“Янғантау”ҙан — “Йәшел сауҡалыҡ”ҡа

11.02.2012 // Һаулыҡ һаҡлау // Баҫып сығарырға
“Янғантау”ҙан — “Йәшел сауҡалыҡ”ҡа“Янғантау” шифаханаһының элекке етәксеһе Рәмил Бәҙретдинов “Йәшел сауҡалыҡ” шифаханаһы директоры итеп тәғәйенләнде.
Ул оҙаҡ йылдар етәкселек иткән “Янғантау” шифаханаһы яҡшы күрһәткестәре менән танылды. Ә “Йәшел сауҡалыҡ”та һуңғы йылдарҙа тейешле иҡтисади алға китеш күҙәтелмәй, шуға күрә Бәҙретдинов алдына хәлде яҡшы яҡҡа үҙгәртеү бурысы ҡуйылды.
Хәтерегеҙгә төшөрәйек: “Янғантау” шифаханаһы Бөтә Рәсәй бизнес-рейтингында “Шифахана-курорт учреждениеларының эшмәкәрлеге” тигән категорияла өсөнсө урын алғайны. Илдә танылыу яулаған шифаханаға артабан Энгельс Ҡолмөхәмәтов етәкселек итәсәк. Ул Салауат районының Малаяҙ ауылында тыуған. 2007 – 2011 йылдарҙа бишенсе саҡырылыш Дәүләт Думаһы депутаты, Башҡортостан Республикаһы буйынса элекке баш федераль инспектор, Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Рәйесенең урынбаҫары булды.
Р. ВӘЛИЕВА.

 
 
Официальный информационный портал органов государственной власти Республики Башкортостан  Официальный информационный портал Государственного Собрания - Курултая Республики Башкортостан  Официальный портал Правительства РБ  Башинформ