
Халыҡ араһында Өфө хеҙмәт медицинаһы һәм кеше экологияһы ғилми-тикшеренеү институты тураһында маҡтау һүҙҙәре генә ишетергә тура килә. Коллективтың эшмәкәрлеге хаҡындағы фекеремде гәзит аша еткерергә булдым, сөнки бында ысын мәғәнәһендә үҙенсәлекле күренешкә юлыҡтым.
Ғилми-тикшеренеү институтының ишеген асып ингән һәр кемде Миңленур Усманова яҡты йөҙ менән ҡаршылай. “Рәхим итегеҙ, балаҫҡа аяҡ кейемегеҙҙе һөртөп үтегеҙ, бинаны таҙа тотайыҡ. Рәхмәт һеҙгә”, — тип таҙалыҡҡа, матурлыҡҡа әйҙәй. Барыһы ла уның теләген үтәргә тырыша, сөнки талабы урынлы.
Май сүлмәге тышынан билдәле, тиҙәр. Ысынлап та, дауалау бинаһы бөхтәлеге менән килеүселәрҙең иғтибарын шунда уҡ йәлеп итә. Бында, әлбиттә, хужалыҡ эштәре етәксеһе Баязит Саҙиҡовтың да тырышлыҡ һалыуын күрмәү мөмкин түгел.