Кисә Ҡыйғы районы башҡорттары ҡоролтайы үтте.
Сарала Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы аппараты етәксеһе урынбаҫары Азамат Сирбаев, район хакимиәте башлығының социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫары Айҙар Ғәйфуллин, “Йәшлек” үҫмерҙәр һәм балалар клубы етәксеһе Рәсүл Ҡазыханов һ.б. ҡатнашты.
Йыйылышта “Башҡорт халҡының үҫеш стратегияһы” тураһында һүҙ барҙы, милләттең бөгөнгөһөн, киләсәген билдәләйәсәк мәсьәләләр ҡаралды һәм V Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайына делегаттар һайланды.
Ҡыйғы районында 7924 башҡорт йәшәй, төбәктән ике кеше делегат итеп һайланды, тип хәбәр итте урындан шағирә, “Башҡортостан” гәзитенең бүлек мөдире Лариса Абдуллина.
Сара хаҡында ентекләберәк “Башҡортостан” гәзитендә уҡырһығыҙ. Әйткәндәй, баҫмаға яҙылырға онотмағыҙ!