Вконтакте facebook facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Заман ҙур тиҙлек менән алға елгәндә, йылдарға йылдар өҫтәлгән һайын тормоштоң мәғәнәһе, дөрөҫ йәшәү, ғүмерҙе нисек файҙалыраҡ, яҡшыраҡ, ҡыҙыҡлыраҡ үткәреү тураһында уйланаһыңмы? Түбәндәге кәңәштәр шундай ғәмлеләр өсөн.

1. Иртә тороу.
Ҡағиҙә булараҡ, уңыш ҡаҙанған кешеләрҙең барыһы ла иртә тороусан. Бар тереклектең уяныу мәле – көндөң иң мөһим һәм илһамландырғыс ваҡыты. Иртә тороуҙы ғәҙәт иткән кешеләр, элек йоҡлап уҙғарған ваҡыттарын йәлләп, тормоштоң асылын аңламағанбыҙ, ти.

2. Бирелеп китап уҡыу.
Телевизорҙан мәғәнәһеҙ тапшырыуҙар ҡараған йәки компьютерҙа көн үткәргән ваҡытығыҙҙың әҙ генә өлөшөн булһа ла яҡшы китап уҡып үткәрһәгеҙ, һеҙ аралашҡан кешеләрегеҙ араһында иң белемлеһе булырһығыҙ. Китап уҡыған кешенең күп эше үҙенән-үҙе килеп сыға. Марк Твен әйткәнсә, “Яҡшы китап уҡы­маған кеше бөтөнләй уҡый белмәгәндән әллә ни айырылмай”.

3. Ябайлаштырырға өйрәнеү.
Ябайлаштырыу – ул кәрәкмәгән әйберҙән ҡотолоу, мөһимде ваҡ-төйәктән айыра белеү. Файҙаһыҙ, кәрәкмәгән мәғлүмәттән, әйберҙән ҡотолоу хәтерҙе һәм хистәрҙе таҙарта, шулай уҡ көсөргәнешлекте һәм көйәләнеүҙе кәметә.

4. Тынлыҡта ҡалыу.
Хәҙерге йәшәү тиҙлеге, шау-шыу, көсөргәнеш тормош менән һоҡланырға мөмкинлек бирмәй. Үҙең өсөн тыныс бер мәл табырға кәрәк. Аҙға ғына булһа ла эске тауышығыҙға ҡолаҡ һалығыҙ. Шул ваҡытта үҙегеҙгә мөһим нәмәләрҙе тойомларһығыҙ. Өйҙәгеләр уянмаҫ борон тороп өйрәнһәгеҙ, ошо ваҡытты үҙегеҙ өсөн файҙаланырға мөмкин. Уйланыу, медитация йәки ижад итеү өсөн ваҡыт бүлһәгеҙ, нимә теләйһегеҙ, шул үҙе һеҙҙе килеп табыр.

5. Физик күнекмәләр эшләү.
Хәрәкәтһеҙ тормош һаулыҡҡа зыян килтерә, ә физик күнегеүҙәр уны һаҡлауға булышлыҡ итә. Спорт күнекмәләре өсөн ваҡыт таба алмағандар, иртәме-һуңмы, теге йәки был ауырыу сәбәпле, уны эшләй башлаясаҡ, шуның өсөн бөгөндән тотоноғоҙ. Һаулығығыҙ – һеҙҙең ҡаҙаныш ул. Шөғөлләнеү өсөн үҙегеҙгә уңайлы программа эҙләгеҙ. Тренажер залдарһыҙ ҙа бына тигән итеп физкультура менән шөғөлләнергә була.

6. Көндәлек ғәмәлде нығытыу.
Кеше ғәмәли яҡтан нығынған һайын уңышлыраҡ була бара. Практика менән мөмкинлектәр бергә үҫешһә, уңышҡа илтә. Талант та көндәлек ныҡышмалы хеҙмәт менән нығытылмаһа, үҫешә алмай – шуны онотмағыҙ.

7. Эргәләге кешеләрҙе һайлау.
Улар һеҙҙең үҫеш өсөн мөһим роль уйнай. Матур, яҡты күңелле, илһамлы, идеялы кешеләр менән аралашыу күңелде байыта. Улар эргәһендә һеҙ файҙалы кәңәштәр ҙә, кәрәкле этәргес тә, таяныс та табырһығыҙ. Үҙ эшен яратмаған, бер өлкәлә лә үҫешмәгән кеше менән аралашыу һеҙгә күңел төшөнкөлөгөнә дусар булыуҙан башҡа нимә бирер?

8. Рәхмәт әйтеү көндәлеге булдырыу.
Был ғәҙәт бик кәрәк. Булғанына шөкөр итеп, яҡшыраҡҡа ынтылығыҙ. Тормош­тағы маҡсатығыҙҙы аныҡлағас, мөмкин­легегеҙҙе “ҡапшап” ҡарарға була. Рәхмәт әйтә белеү үҙегеҙҙең дә, эргә-тирәләгеләрҙең дә тормошон яҡшыртыр. Юҡҡа ғына, бер рәхмәт мең бәләнән ҡотҡарыр, тимәгәндәр бит.

