Ә бына Башҡортостандың Милли музейында был төндә тәү тапҡыр тәбиғәттең ғәжәп бүләге – “Ирәндек айыуы”н күрһәтергә йыйыналар. Мәғлүм булыуынса, хәтерләткән алтынды 1992 йылда “Баймаҡ” совхозы механизаторы Ирәндек тауҙарының көнсығыш армытында табып ала. Тракторсы самородокты һабаны менән аҡтарып сығара. Ике аҙна тирәһе ул уны үҙе менән йөрөтә, һуңынан табышты участка милиционеры күреп ҡалып, алтынды дәүләткә тапшыра. Самородок БР Милли музейында һаҡлана. Ул Башҡортостандың ете мөғжизәһе исемлегенә ингән.