Бөтә яңылыҡтар
Әҙәбиәт һәм мәҙәниәт
20 Апрель 2019, 14:14

"Без – башкортлар!" – ти Пермь башҡорттары

Әле Пермь крайының Чернушка районында Башҡортостандың 100 йыллығына, V Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайына арналған тантаналы йыйын бара.

Әле Пермь крайының Чернушка районында Башҡортостандың 100 йыллығына, V Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайына арналған тантаналы йыйын бара.


Сарала Башҡортостан Башлығы Хакимиәтенең Милли сәйәсәтте тормошҡа ашырыу бүлеге мөдире урынбаҫары Илшат Ханов, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты рәйесе Данир Ғәйнуллин, Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты Гөлнур Ҡолһарина, Чернушка районы хакимиәте башлығы Михаил Шестаков, крайҙың дини һәм мәҙәни мөнәсәбәттәр буйынса бүлеге етәксеһе Анастасия Субботина, Пермь башҡорттары ҡоролтайы рәйесе Рәсил Мөхәмәтйәнов һ.б. ҡатнаша.


Тантаналы йыйылышта Башҡортостан Башлығы Хакимиәтенең Милли сәйәсәтте тормошҡа ашырыу бүлеге мөдире урынбаҫары Илшат Ханов республика етәксеһе Радий Хәбировтың ҡотлау сәләмен уҡып ишеттерҙе.


Ҡунаҡтарҙы урындағы халыҡ милли кейем, аш-һыу күргәҙмәләре, йолаларын сәхнәләштереп ҡаршы алды.
Читайте нас: