Федерация Советының Фән, мәғариф һәм мәҙәниәт комитеты рәйесенең беренсе урынбаҫары, Башҡортостандың башҡарма дәүләт власы органынан вәкил Лилиә Ғүмәрова республикалағы Владимир Спиваков хәйриә фондының “Балалар – балаларға: йөрәктәребеҙ моңо” ижади проектының Дүртөйлө ҡалаһында үткән этабында ҡатнашыусылар һәм педагогтар менән осрашты.
Проект нигеҙендә балалар һәм үҫмерҙәр өсөн социаль приютта йәш музыканттар сығыш яһаны, музыка мәктәбендә шөғөлләнеүселәр өсөн оҫталыҡ дәрестәре үткәрелде. Владимир Спиваков хәйриә фондының Попечителлек советы рәйесе булған сенатор Лилиә Ғүмәрова, бындай саралар һәләтле балаларҙы асыуға булышлыҡ итеп кенә ҡалмай, уларҙы изге һәм мәңгелек темалар тирәләй берләштерә, донъяла бындай хәйриә хәрәкәтенең күләме ғәйәт ҙур, тип билдәләне.
Сарала республика Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбировтың хәләл ефете Каринэ Хәбирова ҡатнашты. Ул социаль приютта тәрбиәләнеүселәр өсөн художестволы ижад буйынса оҫталыҡ дәресе үткәрҙе, балаларға китап бүләк итте.
Әйткәндәй, “Балалар – балаларға: йөрәктәребеҙ моңо” ижади проекты йыл буйы дауам итәсәк. Дүртөйлө – акция үткәрелгән 25 биләмәнең алтынсыһы. Проект Рәсәй Президенты Владимир Путин гранты аҡсаһына тормошҡа ашырыла. Бөтә концерттарға тамашасылар бушлай индерелә.