Фольклорсы-ғалим, филология фәндәре докторы, профессор Әхмәт Мөхәмәтвәли улының фиҙакәр хеҙмәте ул иҫән саҡта уҡ лайыҡлы баһаланды. Ул – башҡорт әҙәбиәт ғилеме белгесе, фольклорсы, юғары мәктәп уҡытыусыһы, йәмәғәт эшмәкәре. Рәсәй Гуманитар фәндәр академияһының тулы хоҡуҡлы ағзаһы, Башҡортостан Фәндәр академияһының почётлы ағзаһы, филология фәндәре докторы, профессор. Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың атҡаҙанған фән эшмәкәре, Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Башҡортостандың мәғариф отличнигы, Салауат Юлаев исемендәге премия лауреаты һәм Салауат Юлаев ордены кавалеры, Бөрйән районының почётлы гражданы... Күпме дан, шөһрәт, әммә Әхмәт Мөхәмәтвәли улына был ҡаҙаныштар еңел бирелмәй. Ул 1939 йылдың 15 мартында Бөрйән районы Нәби ауылында тыуа. Уларҙың ғаиләһен дә репрессия урап үтмәй: 1934 йылда алтын приискыһында эшләгән ғаилә башлығы Мөхәмәтвәлиҙе, вәлидовсылар менән бәйләнештә тороуҙа ғәйепләп, 58-се статья буйынса хөкөм итеп, Колымаға оҙаталар. Беломорканал төҙөлөшөнә тотҡондар араһынан эшселәр һайлағанда, “Хеҙмәт ударнигы” билдәһе булған ир ризалыҡ бирә. Ике йылдан иһә тырыш хеҙмәте өсөн азат ителеп, тыуған еренә ҡайтып төшә.
Ғаиләлә тәүге өс бала араһынан Әхмәт кенә иҫән ҡала. Ул 1946 йылда уҡырға бара. Ике йылдан һуң аталары вафат була. Уны ерләргә алып сыҡҡан саҡта күрше йортта һеңлеһе Гәүһәр ауаз һала. Нурикамал апай ирен һуңғы юлға оҙата алмай...
Шулай итеп, Әхмәт ағайға етемлекте бик иртә татырға тура килә. Ул үҙ юлын ауыл хужалығы менән бәйләргә уйлай. Тәүҙә Кушнаренко баҡсасылыҡ техникумына уҡырға инеп ҡарай, аҙаҡ Башҡорт дәүләт ауыл хужалығы институтына йүнәлә. Физиканан имтиханды “бишлегә” тапшырһа ла, уны ҡағыҙға теркәргә оноталар. Яҙмыштыр... Тормошта бер нәмә лә осраҡлы булмай, Хоҙай Тәғәлә Әхмәт Мөхәмәтвәли улын башҡа мөһим эштәр өсөн шулай яҙлыҡтырғандыр.
Ысынлап та, Әхмәт ағайҙың фольклорға һәм әҙәбиәт ғилеменә лә юлы урау-урау була. Алтынсы класта уҡығанда ауылда “Тракторсылар” фильмын күрһәтәләр. Әхмәт ағай уны бер нисә тапҡыр ҡарай. Ул кисәге танкист Клим образын ныҡ оҡшата. Танкист булыу хыялы күңелемә инеп ҡалды, тип әйтә ул.
Шулай итеп, 1958 йылда хәрби хеҙмәткә алынғанда ул танк ғәскәрен һайлай. Белемгә ынтылған егет армияла саҡта уҡ буш ваҡыттарын китапханала үткәрә. Шул осорҙа гәзит-журналдар менән хеҙмәттәшлек итә башлай, хатта ротаның комсомол секретары була. Һәләтле егетте хәрби-сәйәси йүнәлештә артабан уҡырға “ҡоҙалаһалар ҙа”, ул тыуған яғына ҡайтып, Башҡорт дәүләт университетына уҡырға инә. Армияла ҡалһа ла, юғалмаҫ ине аҫыл башҡорт егете, бәлки, генерал дәрәжәһенә лә тиклем үрләгән булыр ине, тип уйлайым.
Университетта ул Ирек Кинйәбулатов, Вафа Әхмәҙиев, Юныс Латипов, Сафуан Әлибаев, Миңдийәр Дилмөхәмәтов кеүек аҙаҡ инде билдәлелек яулаясаҡ аҫыл егеттәр менән белем ала. Өсөнсө курстан һуң академик ял алып, Иҫке Монасип ауылына уҡытыусы булып эшкә ҡайта. Университетҡа яңынан уҡырға килгәс, Тимерғәли Килмөхәмәтов, Тимербай Йосопов, Данис Тикеев, Риф Мифтахов менән уҡый. Шул осорҙа ул ныҡлап фольклорға ылыға башлай. Студент йылдарында уға Жәлил Кейекбаев, Кирәй Мәргән, Әнүр Вәхитов, Марат Минһажетдинов, Лев Бараг кеүек күренекле ғалимдарҙан белем алыу бәхете эләгә.
1967 йылда Башҡорт дәүләт университетының филология факультетын тамамлағас, яҡшы эш урындары тәҡдим итһәләр ҙә, Әхмәт ағай тағы ла ныҡышлыҡ күрһәтеп, тыуған ауылына башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы булып ҡайта.
Кешене тәҡдир йөрөтә тигәндәй, биш йылдан һуң уны, студент йылдарында уҡ ғилми эшкә ылыҡҡан Әхмәт Сөләймәновты, аспирантураға саҡыралар. 1972 йылдан БДУ-ла башҡорт әҙәбиәте һәм фольклоры кафедраһында уҡытыусы, доцент. 1991 йылдың ғинуарынан — Тарих, тел һәм әҙәбиәт институтында фольклор һәм сәнғәт бүлеге мөдире. 2006 йылдан Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетының башҡорт әҙәбиәте һәм мәҙәниәте кафедраһы профессоры.
Әхмәт Сөләймәнов 1991 йылда М. В. Ломоносов исемендәге Мәскәү дәүләт университетында филология фәндәре докторы ғилми дәрәжәһенә докторлыҡ диссертацияһы яҡлай.
Ғалим 18 томдан торған “Башҡорт халыҡ ижады” серияһын әҙерләп нәшер итеүҙә туранан-тура ҡатнаша. Ул шулай уҡ фундаменталь хеҙмәттең рус телендә сыҡҡан баҫмаһының өс томын әҙерләй. Был эше өсөн башҡа авторҙар менән бер рәттән Салауат Юлаев исемендәге премияға лайыҡ була.
Ул – 400-ҙән ашыу фәнни хеҙмәт, шул иҫәптән 30-ҙан ашыу монография, мәктәп уҡыусылары һәм юғары уҡыу йорттары студенттары өсөн 40-тан ашыу уҡыу әсбабы һәм уҡыу-методик ҡулланма авторы.
Әхмәт Мөхәмәтвәли улы – әүҙем йәмәғәт эшмәкәре булараҡ та танылыу яулаған шәхес. Ул 2002 – 2006 йылдарҙа Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының Башҡарма комитеты рәйесе лә була. Матбуғатта сыҡҡан сығыштарында уның тура һүҙле, һәр ваҡиғаға ғәҙел, уйҙырмаларға юл ҡуймайынса баһа биреүе ярылып ята. Халыҡты борсоған милләт, тел, демография мәсьәләләрен күтәрә. Ул республикабыҙҙың сәйәси-ижтимағи ваҡиғаларына ла халыҡса ябай, аңлайышлы итеп баһа бирә.
Тимерғәли Килмөхәмәтов, профессор, яҙыусы:
– Әхмәт Мөхәмәтвәли улы күп төрлө һөнәрҙәргә һәләтле ине. Ул иң тәүҙә ғалим, педагог, йәмәғәт эшмәкәре булды. Уҡытыусыларҙың ике төрө була: береһе – уҡыусыларға лекция уҡый ҙа сыға ла китә, ә Әхмәт студенттар менән аралашып йәшәне, үҙенең балалары кеүек күрҙе. Шуға күрә лә ул студенттар араһында ныҡ танылған, ихтирам яулаған педагог булды. Ул Ломоносов исемендәге дәүләт университетында диссертация яҡлағанында да мин уның эшен хуплап сығыш яһаным, халыҡ ижадын үҙе йыйҙы тип. Беҙ уның менән 20 районда халыҡ ижады ынйыларын йыйып, экспедицияларҙа йөрөнөк. Аҙаҡ та уларҙы һаҡлауға ҙур өлөш индерҙе. Үҙенең дә сәсәнлек, яҙыусылыҡ һәләте булды.
Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты рәйесе вазифаһынан киткәс, эш таба алмайынса ҡаңғырыбыраҡ йөрөгән сағында уны журналистика кафедраһына эшкә саҡырҙым. Ул мин юҡта факультет етәксеһенә килгән, уны кире ҡағып сығарғандар. Үкенесле булды. Унан һуң Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия институтына эшкә урынлашты. Унда ул бик уңышлы эшләне, үҙенә бер бүлмә бирҙеләр. Әхмәт Сөләймәновты институтта бик яраттылар.
Ҡәҙим АРАЛБАЙ, Башҡортостандың халыҡ шағиры:
– Әхмәт Сөләймәнов менән күптән таныш инем, сөнки беҙ университетты бөткәс, ҡатын менән Бөрйән районының Байназар ауылына уҡытырға барҙыҡ. Ул саҡта Байназарға күрше ауылдарҙан килеп белем алдылар. Шунда Нәбиҙән дә уҡыусылар булды. Ул: “Бына былары минең уҡыусылар, ҡаҡмағыҙ, учтите”, – тип әйтә торғайны.
Марат Минһажетдинов вафат булғас, ул уның урынына Өфөгә эшкә килде. Айыҡ тормоштоң нигеҙендә спортҡа һөйөү ята. Ул ғүмере буйы, Нәбиҙә уҡытҡандан алып, спорт менән шөғөлләнде. Бында килгәс тә иртәнсәк гел Салауат Юлаев һәйкәле янына йүгерә торғайны. Уның менән ҡоролтайҙа бергә эшләгәндә Әхмәт Сөләймәнов үҙе һауығыу методикаһын әҙерләп, һәр биткә күнегеүҙәр һүрәтен төшөрөп, беҙгә таратып сыҡты. Шулай итеп, ул сәләмәт тормош рәүешен таратты.