Бөтә яңылыҡтар
Әҙәбиәт һәм мәҙәниәт
4 Апрель 2019, 20:50

Ағинәйҙең ижад байрамы

Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһында Рәйес Түләков исемендәге “Йәнгүҙәй” әҙәби-ижад берекмәһенең иң әүҙем ағзаларының береһе, мәғариф ветераны Рәйсә Иҫәнбаеваның 70 йәшлек юбилейына арналған ижад кисәһе үтте.

Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһы сайтынан.

Ниғәмәт ауылының абруйлы ағинәйе, тиҫтәгә яҡын китап авторы, әүҙем йәмәғәтсе Рәйсә Миҙхәт ҡыҙын районда яҡшы беләләр. Уның ижад емештәре “Һаҡмар” гәзитендә даими баҫыла.

Юбилярҙың күркәм байрамында район хакимиәтенең мәғариф бүлеге, Ниғәмәт ауыл биләмәһе вәкилдәре ҡатнашты, шулай уҡ “Йәнгүҙәй” берекмәһе, “Ағинәйҙәр” ҡоро ағзалары сығыш яһаны.

Кисә ҡәләм оҫтаһының ижад өлгөләре, йыр-моң менән үрелеп барҙы.
Читайте нас: