Бөтә яңылыҡтар
Әҙәбиәт һәм мәҙәниәт
8 Апрель 2019, 21:13

Һуңғы дәғүәсе асыҡланды

Башҡортостан гүзәллек бәйгеһе “Һылыуҡай”ҙың 12-се финалисы билдәле булды. Кисә Мәскәүҙә “Мәскәү һылыуҡайы – 2019” конкурсы финалы үтте.

Башҡортостан гүзәллек бәйгеһе “Һылыуҡай”ҙың 12-се финалисы билдәле булды. Кисә Мәскәүҙә “Мәскәү һылыуҡайы – 2019” конкурсы финалы үтте. Унда 18-ҙән 25 йәшкә тиклемге Башҡортостан, Ырымбур һәм Силәбе өлкәләренән ҡыҙҙар ҡатнашты. 20 йәшлек Ырымбур ҡыҙы Зилиә Агишева еңеү яуланы. Әйткәндәй, ул бәйгелә 2017 йылда ҡатнашып, икенсе урынға лайыҡ булғайны.
“Һылыуҡай” асыҡ республика конкурсына әҙерлек тулы кимәлдә бара. Бөгөн ҡыҙҙар “Азимут Отель Өфө” ҡунаҡханаһына урынлашты.
Улар өс аҙна дауамында стилистар, визажистар менән шөғөлләнәсәк, фотосессиялар үтәсәк. Улар менән Башҡортостан юлдаш телеканалының “Сәләм” тапшырыуында танышырға була.
Бәйгенең финалы 27 апрелдә “Башҡортостан” дәүләт концерт залында үтәсәк.
Читайте нас: