Бөтә яңылыҡтар
Әҙәбиәт һәм мәҙәниәт
17 Апрель 2019, 17:15

"Илһам" ҡанаттарҙы нығыта

М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты ижади һәләтле уҡыусылар өсөн “Илһам” фестивален бишенсе тапҡыр уҙғара.

М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты ижади һәләтле уҡыусылар өсөн “Илһам” фестивален бишенсе тапҡыр уҙғара.


Төрлө төбәктәрҙән йыйылған алдынғы ҡарашлы балалар яҙыусылар, журналистар менән осраша, уларҙан оҫталыҡ дәрестәре ала.


Бөгөн республиканың Яҙыусылар союзында уҡыусылар Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы Таңсулпан Ғарипова, Ш. Бабич исемендәге дәүләт йәштәр премияһы лауреаттары Лариса Абдуллина, Айгиз Баймөхәмәтов менән осрашты.


Хәҙерге уҡыусыларҙы бөгөнгө әҙәбиәт тә, милли батырҙар ҙа, әҙиптәрҙең шәхси тормошо ла ҡыҙыҡһындыра. Йәнле аралашыу барышында балалар башҡорт халҡының тарихынан, әҙәбиәтенән үҙҙәре өсөн яңы мәғлүмәттәр алды.
Читайте нас в