Бөтә яңылыҡтар
Әҙәбиәт һәм мәҙәниәт
19 Апрель 2019, 14:12

“Тамыр”ҙар бирешмәй, бошонмай, баш эймәй!

Йәмғиәтебеҙҙә фәҡәт һуңғы йылдарҙа йола булып формалашҡан ифрат матур күренештәр бар. Нисек кенә булмаһын, милли үҙаңды, үҙбилдәләнеште, телде һәм мәҙәниәтте аяуһыҙ глобалләшеү шарттарында һаҡлап ҡалыу һәм үҫтереү өсөн заман заңына ярашлы юлдар эҙләү, үҙенсәлекле алымдар ҡулланыу талап ителә. Ошо йәһәттән, ыңғай миҫал булараҡ, телгә алырлыҡ ваҡиғаларҙың береһе тип “Бирешмә” беренсе балалар премияһын билдәләһәк, һис тә яңылышмаҫбыҙ.

Йәмғиәтебеҙҙә фәҡәт һуңғы йылдарҙа йола булып формалашҡан ифрат матур күренештәр бар. Нисек кенә булмаһын, милли үҙаңды, үҙбилдәләнеште, телде һәм мәҙәниәтте аяуһыҙ глобалләшеү шарттарында һаҡлап ҡалыу һәм үҫтереү өсөн заман заңына ярашлы юлдар эҙләү, үҙенсәлекле алымдар ҡулланыу талап ителә. Ошо йәһәттән, ыңғай миҫал булараҡ, телгә алырлыҡ ваҡиғаларҙың береһе тип “Бирешмә” беренсе балалар премияһын билдәләһәк, һис тә яңылышмаҫбыҙ.


Улар ҙур сәхнәләрҙе яуламаҡсы


“Тамыр” балалар һәм үҫмер­ҙәр теле­каналының тарихы 1992 йылдан билдәле журналист, студияның тәүге етәксеһе Луиза Фархша­това­ның идеяһы менән бәлә­кәстәр өсөн әҙерләнгән “Сәң­гелдәк” про­рам­маһынан инеш ал­ғанлығы мәғлүм. Ошо бәрәкәтле башланғыс өс тиҫ­тәгә яҡын йылдар эсендә, бол һәм ҡеүәт туп­лап, күптән инде үҙенсә­лек­ле йү­нәлешкә, үҫеп килгән быуынды милли рухта тәр­биәләүсе, телде һәм мәҙәниәтте һаҡлаусы үҙен­сәлекле мәктәпкә әүерелде, тип әйтеү фарыз. Ғөмүмән, балалар ҡатнашлығында ғына түгел, ә уларҙың тормошҡа ҡараш­тары даирәһенән, ҡыҙыҡ­һыныуҙа­ры­нан, мауығыуҙарынан сығып ойош­то­ролған төрлө йүнәлешле телепрограммалар, һис шикһеҙ, тамаша­сы­ларға ҡыҙыҡлы ла, файҙалы ла. “Тамыр” теле­тапшы­рыуҙарын оло­һо ла, кесеһе лә бер­ҙәй яратып ҡарай, уларҙың рей­тингы тотороҡ­ло һәм юғары, шуға күрә 2009 йылда “Тамыр”­ҙың, республика теле­видениеһы студияһы кимәле­нән сығып, 16 сәғәтлек үҙаллы телеканал булып китеүенә һис тә аптырарға түгел: ихтыяж булғас, тәҡдим дә бар.
...“Бирешмә” проекты ла, үҫ­мер­ҙәр өсөн төшөрөлгән музы­каль сериал булараҡ, республика тама­шасыларының һөйөүен яу­ла­ғайны. Төп геройҙар: Гәлсәр, Да­нир, Гөл­гө­нә, Хәйҙәр – төрлө ғаилә­ләрҙә, шарттарҙа тәрбиә­ләнгән, әммә уртаҡ хыял менән ян­ған һәләтле үҫмерҙәрҙе һын­лан­дыра. Улар “Бирешмә” тигән төркөм төҙөп, ҙур сәхнәләрҙе яу­ларға йыйына, шул уҡ ваҡытта дуҫлыҡ, кешелеклелек, ярҙам­сыл­лыҡ кеүек мәңгелек ҡиммәт­тәргә инанған, ауырлыҡ­тарҙан ҡурҡмаған ҡыйыу, маҡсат­лы ҡыҙҙар һәм егеттәр булып ҡала.
Әйтергә кәрәк, сериал тама­ша­сыларҙың һөйөүен шунда уҡ яуланы, яңы сериялар­ҙы халыҡ көтөп алды. Былтыр иһә “Биреш­мә” төр­көмө, телеэкрандан “тө­шөп”, ысын мәғәнәһендә ҙур сәх­нә­лә концерт ойоштор­ҙо – кө­йәр­мәндәрен йыйҙы, үҙенсә­лек­ле, сағыу тамаша тәҡдим итте. Әйт­кәндәй, сараның төп маҡсаты мәрхәмәтлелек булға­нын, концерттан йыйылған аҡса балалар церебраль фалижынан яфалан­ған үҫмергә ярҙам итеү өсөн йүнәл­телгәнен дә иҫәпкә алһаҡ, сериалдың телеформат ҡорша­уы­нан ҡотолоп, социаль йүнә­леш­ле етди проектҡа әүерелә барыуын төҫмөр­ләргә була ине.
...Быйыл иһә “Бирешмә”ләр был күҙал­лауҙың раҫ икәнлеген тағы бер­ҙе күрһәтте: “Тамыр”ҙар ифрат үҙенсәлекле социаль проект менән ҡыуандырҙы, тәүге тапҡыр уңған, бул­дыҡлы, ҡыйыу үҫмерҙәр өсөн махсус премия булдырып, рес­публи­каның төрлө төбәктәрендә йәшәгән йәштәштә­ренә тапшырҙы.


Ете бала – еңеүсе!


Премияға дәғүә итеүселәрҙең һаны 137 булһа, улар араһынан ете бала төрлө номинацияларҙа “еңеүсе” тип билдәләнде. Һис шик­һеҙ, уларҙың һәр ҡайһыһы – үҙ йә­ше өсөн ҡаһарман, бәғзе­ләренең иңенә төшкән һынау­ҙар­ҙы һанай китһәң, һәр оло кешенең дә уларҙы кисерергә ру­хы һәм көсө етмәҫ, тигән фекергә киләһең. Бер нисә ми­ҫалға туҡтап үтәйек. Әйтәйек, “Бирешмә! Ижад ит!” номинация­һында билдә­лән­гән, баш ҡаланың һуҡырҙар һәм насар күреүселәр өсөн 28-се махсус (коррекцион) мәктәп-интернатында уҡыған Эвелина Вәхи­тованы алайыҡ.
Тормоштоң сағыу төҫтәрен ге­нә түгел, ҡояштың яҡты нурҙарын күреүҙән дә мәхрүм, әммә иҫ киткес көслө рухлы, талантлы ҡыҙ – оҫта баянсы, йырҙар ижад итә, йырлай, концерттар ойоштора. Халыҡ-ара композиторҙар конкурсы лауреаты, Спиваков фонды стипендиаты, күп тапҡыр Рәсәй кимәлендә үткәрел­гән ижади конкурстарҙа еңеүсе. Салауат Низамет­диновтың илаһи ижадына табынған Эвелина, дан­лыҡлы композитор һымаҡ, үлемһеҙ көйҙәр ижад итергә хыяллана.
“Бирешмә! Көслө бул!” номина­цияһында еңеү яулаған Илнур Ғарипов хаҡында бынан бер нисә йыл элек “Башҡортостан” гәзите биттәрендә яҙғайныҡ. Туғыҙ йөҙ грамм булып ҡына донъяға килгән Илнур кескәй сағынан уҡ спорт менән шөғөлләнә. Бер күҙе күргән саҡта конькиҙа йүгерә, саңғы буйынса төрлө кимәлдәге ярыш­тарҙа еңеүҙәр яулай. 12 йәшендә бө­төнләй күрмәй башлағас та тө­шөнкө­лөккә бирелмәй ул – йөҙөү спорты менән мауыға башлай. Бөгөн Илнур Ғарипов – йөҙөү буйынса Рәсәй чемпионы, халыҡ-ара класлы спорт мастеры. Әммә өлгә­шел­гәндәре менән генә туҡтарға йыйынмай, ал­ға ынтылып, ҙур маҡсаттар ҡуйып йәшәй.
Учалы районынан һәләтле ҡыҙ бала, йәш артист Ләйсән Золота­реваны алайыҡ. Ул, әле бәләкәй булыуына ҡарамаҫтан, Бөтә Рәсәй “Синяя птица” телевизион конкурсында “Урал батыр” эпосын иҫ киткес итеп һөйләп, баш­ҡорт телен, йырын, моңон бөтә ғаләмгә танытты, тотош илде таң ҡал­дырҙы. Унан тыш, Ләйсән – би­хисап ижади бәйгеләрҙә еңеү­се, рухлы, даланлы, иҫ киткес моң­ло бала. Әйткән­дәй, тамаша барышында ул баш­ҡорт халыҡ йыры “Сыңрау торна”­ны шул тиклем аһәңле итеп баш­ҡар­ҙы, көс­лө тауышы менән арбаны, тотош залды әсир итте. Афарин! Ләйсән “Бирешмә! Телеңде үҫ­тер!” номинацияһында билдә­ләнде.
Оло йәштәге инәйҙе янғындан ҡотҡар­ған Ишембай районы егете Ирек Үмәрбаев – “Бирешмә! Ҡот­ҡар!”; яҡындарына ярҙам итеү маҡ­сатынан белем эстәгән, алдын­ғылыҡты бирмәгән Йылайыр районы ҡыҙы Сафия Хажиморатова – “Бирешмә! Белемгә ынтыл!”; Бөтә Рәсәй йәштәре ғилми проекттары буйынса экология темаһын яҡлап 200 мең һумлыҡ грант отҡан Архангел ра­йонының уңған ҡыҙы Гүзәл Шәрә­фет­ди­нова – “Бирешмә! Ереңде һаҡла!”; “Аманат” журналы һәм “Йәншиш­мә” гәзитенең “Йәш хәбәрсе” тигән исемдәренә лайыҡ булған, үткер мәҡәләләр яҙған ижади булмышлы Бөрйән ҡыҙы Зилиә Буранбаева “Бирешмә! Медиа-донъяны яула!” номина­ция­ларында еңеү яуланы. Махсус приз­дар Өфөнән Айгөл Ибраһимоваға, Стәр­лебаш районынан Рафиҡ Шароянға тапшырылды.


Донъя ҡото – миһырбанлыҡта


...Тормош һынауҙарына биреш­мәгән, ауыр хәлдәр алдында ал­быр­ғап ҡалмаған, тырышып-тырмашып маҡсаттарына ын­тыл­ған шәп малайҙар һәм ҡыҙҙар ара­быҙ­ҙа – “Бирешмә” беренсе үҫмерҙәр пре­мияһы ошо хәҡиҡәтте тағы бер иҫе­беҙгә төшөрҙө, донъя ҡото миһырбан­лыҡта, бер-беребеҙгә иғтибарлы һәм ихтирамлы булыуҙа икәнлеген раҫланы.
Проекттың авторҙарына, тамашаны ойоштороусыларға, “Тамыр”­ҙарға афарин тип әйтергә ҡала, сөнки тамашасыны йәлеп итерлек сағыу сара әҙерләү бер булһа, яңы башланғыс тағы ла әһәмиәт­лерәк булды. Минеңсә, проект бер нисә йүнәлеште үҙ эсе­нә ала. Беренсе­нән, йәш быуында туған телгә, моң­ға, мәҙә­ниәткә ҡарата һөйөү тәр­биәләү – бер үк ваҡытта халыҡсан заң, милли моң менән һуға­рылған, әммә заман талаптарына ярашлы итеп ҡуйылған күркәм сығыш­тарҙы тамашасы ифрат йылы ҡабул итте. Ябай тамашасы булараҡ, тел һәм рух тан­танаһын залдан күҙәткән бә­ләкәй тамашасыларҙың күңе­лен­дә лә милли сәнғәткә, мәҙә­ниәт­кә, туған телгә һөйөү бөрө­лән­мәй ҡалма­ғанына иманым камил.
Икенсенән, проекттың социаль йүнә­леш­ле булыуы отошло. Үҫ­мер­ҙәрҙең ҡаҙаныш­тарын баһалау, тормош һынауҙа­ры алдында ал­бырғап ҡалмайынса, юғары маҡсат­тарға ынтылып йәшәүҙәрен, хыял-ынтылыуҙарын күрһәтеү йәмәғәт­селек араһында, ә тәүге сиратта балалар күңе­лендә миһырбанлыҡ тойғоһо, мәрхәмәт­лелек хистәре уята, бер-береңә ҡарата иғтибарлыраҡ, социаль йәһәттән әүҙеме­рәк булырға өйрәтә.
...“Тамыр” телеканалы үҙенең төп миссияһы тип “туған телгә һәм ергә һөйөү, ғаиләгә һәм ололарға ҡарата ихтирамлы итеп тәрбиәләү; сәләмәт тормош рәүешенә ылыҡ­тырыу; тәбиғәткә ҡарата һаҡсыл ҡараш булдырыу” төшөнсәләрен билдә­ләй. Әйтергә кәрәк, йылдан-йыл был ябай, әммә мөһим ғәмәл­дәр “Тамыр” телеканалы ярҙа­мында тормошҡа ашырыла килә. Мәҫәлән, беҙҙең күҙ алдында ғына күпме бәләкәс милләттәштәребеҙ тап “Тамыр”ҙа ҡанат нығытты – һанап бөтөрлөк түгел! Ошо ифрат яуаплы һәм сауаплы эште башҡарған ижади коллективҡа артабан да уңыштар теләйек.