“Кластан тыш дәрес” фильмы “Донъяға яҡтылыҡ” IX халыҡ-ара кинофестиваленең конкурс программаһына һайлап алынған.
Сара 15 – 18 майҙа Ярославль өлкәһендә үтә.
Еңеү көнөнә һәм “Үлемһеҙ полк” халыҡ-ара йәмәғәт хәрәкәтенә арналған фильм Стәрлетамаҡ дәүләт театр-концерт берекмәһе һәм Жәлил Кейекбаев исемендәге 3-сө гимназия ҡатнашлығында “Башҡортостан” киностудияһы тарафынан төшөрөлгән.
Фестиваль сайтында белдерелеүенсә, быйылғы конкурста 694 фильм ҡатнаша. Араларында сит илдәрҙән ебәрелгәндәр ҙә бар.