша ла йоғоуы ихтимал. Хәҙерге ваҡытта ҡыҙҙарҙы вакцинациялау буйынса милли программалар етмешкә яҡын илдә индерелгән. Ә тиҫтәгә яҡын дәүләттә малайҙарҙы ла вакцинация­лайҙар. Тәжрибәнән күренеүенсә, привив­каның һөҙөмтәһе яҡшы, һаулыҡ өсөн бер ниндәй хәүеф юҡ, ҡатын-ҡыҙҙарҙың һаулығын һәм демографик хәлде яҡшыртыуҙа тәьҫирле сара, тип иҫәпләй педиатрҙар.

– Прививкалар ярҙамында донъяла халыҡты ҡурҡыуға төшөргән байтаҡ сирҙе еңеүгә өлгәшелде. Сәсәк, һыу сәсәге, ваба кеүек хәүефтәрҙән тап вакцинация ярҙамында ҡотолдоҡ түгелме ни? Ә ХХI быуат башында өр-яңы вакциналар етештереү процесы башланды. Иҫкәртеү прививкаларын үҙ эсенә алған Милли календарь ярҙамында балалар араһында үлем осраҡтарын байтаҡҡа ҡыҫҡартырға мөмкин булды.

Үкенескә ҡаршы, тормош сифатын түбә­нәйткән папиллома вирусына ҡаршы вакцинация беҙҙең илдә Милли кален­дарға индерелмәгән. Әммә һаулығың өсөн яуаплылыҡты үҙ өҫтөңә алып, яман шештең был төрөнән һаҡланыу сараһын ҡулланыу бер кемгә лә тыйылмай бит. Сәләмәтлекте хәстәрләү – һәр кемдең үҙ ҡулында. – Доктор яңыраҡ Үзбәк­стандағы коллегаларының яман шештең ошо төрөн иҫкәртеү сараһын прививка­ларҙың Милли календарына индереүе менән ҡәнәғәтлек кисереүен, ә Рәсәйҙә һаман да иммунопрофилактика буйынса ҡарар ҡабул ителмәүенә тәрән үкенес белдерҙе.

Юғалтыуға юл ҡуймайыҡ

Медицина фәндәре докторы, республика онкология диспансерының бүлексә мөдире Гүзәл Батталова матбуғат конференцияһында Башҡортостанда кеше папилломаһы вирусының таралыу даирәһе, сирҙең тәбиғәте, халыҡ араһында аңлатыу эшенең мөһимлеге хаҡында ҙур мәғлүмәт бирҙе.

Былтыр яман шештең ошо төрө менән 346 ҡатын-ҡыҙ сирләгән (2017 йылда – 373). Ауырыуҙарҙың 60 проценты беренсе һәм икенсе стадияға ҡараһа, ҡалғандарының хәле ауырыраҡ, сир тамам аҙған. Ғөмүмән, яман шештең был төрө сағыштырмаса яй үҫешә (өс йылдан ун йылға тиклемге осорҙа), мәлендә уны асыҡлағанда дауалау, хәүефтән ҡотолоу өсөн ваҡыт бар, тип иҫәпләй доктор.

2017 йылда балаятҡы муйынсаһы яман шешен иҫкәртеү өсөн скрининг индерелеүе сир осраҡтарын тиҙ асыҡларға ярҙам иткән. Былтыр 94 мең ҡатын-ҡыҙ медицина тикшереүе үткән. Һөҙөмтә һөйөнөслө түгел: 83 ҡатын-ҡыҙҙа яман шеш табылған, ә 528-енең хәле ҡурҡыныс сиргә әүерелеү алдында тора.

Вакцинация программаһын тормошҡа ашырыуға киткән сығымдар, йыл һайын ил кисергән юғалтыуҙарға ҡарағанда, һис һүҙһеҙ, кәм, социаль һәм иҡтисади һөҙөмтә лә ҙурыраҡ. Сирҙе дауалауға, “больничный”ҙар түләүгә киткән финанс сығымынан тыш, репродуктив йәштәге ҡатын-ҡыҙҙарыбыҙҙы юғалтыу, халыҡтың тәбиғи кәмеүе һәм башҡа төрлө проблемалар медицина берлеген уйланырға мәжбүр итә. Улар ҡатын-ҡыҙҙарыбыҙҙың сәләмәтлеген һәм демографик хәлде яҡшыртыу маҡсатында иҫкәртеү йүнәлешен – иң файҙалы юл, ә кеше папилломаһы вирусына ҡаршы вакцинаны яман шешкә ҡаршы көрәш стратегияһында фәндең иң мөһим ҡаҙанышы тип иҫәпләй.



Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






"Сибай ҙа, уның халҡы ла оҡшаны"

"Сибай ҙа, уның халҡы ла оҡшаны" 22.03.2019 // Сәләмәт булайыҡ

Тап шундай йылы һүҙҙәр, яҡты уйҙар менән ҡайтырға сыҡты Өфө табиптары. Бөгөн Сибайҙа сирлеләрҙе...

Тотош уҡырға 29

Заман менән бергә атлайҙар

Заман менән бергә атлайҙар 22.03.2019 // Сәләмәт булайыҡ

“Йөрәк һүҙе”, “Йөрәктән сыҡҡан йөрәккә етә”, “Бала – йөрәк ите”, “Миһырбанлыҡ – йөрәктән”... Кеше...

Тотош уҡырға 37

Яман шешкә ҡаршы "ҡоралланып"

Яман шешкә ҡаршы "ҡоралланып" 21.03.2019 // Сәләмәт булайыҡ

Бөгөнгө “Сәләмәтлек сәғәте”ндә онкологик сирлеләрҙе дарыу препараттары менән тәьмин итеү мәсьәләһе...

Тотош уҡырға 33

Сирҙәрҙе башланғыс стадияһында уҡ асыҡлаясаҡ

Сирҙәрҙе башланғыс стадияһында уҡ асыҡлаясаҡ 16.03.2019 // Сәләмәт булайыҡ

Учалы үҙәк дауаханаһында өлкәндәр өсөн УЗИ кабинетын йыһазландырыу эштәре бара....

Тотош уҡырға 33

Ҡәлғәгеҙ хәүефһеҙме?

Ҡәлғәгеҙ хәүефһеҙме? 15.03.2019 // Сәләмәт булайыҡ

Таҙалыҡ – сәләмәтлек нигеҙе, тигән ҡанатлы һүҙҙәр хәҙерге заманда ла көнүҙәклеген юғалтмай....

Тотош уҡырға 80

Үҙеңдән дә оло табип юҡ

Үҙеңдән дә оло табип юҡ 15.03.2019 // Сәләмәт булайыҡ

Һаулыҡтың һаҡлауға мохтаж икәнлеген хәтерҙә тотайыҡ....

Тотош уҡырға 173

Уйҙырмаларҙан ҡотолайыҡ

Уйҙырмаларҙан ҡотолайыҡ 15.03.2019 // Сәләмәт булайыҡ

Һаулыҡ һаҡлау өлкәһендә лә төрлө уйҙырмалар етерлек. Шуларҙың бер нисәһенә күҙ һалайыҡ....

Тотош уҡырға 78

Ҡыҙылсанан һаҡланайыҡ

Ҡыҙылсанан һаҡланайыҡ 14.03.2019 // Сәләмәт булайыҡ

“Роспотребнадзор”ҙың Башҡортостан идаралығынан хәбәр итеүҙәренсә, республикала ҡыҙылса ауырыуының...

Тотош уҡырға 150

Розалия тыуған ҡалаһына ҡайтты

Розалия тыуған ҡалаһына ҡайтты 13.03.2019 // Сәләмәт булайыҡ

Ошо көндәрҙә Сибай ҡалаһының балалар поликлиникаһы йәнә бер йәш белгес менән тулыланды. Өфөнән...

Тотош уҡырға 197

“Мотор” талсыҡмаһын

“Мотор” талсыҡмаһын 13.03.2019 // Сәләмәт булайыҡ

Йөрәгегеҙ һау булһын, талсыҡмай эшләһен тиһәгеҙ, туҡланыуға айырыуса ҙур иғтибар бүлегеҙ. Бигерәк...

Тотош уҡырға 103

МИОКАРД ИНФАРКТЫ

МИОКАРД ИНФАРКТЫ 13.03.2019 // Сәләмәт булайыҡ

МИОКАРД ИНФАРКТЫ – ҡан әйләнеше боҙолоу сәбәпле йөрәк мускулы күҙәнәктәренең һәләк булыуы....

Тотош уҡырға 195

Табипҡа ышаныу сирҙе еңеләйтә

Табипҡа ышаныу сирҙе еңеләйтә 13.03.2019 // Сәләмәт булайыҡ

Мәләүез үҙәк район дауаханаһында тағы бер эндокринологтың ҡабул итә башлауы шунда уҡ тойолдо. Быны...

Тотош уҡырға 75