Бөтә яңылыҡтар
Әҙәбиәт һәм мәҙәниәт
10 Апрель 2019, 11:28

Мәҙәниәтте сиктәргә бикләп булмай

Республика парламенты депутаттары мәҙәниәт учреждениелары үткәргән дәүләт һатып алыуҙарын еңелләштереү буйынса тәҡдим ителгән закон проектын хупланы.

Республика парламенты депутаттары мәҙәниәт учреждениелары үткәргән дәүләт һатып алыуҙарын еңелләштереү буйынса тәҡдим ителгән закон проектын хупланы.
Мәҫәлән, аукциондың башланғыс хаҡы тауар һатып алғанда өстән 50 миллионға тиклем, төҙөлөш булғанда 500 миллион һумға тиклем артасаҡ. Мәҙәни ҡиммәте булған әйберҙәрҙе, әҫәрҙең авторлыҡ хоҡуғын һатып алғанда, уның хаҡын нигеҙләү талап ителмәйәсәк.
Шулай уҡ заказсынан контракт төҙөшкән кешеләр тураһындағы мәғлүмәтте асыҡ сығанаҡтарҙа баҫтырыу бурысы алып ташлана.
Ҡайһы бер осраҡтарҙа мәҙәниәт учреждениеларына сит илдә етештерелгән тауар һәм хеҙмәттәр һатып алыуға сикләү бөтөрөләсәк.
– Мәҙәниәт һәм сәнғәт өлкәһен сиктәргә индереп булмай. Мәҙәниәт учреждениелары һатып алыуҙы өс йылға алға планлаштыра алмай, иң арзан әйберҙе, тимәк, насар музыка ҡоралын һатып ала алмай, – тине парламент спикеры Константин Толкачев.
Читайте нас: