Бөтә яңылыҡтар
Әҙәбиәт һәм мәҙәниәт
18 Апрель 2019, 20:25

“Булмаҫ тимә, донъя был”

Саҡмағош районында һәүәҫкәр коллективтарҙың “Театр яҙы” фестивале гөрләп бара. Тайнаш ауыл мәҙәниәт йорто артистары С. Беловтың “Мамуля” пьесаһын сәхнәләштерҙе. Д. Сәлиховтың тәржемәһендә ул “Булмаҫ тимә, донъя был” тип аталды.

Хәҙерге заман тормошон, ғаилә мөнәсәбәттәрен һәм мөхәббәт темаһын сағылдырған комедия көнүҙәклеге, ысынбарлыҡты нисек бар, шулай һүрәтләүе менән тамашасы күңеленә яҡын. Һәүәҫкәр артистар үҙ ролдәрен яратып, бирелеп башҡарғанға күрә, тамаша иҫтә ҡалырлыҡ булды. Ленарис Вәлиәхмәтов, Сулпан Ғәлимова, Гүзәл Харисова, Илдар Хәмиҙуллин (Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре), Әлфиә Дауытова спектаклдең мәғәнәһе һәр кем күңеленә барып етһен өсөн ҙур оҫталыҡ, тырышлыҡ һалды.

Талантлы ауылдаштарын уңышлы сығышы менән ҡотлап, ауыл биләмәһе башлығы Хәлил Исхаков “Театр яҙы”н күркәм сараға әүерелдереүҙәре өсөн һәүәҫкәр артистарға ҙур рәхмәт белдерҙе.

Фото: Саҡмағош районы хакимиәте сайтынан.
Читайте нас: