Вконтакте facebook facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » “Ир менән ҡатын проблемаһы”н еңеп сығырға мөмкин

Тыуым кимәлен күтәреү юлдары бар.

Демография мәсьәләһе иң ҡатмарлы проблемаларҙың береһе булып ҡала. Мең йыллыҡтар сигендә халыҡ һаны тотороҡло кәмей. Тотош Рәсәйҙә, шулай уҡ Башҡортостанда ла тыуым кимәленең түбәнәйеүе, үлемдең артыуы күҙәтелә. Былтыр илдә сабыйҙар һаны 5,2 процентҡа (республикабыҙҙа – 3,4 процентҡа) ҡыҫҡарған, ә халыҡтың тәбиғи кәмеүе 218 мең кеше (Башҡортостанда – 2,7 мең кеше) тәшкил иткән.

Түлһеҙлек сәбәптәре

“Башҡортостанстат” мәғлүмәттәренә ярашлы, былтыр ғинуар – октябрҙә Баш­ҡортостанда 39 762 сабый донъяға килгән, йәғни 2017 йылдың ошо уҡ осоро менән сағыштырғанда, 1394 балаға аҙыраҡ (41 156). Бер үк ваҡытта үлем күрһәткесе артҡан: 2018 йылда – 42 428, 2017 йылда иһә – 42 166 кеше.

Белгестәр шулай уҡ никахтар һанының кәмеүен, айырылышыуҙарҙың күбәйеүен билдәләй. Ошоға бәйле бала табыуҙы дәртләндереү дәүләттең мөһим бурысына әүерелде. Ғаиләне планлаштырыу ҙа ҙур әһәмиәткә эйә. Сабый сәләмәт булһын һәм көтөп алынһын өсөн репродуктив функ­цияға контролде тәьмин итеү шарт.

Тыуымдың кәмеү сәбәптәренең береһе –түлһеҙлек. Төп урынды ҡатнаш, йәғни ирҙәргә һәм ҡатындарға хас факторҙар биләй. Балаһыҙ ғаиләләрҙең яртыһында түлһеҙлектең сәбәбе – ир-егеттәрҙә. Эле­герәк бер миллилитр спермала сперматозоидтар һанының 60 миллиондан кәмерәк булыуы патология тип иҫәпләнһә, хәҙер иһә дүрт тапҡырға түбәнерәк күрһәткес, йәғни 15 миллион сперматозоид норма тип таныла.
Ҡатын-ҡыҙҙарҙа түлһеҙлектең төп сәбәптәренә аналыҡтағы склерополикистоз, балаятҡы торбаһындағы кәмселек­тәр, эндометриоз, түллек биҙе эшмәкәр­легенең ваҡытынан алда туҡталыуы, аутоиммун ауырыуҙар, пельвиоперитониттар инә.

Күрһәтмәләрҙе теүәл үтәү шарт

Экстракорпораль аталандырыу – репродуктив медицинаның заманса алымы. Ул ҡатындарға ауырға ҡалырға һәм бала табырға ярҙам итә. 1986 йылдың фев­ралендә академик В.И. Кулаков исемендәге Акушерлыҡ, гинекология һәм перинатология ғилми үҙәгендә Рәсәйҙәге тәүге ЭКО-сабый донъяға килә. Уны Елена Донцова таба. Экстракорпораль аталандырыу технологияһының асылы лаборатория шарттарында аталандырылған инә күҙәнәкте аналыҡҡа индереүгә ҡайтып ҡала. Операция яһар алдынан табип файҙаланыласаҡ күҙәнәктәрҙе билдәләй. Уларҙың әсә булырға теләгән ҡатындан йәки донорҙан алыныуы ихтимал. Процедура уңышлы үтһен өсөн, медицина протоколдарында ҡаралғанса, ЭКО-ның барлыҡ этаптарын теүәл үтәү шарт.

Норманан тайпылыш күҙәтелһә, яһалма аталандырыуҙың тағы ла бер яңы алымын – ИКСИ ҡулланалар. Был осраҡта алдан һайлап алынған сперматозоидты микроскоп аҫтында махсус микрохирургия ҡора­мал­дары ярҙамында инә күҙәнәккә индерәләр. Беренсе тапҡыр ИКСИ 1992 йылда Бельгияла яһала. Шул мәлдән был алым нигеҙендә меңдәрсә бала тыуған. Илебеҙҙә ул тәүге тапҡыр академик В.И. Кулаков исемендәге Акушерлыҡ, гинекология һәм перинатология ғилми үҙәгендә, Башҡортос­танда иһә Ҡатын-ҡыҙ һәм ир-егет сәлә­мәтлеге клиникаһында яһалған. Әле республикала ярҙамсы репродуктив техноло­гияларға махсуслашҡан клиникаларҙың бөтәһендә лә ИКСИ ҡулланыла.

Тәүге уңышлы ЭКО-йөклөлөктән алып 39 йыл ваҡыт үткән. Ошо йылдарҙа биш миллиондан ашыу, Рәсәйҙә 130 меңдән ашыу сабый тыуған.
Ҡатын-ҡыҙҙарға ЭКО һәм ИКСИ-ны 35 йәшкә тиклем эшләргә кәңәш ителә. Айырыуса 30-32 йәшлектәр күп мөрәжәғәт итә. 2017 йылдан – ЭКО, былтырҙан эмбрион­дарҙы криоконсервалау ҙа мотлаҡ медицина страховкаһына индерелгән.

Башҡортостанда экстракорпораль аталандырыуҙың һөҙөмтәлелеге ярайһы уҡ юғары – уртаса 42 процент тәшкил итә, ИКСИ-ҙыҡы иһә – 75-80 процент. Рес­пуб­ликабыҙҙа мотлаҡ медицина страховка­һының дәүләт программаһына ярашлы, медицина ойошмаларында ЭКО-ны бушлай яһатырға мөмкин. Бындай учреждениелар иҫәбенә Республика медицина-генетика үҙәге, “АНЭКО”, “МД Проект 2010”, “ЦМТ” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәттәре инә.

Көндөҙгө стационар шарттарында ярҙамсы репродуктив технологиялар ғәмәлдәре күләме йыл башында төҙөлгән тариф килешеүенә ярашлы бүленә. Халыҡ ихтыяжына бәйле квотаның йылдан-йыл артыуы күҙәтелә. 2016 йылда 800 ЭКО процедураһы үткәрелһә, быйыл был күрһәткес 2025-кә етәсәк. Республика медицина-генетика үҙәгендә – 608, “МД Проект 2010” йәмғиәтендә – 607, “АНЭКО”ла – 405, “ЦМТ”ла 405 ЭКО процедураһы яһау планлаштырыла. 2011 йылдың 21 нояб­рендәге “Рәсәй Федерацияһында граж­дандарҙың һаулығын һаҡлау нигеҙҙәре тураһында”ғы 323-сө Федераль закондың 21-се статьяһына ярашлы, пациент мотлаҡ медицина страховкаһының территориаль программаһында ҡатнашҡан медицина ойошмалары иҫәбенән ЭКО яһаған медицина учреждениеһын һайлау хоҡуғына эйә.

2019 йылға һәм 2020-2021 йылдарҙың план осорона көндөҙгө стационарҙа ЭКО яһағанда ярҙамсы репродуктив технология­ларҙы файҙаланыу тәртибенә ярашлы түбәндәге этаптарҙы айырып билдәләйҙәр:
*суперовуляцияны дәртләндереү;

*инә күҙәнәкте алыу;

*экстракорпораль аталандырыу һәм эмбриондарҙы культивациялау;

*эмбриондарҙы балаятҡыға индереү (күсереү).

Эко яһағанда өсөнсө этапта алынған эмбриондарҙың криоконсерваланыуы ихтимал.

Түләүһеҙ ЭКО яһаған ойошмалар бар

Ҡатын-ҡыҙға ЭКО элегерәк криоконсер­валанған эмбриондарҙы ҡулланып ҡайта­нан яһалған осраҡта, организмға баҫым һәм көсөргәнеш, шулай уҡ аҡсалата сығым да кәмей. Тик мотлаҡ медицина страховка­һы аҡсаһы иҫәбенә криоконсерваланған эмбриондарҙы һаҡлау ҡаралмаған.

Криоконсервалау – ул эмбриондарҙы шыйыҡ азот ярҙамында Цельсий буйынса минус 196 градус температурала туңдырыу. Ошо рәүешле улар криобанкала бер нисә йыл дауамында һаҡлана ала. Әйткәндәй, эмбриондарҙы һаҡлау ваҡыты сикләнмәгән. Хатта тиҫтә йыл үткәс күсерелгән ярал­ғының уңышлы үҫеү осраҡтары байтаҡ. Репродуктологияла криоконсервалауҙың төп бурысы – тәбиғи юл менән ауырға ҡа­ла алмаған ҡатындарға әсә булыу мөмкин­леген биреү. Заманса репродуктология медицина, шулай уҡ социаль күрһәткестәр буйынса ла криоконсервалау алымын фай­ҙа­ланырға тәҡдим итә. Криоконсервалау Һаулыҡ һаҡлау министрлығы фарманы менән көйләнә.

Эмбриондарҙы криоконсервалау өсөн күрһәтмәләр:

*тәүге ғәмәл уңышһыҙлыҡҡа осраһа, түллекте дәртләндереү һәм фолликул­дарҙы пункциялау этаптарын үткәрмәйенсә, тағы ла ЭКО яһау;

*ЭКО циклында ҡатын-ҡыҙға эмбрион­дарҙы күсереү йәһәтенән кире күрһәтмәләр булһа (балаға уҙыу мөмкинлеген сикләгән вируслы сир йәки ашығыс операция);

*ҡатын-ҡыҙ суррогат әсәлек програм­маһында ҡатнашһа;

*ир менән ҡатын эмбриондарҙы оҙаҡ ваҡыт һаҡларға теләһә.

Криоконсервалауҙың ыңғай яҡтары:

*эмбриондарҙы һаҡлау һәм кәрәк ваҡытта файҙаланыу;

*өлкән йәштәге ҡатындарға бала табыу мөмкинлеге биреү, шул уҡ ваҡытта патология хәүефен кәметеү;

*химия терапияһынан һәм бала табыу системаһына йоғонто яһаған башҡа дауалау төрҙәренән һуң буйға уҙыу;

*ЭКО яһағанда овуляцияны дәртлән­дереү һәм түллек пункциялары күләмен кәметеү;

*түллекте гипердәртләндереү синдромы хәүефен иҫкәртеү.

Был алымдың кире яҡтарына туңдырыу һәм иретеү барышында эмбриондарҙың бер өлөшөн юғалтыу, мотлаҡ буйға уҙыу гарантияһының булмауы (криоконсервалауҙан һуң эмбриондарҙың уртаса 10-15 проценты ғына үҫешә) инә. Шул уҡ ваҡытта этик аспектты ла күҙ уңынан ысҡындырмаҫҡа кәрәктер, сөнки ҡатын-ҡыҙ, ҡасан да булһа бала таба алам, тип буйға уҙыуҙы кисектерә килә.

Ярҙамсы репродуктив технологиялар һөҙөмтәһендә, ата-әсәне ҡыуандырып, меңдәрсә сабый донъяға килде. “АНЭКО” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте эшләй башлағандан алып экстракорпораль аталандырыуҙан һуң тыуған балалар регистры төҙөлгән. Йыл башында уларҙың һаны 3 800 булған.

Репродуктологтарға мөрәжәғәт итеүселәр һаны йылдан-йыл арта. “Түлһеҙлек” төшөнсәһе әкренләп үткәндә ҡала, уны “ир менән ҡатындың проблемаһы” тигән һүҙбәйләнеш алмаштыра. Медицина ойошмалары ЭКО өлкәһендә бай тәжрибә тупланы. Түлһеҙлек мәсьәләһе менән юғары квалификациялы табиптар шөғөлләнә.

Түлһеҙлекте дауалау – дәүләт сәйәсәтенең бер өлөшө. Илебеҙ традицион алымдар (“әсәлек капиталы”, йөклөлөк һәм бала табыу буйынса пособие, балаға пособие) менән дә тыуымды дәртләндерә.

Башҡортостанда мотлаҡ медицина страховкаһы буйынса, йәғни түләүһеҙ ЭКО яһаған медицина ойошмалары: Республика медицина-генетика үҙәге дәүләт бюджет һаулыҡ һаҡлау учреждениеһы, “МД Проект 2010” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте, “АНЭКО” (“Ғаилә”) яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте, “Медицина технологиялары үҙәге” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте (“Ҡатын-ҡыҙ һәм ир-егет сәләмәтлеге” клиникалар селтәре).




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Дөрөҫ йәшәгеҙ

Дөрөҫ йәшәгеҙ 29.03.2019 // Сәләмәт булайыҡ

Заман ҙур тиҙлек менән алға елгәндә, йылдарға йылдар өҫтәлгән һайын тормоштоң мәғәнәһе, дөрөҫ...

Тотош уҡырға 144

Ғалимдар һөйөндөрмәне

Ғалимдар һөйөндөрмәне 29.03.2019 // Сәләмәт булайыҡ

Сит ил ғалимдары, атап әйткәндә, АҠШ, Испания һәм Норвегия тикшеренеүселәре рәсәйҙәрҙе тиҙ...

Тотош уҡырға 71

Прививкаһыҙ мәктәпкә лә, баҡсаға ла индермәйәсәктәр

Прививкаһыҙ мәктәпкә лә, баҡсаға ла индермәйәсәктәр 29.03.2019 // Сәләмәт булайыҡ

Күптән түгел Италияла яңы закон ғәмәлгә инде. Ата-әсәләр балаларын киң таралған йоғошло сирҙәрҙән...

Тотош уҡырға 102

“Сихут” сире һайлап тормай...

“Сихут” сире һайлап тормай... 29.03.2019 // Сәләмәт булайыҡ

Бер нәмәнән дә ҡурҡмаған таяҡса хаҡында....

Тотош уҡырға 96

"Сибай ҙа, уның халҡы ла оҡшаны"

"Сибай ҙа, уның халҡы ла оҡшаны" 22.03.2019 // Сәләмәт булайыҡ

Тап шундай йылы һүҙҙәр, яҡты уйҙар менән ҡайтырға сыҡты Өфө табиптары. Бөгөн Сибайҙа сирлеләрҙе...

Тотош уҡырға 105

Заман менән бергә атлайҙар

Заман менән бергә атлайҙар 22.03.2019 // Сәләмәт булайыҡ

“Йөрәк һүҙе”, “Йөрәктән сыҡҡан йөрәккә етә”, “Бала – йөрәк ите”, “Миһырбанлыҡ – йөрәктән”... Кеше...

Тотош уҡырға 80

Яман шешкә ҡаршы "ҡоралланып"

Яман шешкә ҡаршы "ҡоралланып" 21.03.2019 // Сәләмәт булайыҡ

Бөгөнгө “Сәләмәтлек сәғәте”ндә онкологик сирлеләрҙе дарыу препараттары менән тәьмин итеү мәсьәләһе...

Тотош уҡырға 80

Сирҙәрҙе башланғыс стадияһында уҡ асыҡлаясаҡ

Сирҙәрҙе башланғыс стадияһында уҡ асыҡлаясаҡ 16.03.2019 // Сәләмәт булайыҡ

Учалы үҙәк дауаханаһында өлкәндәр өсөн УЗИ кабинетын йыһазландырыу эштәре бара....

Тотош уҡырға 75

Ҡәлғәгеҙ хәүефһеҙме?

Ҡәлғәгеҙ хәүефһеҙме? 15.03.2019 // Сәләмәт булайыҡ

Таҙалыҡ – сәләмәтлек нигеҙе, тигән ҡанатлы һүҙҙәр хәҙерге заманда ла көнүҙәклеген юғалтмай....

Тотош уҡырға 127

Үҙеңдән дә оло табип юҡ

Үҙеңдән дә оло табип юҡ 15.03.2019 // Сәләмәт булайыҡ

Һаулыҡтың һаҡлауға мохтаж икәнлеген хәтерҙә тотайыҡ....

Тотош уҡырға 220

Уйҙырмаларҙан ҡотолайыҡ

Уйҙырмаларҙан ҡотолайыҡ 15.03.2019 // Сәләмәт булайыҡ

Һаулыҡ һаҡлау өлкәһендә лә төрлө уйҙырмалар етерлек. Шуларҙың бер нисәһенә күҙ һалайыҡ....

Тотош уҡырға 125

Йөҙ төрлө дауанан  кәрәген һайлап ал

Йөҙ төрлө дауанан кәрәген һайлап ал 15.03.2019 // Сәләмәт булайыҡ

“Урал”да йәш быуынды һауыҡтырыу өсөн уңайлы шарттар тыуҙырылған....

Тотош уҡырға 103