9. Ныҡышмал булыу.
Маҡсатыңа өлгәшеү, лайыҡлы йәшәү өсөн ныҡышмал булыу кәрәк. Мәҫәлән, Диснейлендҡа нигеҙ һалыу өсөн кәрәк булған сумманы Уолт Дисней 303-сө банктан ғына алыуға өлгәшә. Электр лампочкаһын уйлап сығарыу барышында Эдисон ун мең тапҡыр уңышһыҙлыҡҡа тарыған. Шуның өсөн башлаған эшкә ҡул һелтәп ҡуймай, килеп сыҡҡансы дауам итергә кәрәк.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Ғалимдар һөйөндөрмәне

Ғалимдар һөйөндөрмәне 29.03.2019 // Сәләмәт булайыҡ

Сит ил ғалимдары, атап әйткәндә, АҠШ, Испания һәм Норвегия тикшеренеүселәре рәсәйҙәрҙе тиҙ...

Тотош уҡырға 71

Прививкаһыҙ мәктәпкә лә, баҡсаға ла индермәйәсәктәр

Прививкаһыҙ мәктәпкә лә, баҡсаға ла индермәйәсәктәр 29.03.2019 // Сәләмәт булайыҡ

Күптән түгел Италияла яңы закон ғәмәлгә инде. Ата-әсәләр балаларын киң таралған йоғошло сирҙәрҙән...

Тотош уҡырға 102

“Сихут” сире һайлап тормай...

“Сихут” сире һайлап тормай... 29.03.2019 // Сәләмәт булайыҡ

Бер нәмәнән дә ҡурҡмаған таяҡса хаҡында....

Тотош уҡырға 96

“Ир менән ҡатын проблемаһы”н  еңеп сығырға мөмкин
"Сибай ҙа, уның халҡы ла оҡшаны"

"Сибай ҙа, уның халҡы ла оҡшаны" 22.03.2019 // Сәләмәт булайыҡ

Тап шундай йылы һүҙҙәр, яҡты уйҙар менән ҡайтырға сыҡты Өфө табиптары. Бөгөн Сибайҙа сирлеләрҙе...

Тотош уҡырға 105

Заман менән бергә атлайҙар

Заман менән бергә атлайҙар 22.03.2019 // Сәләмәт булайыҡ

“Йөрәк һүҙе”, “Йөрәктән сыҡҡан йөрәккә етә”, “Бала – йөрәк ите”, “Миһырбанлыҡ – йөрәктән”... Кеше...

Тотош уҡырға 80

Яман шешкә ҡаршы "ҡоралланып"

Яман шешкә ҡаршы "ҡоралланып" 21.03.2019 // Сәләмәт булайыҡ

Бөгөнгө “Сәләмәтлек сәғәте”ндә онкологик сирлеләрҙе дарыу препараттары менән тәьмин итеү мәсьәләһе...

Тотош уҡырға 80

Сирҙәрҙе башланғыс стадияһында уҡ асыҡлаясаҡ

Сирҙәрҙе башланғыс стадияһында уҡ асыҡлаясаҡ 16.03.2019 // Сәләмәт булайыҡ

Учалы үҙәк дауаханаһында өлкәндәр өсөн УЗИ кабинетын йыһазландырыу эштәре бара....

Тотош уҡырға 75

Ҡәлғәгеҙ хәүефһеҙме?

Ҡәлғәгеҙ хәүефһеҙме? 15.03.2019 // Сәләмәт булайыҡ

Таҙалыҡ – сәләмәтлек нигеҙе, тигән ҡанатлы һүҙҙәр хәҙерге заманда ла көнүҙәклеген юғалтмай....

Тотош уҡырға 127

Үҙеңдән дә оло табип юҡ

Үҙеңдән дә оло табип юҡ 15.03.2019 // Сәләмәт булайыҡ

Һаулыҡтың һаҡлауға мохтаж икәнлеген хәтерҙә тотайыҡ....

Тотош уҡырға 220

Уйҙырмаларҙан ҡотолайыҡ

Уйҙырмаларҙан ҡотолайыҡ 15.03.2019 // Сәләмәт булайыҡ

Һаулыҡ һаҡлау өлкәһендә лә төрлө уйҙырмалар етерлек. Шуларҙың бер нисәһенә күҙ һалайыҡ....

Тотош уҡырға 125

Йөҙ төрлө дауанан  кәрәген һайлап ал

Йөҙ төрлө дауанан кәрәген һайлап ал 15.03.2019 // Сәләмәт булайыҡ

“Урал”да йәш быуынды һауыҡтырыу өсөн уңайлы шарттар тыуҙырылған....

Тотош уҡырға 103