Бөтә яңылыҡтар
Әҙәбиәт һәм мәҙәниәт
20 Апрель 2019, 00:24

Милли кейемдәр "тәлгәше"

Сибайҙың күп тармаҡлы һөнәри колледжында Башҡортостандың 100 йыллығыуңайынан “Этнографик тәлгәш. Башҡортостан халыҡтары милли кейемдәренең тарихи үҙенсәлектәре” тигән темаға ғилми-ғәмәли конференция үтте.

Гөлдәр Ҡадаева фотоһы.
Гөлдәр Ҡадаева фотоһы.
Сибайҙың күп тармаҡлы һөнәри колледжында Башҡортостандың 100 йыллығы уңайынан “Этнографик тәлгәш. Башҡортостан халыҡтары милли кейемдәренең тарихи үҙенсәлектәре” тигән темаға ғилми-ғәмәли конференция үтте.


Сарала 14 хеҙмәт тәҡдим ителде. Йәштәр күберәк башҡорт милли кейеме өлгөләренә иғтибар биргән. Мәҫәлән, Сибай күп тармаҡлы һөнәри колледжы студенты Камила Сафина Әбйәлил башҡорттарыныҡын өйрәнгән. Сығыш яһаусы үҙендәге кеүек костюмды ошо төбәктең кейәүгә сыҡҡан ҡатын-ҡыҙҙары кейеүе хаҡында һөйләне.


Өфө яғыулыҡ-энергетика колледжының Баймаҡ филиалынан Миләүшә Сәлихҡолова гүзәл заттарыбыҙҙың баш кейем өлгөләре тураһында сығыш яһаһа, Инсаф Игебаев башҡорт яугирҙәренең милли кейемдәре хаҡында бәйән итте. Егет был хеҙмәтен әҙерләгәндә үҙенең шәжәрәһен ныҡлы өйрәнгән, төрлө һуғыштарҙа ҡатнашҡан ата-бабаһы хаҡында күп мәғлүмәт туплаған.


Сибайҙан Арина Мөхитова рус милли костюмы үҙенсәлектәрен барлаһа, Баймаҡтан Анна Мичунова йәһүттәрҙекенең тарихына иғтибар иткән. Юлиә Насирова сабата тураһында ҡыҙыҡлы мәғлүмәт туплаған. Марина Иванова иһә сыуаш халҡы милли кейемдәре өлгөләренең һәр береһенә айырым туҡталған.
Ә бына Сибай ҡалаһының 6-сы мәктәбе уҡыусыһы Кәрим Мөхитов быйма баҫыу серҙәрен асты. Малай атаһының был эшендә ҙур ярҙамсы икән.
“Арҡайым ҡасабаһында шәхси йортта йәшәйбеҙ. Атай-әсәйем быйма баҫыу менән күптән шөғөлләнә, – тип һөйләне малай. – Атайым оҫтахана булдырҙы, йөн менән эш итеү – әсәйем иңендә.


Мин – быйма баҫыусылар тоҡомоноң дүртенсе быуыны вәкилемен. Ҡарт өләсәйем ошо эш менән шөғөлләнгән. Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында был кәсеп уны аслыҡ-яланғаслыҡтан ҡотҡарып алып ҡалған. Уның шөғөлөн өләсәйем отоп алған, әсәйем дә бик оҫта. Хәҙер беҙҙең ҡасабаның ғына түгел, тотош ҡалабыҙ халҡы, эргә-тирәләге ауылдарҙа йәшәүселәр ҙә беҙ баҫҡан быймаларҙы кейә”.


Үҙен бик ышаныслы тотҡан, ғаиләләренең кәсебе хаҡында ихлас бәйән иткән Йәүҙәттең “Арҡайым быймалары” тип аталған эше гран-при менән баһаланды. Уның ғилми етәксеһе – Гөлсәсәк Дәүләтбирҙина.
Ғәжәп бай күргәҙмә, иҫ киткес матур ойошторолған сара ысын мәғәнәһендә милли кейемдәр тәлгәшен хәтерләтте, ул төрлө биҙәктәрҙә балҡыны.
Читайте нас: