Бөтә яңылыҡтар
Әҙәбиәт һәм мәҙәниәт
2 Апрель 2019, 18:17

Бер көндә... Өс китап!

Танылған яҙыусы, Шәйехзада Бабич исемендәге республика йәштәр дәүләт премияһы лауреаты Айгиз Баймөхәмәтовтың әҫәрҙәре Башҡортостанда ғына түгел, төрки донъяһында ла киң билдәле.

Танылған яҙыусы, Шәйехзада Бабич исемендәге республика йәштәр дәүләт премияһы лауреаты Айгиз Баймөхәмәтовтың әҫәрҙәре Башҡортостанда ғына түгел, төрки донъяһында ла киң билдәле. Бөгөн Ҡаҙағстандан һәм Ҡырғыҙстандан йәнә һөйөнөслө хәбәр килде. Бешкәктә башҡорт яҙыусыһының "Ҡалдырма, әсәй!" повесын ике телдә нәшер иткәндәр. Ҡырғыҙса "Таштабачы, апаке!" (тәржемәсеһе – Жолдубек Качкынбаев) һәм рус телендә "Не оставляй, мама!" (тәржемәсеһе – Гөлфирә Ғәскәрова) хәҙер Ҡырғыҙстандың барлыҡ китап магазиндарына һатыуға сыҡҡан.

Ҡаҙаҡ уҡыусыларына ла Айгиз Баймөхәмәтовтың исеме яҡшы таныш. Мәҫәлән, былтыр "Тастамашы, ана!" китабы бер нисә тапҡыр донъя күрҙе. Яңыраҡ Күкшетау ҡалаһындағы йәштәр театры был әҫәр буйынса спектакль дә ҡуйҙы. Бөгөн иһә киң билдәле повесын рус телендә лә айырым китап итеп сығарҙылар.

Әйткәндәй, май айында башҡорт яҙыусыһы менән Ҡаҙағстанда һәм Ҡырғыҙстанда осрашыуҙар көтөлә.
Читайте нас: