Вконтакте facebook facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Эсеү йотоуҙан башлана
Бер кем дә яҡты донъяға эскесе булып тыумай, ә йәшәү осоронда яйлап спиртлы эсемлеккә ылыға бара. Яман ғәҙәтенең тора-бара хроник алкоголизмдың сәбәбенә әүерелеүе лә ихтимал.

Ҡатын-ҡыҙ ғүмер баҡый спиртлы эсемлектәрҙе ир-атҡа ҡарағанда һирәк һәм аҙ эскән. Бының үҙ сәбәптәре бар. Йәмәғәтселек "йәшел йылан" менән әшнә аҫыл зат вәкилдәрен бер ҡасан да өнәмәгән, ир-атҡа ғәфү ителгән ҡылыҡ ҡатын-ҡыҙға бер ҡасан да кисерелмәгән. Ғөмүмән, көсһөҙ зат вәкилдәрен әхлаҡлы, матур, тотороҡло, әҙәпле, иманлы итеп күрергә ғәҙәтләнгәнбеҙ. Ошо сифаттарҙан аҙ ғына ситкә тайпылыу ҙа һәр саҡ йәмәғәтселектә тәнҡит утына алынған. Әсәлек инстинкты, ғаилә, балалар өсөн оло яуаплылыҡ тойоу, киләсәк быуын өсөн борсолоу һәм, әлбиттә, ҡатын-ҡыҙға хас һөйкөмлөлөк, матурлыҡ сифаттарын һаҡларға тырышыу — быларҙың барыһы ла аҫыл затты яман ҡылыҡтарҙан ҡурсалай торғандыр.
Матурлыҡ һәм эскелек — үҙ-ара ярашмай торған төшөнсәләр. Кешелек донъяһы ҡатын-ҡыҙға юғары талаптар ҡуйып, уның үҙенең дә, киләсәгебеҙҙе лә әхлаҡһыҙлыҡтан, эскелек афәтенән һаҡлай, күрәһең.
Йәшерен-батырын түгел, үкенескә ҡаршы, "йәшел йылан" ҡоллоғона эләгеүселәр араһында көсһөҙ зат вәкилдәренең артыуына күнегеп киләбеҙ. Был тәңгәлдә иҫерткес эсемлектәргә ылығыу сәбәбен профессияға бәйлелек менән генә аңлатыу дөрөҫмө? Официанттар, сауҙа хеҙмәткәрҙәре, буфет һәм бар эшселәре араһында "төшөрөргә" яратыусыларҙың апаруҡ булыуын күҙәтһәк тә, төп сәбәптең һөнәргә генә бәйле булмауы көн кеүек асыҡ. Табиптарҙың әйтеүенсә, эскесе ҡатындар араһында нервы-психик тотороҡһоҙлоғо менән айырылған, йомшаҡ ихтыярлы, кеше өгөтләүенә тиҙ бирешеүсән психопаттар ирҙәргә ҡарағанда ла күберәк. Баш мейеһенең имгәнеүе йәки уның органик зарарланыуы ла алкоголизмға этәреүе ихтимал.
Ғаиләләге ығы-зығы, насар мөнәсәбәт һәм аңлашылмаусанлыҡтың да проблеманы спиртлы эсемлек ярҙамында хәл итеүгә килтереүе мөмкин. Йыш ҡына бындай күңелһеҙ ваҡиғаларҙың шаһиты булырға тура килә. Эскән ирен шешәләш әшнәләренән айырыу өсөн үҙенең дә компания "йәненә" әүерелеп киткән әсәләрҙе, һылыуҙарҙы күргән бар. Йәш сағында ауыҙына бер йотом шарап та алмаған ҡыҙҙың, кейәүгә сыҡҡас, иренең ҡыҫтап-ҡыҫтап араҡы эсереүенә ҡаршылыҡ күрһәтә алмайынса, бер ҡатарҙан рюмка күтәреүенә ғәҙәтләнеүе лә — ысынбарлыҡ.
Тормошта осраған ауырлыҡтар, фажиғәләр ҙә ҡайһы саҡ ҡатын-ҡыҙ ихтыярын һындыра, холҡон үҙгәртә. Яҡындарын юғалтыу ҡайғыһы кисергән, тәртип-ҡылығы менән бары көйөнөс килтергән, баш бирмәгән балаһы яҙмышы өсөн янып-көйгән әсәләргә лә иғтибарлыраҡ булһаҡ ине. Статистиканан күренеүенсә, яңғыҙ әсәләр, айырылған һәм тол ҡатындар араһында эскелек һаҙлығына батыусылар күберәк. Дөйөмләштереп әйткәндә, алкоголде "йыуатыусы", "ҡайғыны таратыусы" дарыу итеп ҡарау, тормоштоң яйға һалынмауы, дөрөҫ тәрбиә алмау эскелеккә киң юл аса.
Алкоголизм – балаларҙың иң ҡурҡыныс дошманы, сөнки ата-әсә эсһә, иң тәүҙә сабыйҙар яфалана. Нервы-психик сирҙәргә дусар кескәйҙәрҙең 80 проценты ата-әсәнең эскелеге арҡаһында сиргә һалыша. Алкоголь ҡарындағы балаға кире йоғонто яһап, сәләмәтлеген ҡаҡшата, һөҙөмтәлә донъяға хәлһеҙләнгән йәки зәғиф сабый тыуа. Үҙәк нервы системаһы ныҡ зарарлана. Бындай балалар физик үҫеш буйынса артта ҡала. Иң ҡурҡынысы шунда: алкоголь сабыйҙа спиртлы эсемлеккә әүәҫлек тыуҙыра. Шуға күрә ауырлы ҡатындарға һәм бала имеҙеүсе әсәләргә алкоголле эсемлектәр эсеү ҡәтғи рәүештә тыйыла.
Ғаилә бәхете — һау-сәләмәт балаларҙа. Атайҙың йәки әсәйҙең "йәшел йылан" менән мауығыуы ғаиләне тарҡатып ҡына ҡалмай, йәш быуындың киләсәген дә емерә. Эскелеккә ҡаршы көрәштә битарафлыҡҡа юл ҡуйылмаһын ине. Бәләне ваҡытында иҫкәртеү мөһим! Ғаилә ағзаларының кемеһелер күңел асыуға әүәҫләнһә, мотлаҡ саң ҡағырға, ярҙам ҡулы һуҙырға ашығырға кәрәк. Бер-береһенә хөрмәт, ихтирам күрһәтелгән ғаиләлә эскелек менән мауығыу өсөн сәбәп тә, ерлек тә юҡ.
Донъя тотҡаһы булған ҡатын-ҡыҙҙың эскегә әүәҫлеге бик ҙур социаль тетрәнеүҙәргә алып килә. Үҙе көндән-көн кешелек сифаттарын юғалта, балаларын тере етем итә, ахыр сиктә ғаиләһе, яҡындары өсөн күтәргеһеҙ ауыр йөккә әүерелә. Алкоголдең зарарлы тәьҫире, бөтә организмға таралыуҙан тыш, әсәлек функцияһына кире йоғонто яһай, яуаплылыҡ, дисциплина, теүәллек, йыйнаҡлыҡ кеүек сифаттарҙы юҡҡа сығара. Эскелек — үҙ ихтыярың менән бәхетеңде быуыу, ғәзиздәреңдең тормошон ҡара ҡайғыға батырыу, йөрәктәрен һыҙлатыу ул. Бик күптәрҙең башына еткән дә, сиргә һабыштырған да, яҙмыштарҙы харап иткән дә ул — хәмер. Эсеүҙең йотоуҙан башланыуын онотмаһаҡ ине.



Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ
Комментарий өҫтәргә






“Шәкәр сире” хөкөм ҡарары түгел

“Шәкәр сире” хөкөм ҡарары түгел 16.11.2018 // Сәләмәт булайыҡ

Был мәкерле ауырыу менән дә йәшәргә була. Донъяла һаулыҡҡа ҙур зыян килтергән, төҙәтә алмаҫлыҡ...

Тотош уҡырға 77

“Татлы” сирҙе булдырмайыҡ!

“Татлы” сирҙе булдырмайыҡ! 14.11.2018 // Сәләмәт булайыҡ

Бөгөн — Бөтә донъя шәкәр диабетына ҡаршы көрәш көнө....

Тотош уҡырға 61

Хоҡуғыңдан  файҙалана бел

Хоҡуғыңдан файҙалана бел 13.11.2018 // Сәләмәт булайыҡ

Рәсәй Хеҙмәт министрлығы бойороғо менән “Инвалид” таныу билдәһен шәхси файҙаланыуға биреү тәртибе...

Тотош уҡырға 61

Беҙ ниңә ҡартаябыҙ?

Беҙ ниңә ҡартаябыҙ? 13.11.2018 // Сәләмәт булайыҡ

Организмдың ҡартайыуын туҡтатып та, ҡартлыҡтан ҡотолоп та булмай, әммә йәшәү рәүешен үҙгәртергә,...

Тотош уҡырға 73

Үҙеңде яратырға өйрән

Үҙеңде яратырға өйрән 13.11.2018 // Сәләмәт булайыҡ

Хәҙерге заман кешеһе һәр ваҡыт ҡайҙалыр ашыға, иртәнән кискә тиклем эш, төрлө мәшәҡәттәр менән...

Тотош уҡырға 88

Һәр минут ҡәҙерле

Һәр минут ҡәҙерле 13.11.2018 // Сәләмәт булайыҡ

Республика ашығыс медицина ярҙамы дауаханаһы һәм Республика медицина иҫкәртеү үҙәге неврологтарының...

Тотош уҡырға 64

Халыҡ аҡылын туплаған хеҙмәт

Халыҡ аҡылын туплаған хеҙмәт 13.11.2018 // Сәләмәт булайыҡ

Ни өсөн башҡорттар зәңге ауырыуына бирешмәгән?...

Тотош уҡырға 85

Кешеләр яңы поликлиника көтә

Кешеләр яңы поликлиника көтә 13.11.2018 // Сәләмәт булайыҡ

Төҙөләсәк медицина учреждениеһы хеҙмәтләндереү кимәлен бермә-бер күтәрәсәк....

Тотош уҡырға 116

Йылмайыу ҙа – дауа

Йылмайыу ҙа – дауа 09.11.2018 // Сәләмәт булайыҡ

Ҡырҙас ауылы халҡы аҡ халатлылар эшенән бик ҡәнәғәт. Ҡырҙас — Әбйәлил районын күрше Баймаҡ менән...

Тотош уҡырға 172

“Өкө”нөң “һабан турғайы”на әүерелеүе мөмкинме?

“Өкө”нөң “һабан турғайы”на әүерелеүе мөмкинме? 30.10.2018 // Сәләмәт булайыҡ

“ Һеҙ нисәлә йоҡларға ятаһығыҙ? Ваҡытындамы?” тигән һорауға күптәрҙең: “Ҡайҙа ул ваҡытында ятыу......

Тотош уҡырға 62

Йөрәк һәм ғүмер

Йөрәк һәм ғүмер 30.10.2018 // Сәләмәт булайыҡ

Алтмыш йәшкә тиклемге ватандаштарыбыҙҙың 40 процентын һәләк иткән аяныслы сирҙән арыныу юлдары....

Тотош уҡырға 89

Һомғоллоҡ, матурлыҡ өсөн

Һомғоллоҡ, матурлыҡ өсөн 26.10.2018 // Сәләмәт булайыҡ

Илебеҙҙә билдәләнгәнсә, иртәгә – Гимнастика көнө. Мәғлүм ки, Исламда ла спортҡа ҙур иғтибар бүленә....

Тотош уҡырға 78