Халыҡтың сәләмәтлеген хәстәрләпОшо көндәрҙә Әбйәлил районында өр-яңы ике модулле фельдшер-акушерлыҡ пункты асылды.
Ком: 0 // Уҡынылар: 255 тапҡыр // Тотош уҡырға
Халҡыбыҙҙың һыйлы табыныXIX быуат уртаһына тиклем башҡорттар малсылыҡ һәм һунарсылыҡ менән әүҙем шөғөлләнгән, шуға күрә халыҡ медицинаһында йорт һәм ҡырағай хайуандарҙың һөт продукттары, айырым ағзалары, туҡымалары, физиологик шыйыҡсалары киң ҡулланыла.
Ком: 0 // Уҡынылар: 231 тапҡыр // Тотош уҡырға
Хәҙерге заманда йөрәк-ҡан тамырҙары ауырыуҙарынан йыл һайын 17 миллиондан ашыу кеше вафат була. Йөрәк ауырыуҙарына һәм инсультҡа килтергән сәбәптәрҙән артериаль гипертензия, ҡанда глюкозаның һәм холестериндың күп булыуын, артыҡ тән ауырлығын атарға була. Бөгөнгө заман кешеһенең сәләмәт тормош алып бармауы, атап әйткәндә, аҙ хәрәкәтләнеү, спиртлы эсемлектәр ҡулланыу, дөрөҫ туҡланмау, тәмәке тартыу иң мөһим ағзаларҙың береһенә емергес тәьҫир итә.
Ком: 0 // Уҡынылар: 249 тапҡыр // Тотош уҡырға
Былтыр физиология һәм медицина өлкәһе буйынса Нобель премияһына Япония биологы Ёсинори Осуми лайыҡ булды.
Ком: 0 // Уҡынылар: 216 тапҡыр // Тотош уҡырға
Сәләмәт йәшәү рәүеше күңел төшөнкөлөгө кисергән осраҡтарҙа үҙеңде яҡшы тойорға мөмкинлек бирә. Ул әүҙемлегеңде һәм һаулығыңды һаҡлап, оҙон ғүмер кисереүгә булышлыҡ итә. Организмда ныҡлыҡ запасы шул тиклем күп, әммә сәләмәтлегеңә һаҡсыл ҡарамағанда, уның бөтөүе ихтимал.
Ком: 0 // Уҡынылар: 212 тапҡыр // Тотош уҡырға
Үҙе лә сабый кеүек– Ҡара әле, матурым, ҡулыңды мыяу тешләнеме?
– И-и-и, аҡыллым, ҡайһылай ҙурайып киткәнһең!
– Алһыуҙың тештәре күренгән! – тигән һүҙҙәр менән һәр көн кескәй дуҫтарын ҡаршылай ул.
Ком: 0 // Уҡынылар: 221 тапҡыр // Тотош уҡырға
Сәләмәт халыҡ — сәләмәт дәүләтӨфөләге Конгресс-холда Беренсе Рәсәй-Ҡытай нейрохирургтар
конгресы үтте. Унда Рәсәйҙән, Ҡытайҙан, шулай уҡ башҡа илдәрҙән медицина өлкәһенең ошо тармағында эшмәкәрлек алып барған ғалимдар ҡатнашты. Республика Башлығы Рөстәм Хәмитов ҡатнашыусыларҙы тәбрикләп, төбәктә нейрохирургияның үҫеше тураһында һөйләне.
Ком: 0 // Уҡынылар: 169 тапҡыр // Тотош уҡырға
Күп кенә ата-әсә балаһының үҫмерлек осорона аяҡ баҫыуын ниндәйҙер шик-шөбһә, ҡурҡыу менән көтә. Күҙгә генә ҡарап торған, илгәҙәк балаһының тыңлауһыҙға, тупаҫҡа әйләнеүен, илке-һалҡы уҡып, насар компанияға эләгеп китеүен бер ата-әсә лә теләмәй.
Ком: 0 // Уҡынылар: 345 тапҡыр // Тотош уҡырға
“Роспотребнадзор” хәбәр итеүенсә, ВИЧ-диссиденттарҙың хәүефле эшмәкәрлеген тыясаҡ документтың йыл тамамланғансы ҡабул ителеүе ихтимал. Әгәр чиновниктарҙың башланғысы власть органдарында раҫлау тапһа, ҡурҡыныс сирҙән дауаланмауҙы пропагандалаған кешеләр хөкөм ителәсәк.
Ком: 0 // Уҡынылар: 191 тапҡыр // Тотош уҡырға
“Кеше ғүмере өсөн мөһим функция параметрҙарын дистанцияла баһалау” яңы милли стандарты – телемедицина эшмәкәрлеген яйға һалған тәүге норматив документтарҙың береһе.
Ком: 0 // Уҡынылар: 191 тапҡыр // Тотош уҡырға
Итһеҙ ҙә йәшәп була, тиҙәр...“Үлән менән тамаҡ туямы?” – ошондай һүҙҙәрҙе ишеткәнегеҙ бар, эйеме? Йәнәһе, йәшелсә, еләк-емеш аш түгел, ә еңелсә тамаҡ ялғау сараһы ғына. Ысынлап та, беҙҙең туҡланыу мәҙәниәтендә итле-майлы, ифрат туҡлыҡлы ризыҡҡа өҫтөнлөк бирелә. Ғөмүмән, башҡорт аш-һыуҙарының нигеҙен ит тәшкил итә. Ҡалъянан бешерелгән ҡоротло һурпа менән телде йоторлоҡ ҡаҙылыҡ ҡына ни тора! Элекке заманда халҡыбыҙҙың күсмә тормошта йәшәүе туҡланыу үҙенсәлектәрен дә билдәләгән: оҙайлы һаҡланған ризыҡтарға өҫтөнлөк биргәндәр. Бешерелгән, киптерелгән, тоҙланған, ҡаҡланған йылҡы, һарыҡ ите, киптерелгән еләк-емеш, бал, ҡорот, ҡымыҙ, эремсек, айран, һары май – ошо исемлектә.
Ком: 0 // Уҡынылар: 267 тапҡыр // Тотош уҡырға
Әнисәнең шифалы ҡулдарыЙәш саҡтан район гәзитендә мәҡәләләрем баҫылып торҙо. Колхоз йәйләүҙәрендә класым менән барып, концерттар ҡуйып, ферма тормошо тураһында репортаждар яҙҙым. Алдынғы хеҙмәтсәндәрҙе данланым, тәнҡит мәҡәләләрем дә булды. Шулай итеп, мәктәптә ҡырҡ бер йыл физиканан уҡытып, хаҡлы ялға сыҡтым. Ҡатыным математиканан белем бирҙе. Хәҙер инде дүрт ҡыҙым да ғаиләле, үҙ донъяһын көтә, Аллаға шөкөр.
Ком: 0 // Уҡынылар: 561 тапҡыр // Тотош уҡырға
...Көҙгө кис. Көндәлек мәшәҡәттәрҙе теүәлләп ҡайтып барабыҙ, йортобоҙға боролорға күп тә ҡалмаған, юл аша ғына үтәһе бар. Шул саҡ асфальтта ятҡан кеше күҙгә салынды, ыңғырашҡан тауыш ишетелде. Күрәләтә тороп автомобиль юлында ятҡан кешенең эргәһенән битараф үтеп китеү оятһыҙлыҡ булыр ине: яҡын килдек, хәлен һораныҡ. Машина бәрҙереп киткән тигән уйыбыҙ аҡланманы – егет, йәш кенә булыуына ҡарамаҫтан, аяғында ла баҫып торорлоҡ түгел, әллә сирле, әллә иҫерек. Күрәһең, абынып йығылған, тик ҡайҙа йығылғанын аңларлыҡ хәлдә түгел. Юлда ҡалдырыу хәүефле – бер туҡтауһыҙ үтеп торған автомобилдәрҙең иҙеп китеүе бар. Ҡыҫҡаһы, уны ситкәрәк күсерергә, “Ашығыс ярҙам” килгәнсе көтөп торорға тура килде. Ғөмүмән, кешеләр ҙә битараф тимәҫ инем – ярҙам күрһәтергә теләүселәр йыйылып китте.
Ком: 0 // Уҡынылар: 207 тапҡыр // Тотош уҡырға
Батша заманында Өфө губернаһында малсылыҡ бик һүлпән үҫә. Хужалығы бар башҡорттарҙың 20 проценты бер ниндәй ҙә мал тотмай, 30 проценты — атһыҙ, 42 проценты һыйырһыҙ көн күрә.
Ком: 0 // Уҡынылар: 236 тапҡыр // Тотош уҡырға
Рәсәй кеше репродукцияһы ассоциацияһы хәбәр итеүенсә, илебеҙҙә суррогат әсәйҙәрҙән тыуған сабыйҙар һаны арта. Был быға тиклем бәпес һөйөү мөмкинлегенән мәхрүм булғандарға заман технологиялары ярҙамға килә тигән һүҙ.
Ком: 0 // Уҡынылар: 228 тапҡыр // Тотош уҡырға
Артҡа 1 ... 3 4 5 6 7 8 9 10 11 ... 33 Алға
Бит башына