Башҡорт дәүләт университетының Сибай институтында белем алған йәштәр “Студент яҙы-2019” байрамының гала-концертына йыйылды.
Иң сағыу концерт номерҙарын баһаларға Рәсәйҙең атҡаҙанған, Башҡортостандың халыҡ артисы Рим Әбделмәнов, Рәсәйҙең Халыҡ мәғарифы һәм фәне хеҙмәткәрҙәре профсоюзының республикалағы ойошмаһы рәйесе урынбаҫары Наил Нурмөхәмәтов һ.б. килде.
Сара йәштәрҙең ижади эштәренән торған бай күргәҙмәне ҡарауҙан башланды. Бында ни генә юҡ: технология факультеты студенттарының таштан, йәшмәнән, туҡыманан яһаған күҙҙең яуын алырлыҡ ҡул эштәре тиһеңме, Башҡортостандың бай фауна һәм флораһын сағылдырған мөйөшмө, “Позитив” телестудияһы хәбәрселәренең фильмдары булһынмы һ.б. – барыһы ла ҡунаҡтарҙы хайран итте.
Сәхнәлә бер-береһен ҡабатламаған сағыу концерт номерҙары йәштәрсә дәрт, илһам менән бер тында үтеп тә китте. Уҡыу йортоноң “Ете ырыу”, “Сармат” ансамблдәре донъя халыҡтары бейеүҙәре өлгөләрен күрһәтһә, “Эдельвейс” бал-эстрада төркөмө заманса сығыштары менән һоҡландырҙы. Зөбәйҙә Ҡоломбәтова, Лиана Бәҙретдинова, Олугбек Искаков һ.б. йырҙары күңелдәрҙе моңға күмде.
Жюри тарафынан иң яҡшы тип табылған сығыштар 26 апрель Өфөлә үтәсәк “Студент яҙы-2019” фестиваленең гала-концертында күрһәтеләсәк.