Тауыш бөтһә, нимә эшләргә?“Өҙөлгәнсе” ҡысҡырма
Һалҡын көндәрҙә генә түгел, йәйге селләлә лә тауышһыҙ ҡалырға мөмкин. Шуға күрә был ғәжәйеп үҙенсәлекле “ҡорал”ды һәр ваҡыт һаҡлап һәм көйлө тоторға өйрәнергә кәрәк. Сирҙәрҙең бөтәһе лә тиерлек тауыштың көсөнә, һығылмалылығына һәм яңғырауыҡлылығына үҙ билдәһен һала. Мәҫәлән, төшөнкөлөк һәм шатлыҡ та, башҡа хис-тойғо кеүек, иң элек тауышта сағыла.
Табиптар әйтеүенсә, ауырыған осорҙа йәки даими көсөргәнеш тыуҙырғанда, тауыш аппараты көсһөҙләнә. Шул уҡ ваҡытта күп кенә һөнәр эйәһенең, мәҫәлән, уҡытыусы, артист, диктор, адвокат, сәйәсмән, табип һәм һатыусы кеүек тауыш менән эшләүселәрҙең был “ҡоралы” һәр саҡ төҙөк хәлдә булырға тейеш.
Ком: 0 // Уҡынылар: 1716 тапҡыр // Тотош уҡырға
Йоҡоһоҙлоҡтан яфаланыусы кешеләр хәҙерге тынғыһыҙ заман шарттарында айырыуса күбәйҙе. Төрлө органик сирҙәр һәм нервы системаһының функциональ тайпылыштары һөҙөмтәһендә йоҡо режимы боҙола, сифаты түбәнәйә. Ҡайғы-хәсрәт, тулҡынланыу сәләмәт кешеләрҙе лә төн йоҡоһонан яҙҙыра.
Һеҙгә йоҡоһоҙлоҡто дауалау буйынса халыҡ медицинаһы сараларын тәҡдим итәбеҙ.
Ком: 0 // Уҡынылар: 996 тапҡыр // Тотош уҡырға
Халыҡ медицинаһы сараларынан файҙаланғанда шуны мотлаҡ иҫтә тоторға кәрәк: иң файҙалы тип иҫәпләнгән үләндең дә, аҙыҡ-түлектең дә организмға зыян килтереүе ихтимал.
Һәр үләнде ҡулланыу тәртибе һәм тотоноу самаһы бар. Мәҫәлән, ҡылысъяпраҡ (сабельник) үләне нигеҙендә эшләнгән препараттарҙы ауырлы һәм бала имеҙеүсе әсәләрҙе дауалауҙа ҡулланыу тыйыла, сөнки үләндәге экстракттар көслө аллергия тыуҙырыуға һәләтле. Был һаҙлыҡ үләненән эшләнгән крем, мазь һәм лосьондарҙы тән тиреһенең бәләкәй генә өлөшөнә һөртөп ҡарағандан һуң ғына файҙаланырға тәҡдим итәбеҙ.
Ком: 0 // Уҡынылар: 756 тапҡыр // Тотош уҡырға
Был һис тә ҡатмарлы түгел.
Уның өсөн күп нәмә лә талап ителмәй. Ике стакан укроп орлоғо, ике аш ҡалағы ваҡланған бесәй үләне тамыры кәрәк. Уларҙы быяла һауытҡа һалырға ла өҫтөнә бер литр ҡайнар һыу ҡояһың. Ике стакан бал да өҫтәйһең. Төнәтмәне көнөнә өс тапҡыр ашағанға тиклем 20 минут элек берәр аш ҡалағы эсәһең. Әҙерләнгән төнәтмә бер курс дауаланыуға иҫәпләнгән. Ул ҡан әйләнешен, ҡан баҫымын яҡшырта һәм бит тиреһен матурлай.
Ком: 0 // Уҡынылар: 884 тапҡыр // Тотош уҡырға
Ғалимдар яман шештән генетик йәһәттән бөтөнләй ҡотолоп булыуын бер тауыштан раҫлаған. Бер-бер артлы шеш барлыҡҡа килтереүсе мутацияланған гендар асыҡлана.
Хәҙер иғтибар үҙәгендә — WWP2 гены. Был ген һәр кешелә бар, әммә ғалимдар уның ни өсөн кәрәклеген аныҡ ҡына белмәй. Тап ошо ген яман шештәрҙә ҙур күләмдә була икән. Иң киң таралған ғилми фараз: WWP2 метастазм барлыҡҡа килеүгә мөмкинлек бирмәүсе тәбиғи ингибиторға һөжүм итә һәм бүлгеләй.
Ком: 0 // Уҡынылар: 1037 тапҡыр // Тотош уҡырға
Халыҡ сәләмәтлеген тәмәкенән һаҡлау тураһында закон проекты әҙерләнеүен ишетһәк тә, был документтың көсөнә, йәмғиәттә сәләмәт тормош йүнәлешендә ҡырҡа боролош яһалырына ышаныс, ни өсөндөр, артмай. Был яман ғәҙәт илдә ныҡ тамыр йәйгәнгә күрәме, әллә инде уның тамам ғәҙәти күренешкә әүерелеп, йәшәү рәүешенең айырылғыһыҙ өлөшөнә әйләнгәнгәме?
Һәр хәлдә әлегә барыбыҙ ҙа эш урындарында, подъездарҙа, уҡыу йорттары эргәһендә тәмәке көйрәткән йәш-елкенсәккә лә, халыҡ сәләмәтлегендә уяу торорға тейешле тәмәкесе врачҡа ла, телевидение экрандарынан никотинды өҙлөкһөҙ рекламалаған кино геройына ла дәғүәбеҙ юҡ.
Ком: 0 // Уҡынылар: 825 тапҡыр // Тотош уҡырға
Күҙ-ҡолаҡ булыу ҡамасауламаҫБала саҡтағы бөтә ағыуланыу осраҡтары ата-әсәләрҙең иғтибарһыҙлығы, ғәмһеҙлеге арҡаһында тыуа. Хәүефле матдәләр һәм дарыуҙарҙы сабый үрелеп алырлыҡ ергә ҡуйыу йыш ҡына бәләгә килтерә. Тормош кимәле күтәрелгән һайын һәр өйҙә көнкүреш химияһы саралары һаны ла арта, экзотик үҫемлектәр күбәйә. Шуның менән бергә балалар араһында ағыуланыуҙарҙың йышайыуы һәм сирҙең бик ауыр үтеүе, үлем осраҡтары артыуы күҙәтелә.
Организмдың функцияларын боҙоуға һәләтле теләһә ниндәй матдәнең ағыуға әүерелеүе ихтимал. Аш бүлмәһе — бала өсөн айырыуса хәүефле урын, бында ниндәй генә таҙартыу сараһы юҡ: раковина һәм плитәне, торбаны йыуыу өсөн тәғәйенләнгәне, аш һеркәһе, нашатыр спирты, марганцовка...
Әлбиттә, ағыуланыуҙа ғәйепте өйҙә токсик матдәләрҙең күплегенә япһарыу урынһыҙ. Бәлә башы — уларҙы дөрөҫ һаҡламауҙа.
Ком: 0 // Уҡынылар: 1085 тапҡыр // Тотош уҡырға
Һаулыҡ “асҡысы” кем ҡулында?Һаулыҡ һаҡлау тармағын бығаса булмағанса ғәйәт ҙур үҙгәрештәр көтөүе тураһында матбуғат биттәрендә күп яҙҙыҡ, медицина өлкәһендәге реформаларҙың барышы менән уҡыусыларыбыҙҙы даими таныштырырға тырыштыҡ. Рәсәй Федерацияһында һаулыҡ һаҡлау системаһын 2020 йылға тиклем үҫтереү концепцияһы төрлө яҡлап өйрәнелде, тәҡдимдәр, фекерҙәр менән байытылды.
Һуңғы ике йылда беҙҙең тормош сифатын билдәләйәсәк ике төп документтың донъя күреүе, һис шикһеҙ, халыҡ йәшәйешендә һәм сәләмәтлегендә сағылыш тапмай ҡалмаясаҡ. “Рәсәй Федерацияһында мотлаҡ медицина страховкаһы тураһында”ғы Федераль закондың үҙ көсөнә инеүенә бер йылдан аҙ ғына күберәк ваҡыт уҙыуы әлегә үҙгәрештәрҙе тулыһынса баһаларға мөмкинлек бирмәй, әлбиттә. Әммә ошо ҡыҫҡа ғына арауыҡта ла мотлаҡ медицина страховка системаһының эшкә һәләтлелегенә ышанырға яҙҙы. Ниһайәт, ошо йылдың 1 ғинуарынан көтөп алынған “Рәсәй Федерацияһында граждандарҙың һаулығын һаҡлау нигеҙҙәре тураһында”ғы Федераль закон буйынса йәшәй башланыҡ.
Ком: 0 // Уҡынылар: 2124 тапҡыр // Тотош уҡырға
Атамаһы ғына татлыШәкәр диабеты менән Ауырыусыларҙың 70 проценты үҙҙәрендә ошо сирҙең булыуын белмәй
Күптән түгел хаҡлы ялдағы бер хеҙмәттәшебеҙҙең — әлегәсә ҡулынан ҡәләмен төшөрмәй яҙышып торған ветерандың — аяғынан мәхрүм ҡалыуын ишетеү һәммәбеҙҙе лә тетрәндерҙе. Ағайыбыҙҙың байтаҡ йылдар шәкәр диабетынан яфаланыуын белһәк тә, шундай ауыр хәлгә тарыр тип һис уйламағайныҡ. Хәйер, был берҙән-бер миҫал түгел. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, күптәребеҙҙең туғандары йәки таныштары араһында ла ошо сирҙән яфаланыусылар байтаҡ.
Һүҙҙе әҙип ағайҙы иҫкә төшөрөп башлауыбыҙ юҡҡа түгел. Табиптар шәкәр диабетына бәйле ауырыусыларҙың йылдам арта барыуына хәүеф белдерә. Етмәһә, элегерәк ул нигеҙҙә өлкән йәштәгеләргә хас тип иҫәпләнһә, хәҙер диабеттың “йәшәрә” барыуына тәрән борсолалар.
Ком: 0 // Уҡынылар: 1526 тапҡыр // Тотош уҡырға
Йөҙөбөҙ ҙә тәрбиәләп тороуға мохтаж. Уның өсөн әллә ни күп ваҡыт талап ителмәй, иренмәҫкә генә кәрәк. Халыҡ элек-электән ябай ғына саралар ярҙамында йөҙ-ҡиәфәтен йәш, матур килеш һаҡларға тырышҡан. Әле шуларҙың береһен һеҙгә тәҡдим итмәксебеҙ.
Иң элек битегеҙҙе боҙ киҫәге менән таҙартығыҙ. Тире ҡоро булғанда ошо ысулды ҡулланыу яҡшы: бер балғалаҡ балды аҡһыл төҫкә ингәнсе оҙаҡ ҡына бутарға кәрәк. Уға аҙ ғына һөт ҡушырға һәм барлыҡҡа килгән ҡушылманы биткә һөртөп торорға кәңәш ителә.
Ком: 0 // Уҡынылар: 1131 тапҡыр // Тотош уҡырға
Артҡа 1 ... 36 37 38 39 40 41 42 43 44 45 Алға
Бит башына