Ошо көндәрҙә, Башҡортостандың 100 йыллыҡ юбилейына арнап, Белорет районының Сәғирә Шәрәфетдинова етәкселегендәге Шығай мәҙәни үҙәгендә билдәле композитор, күп йырҙар авторы Мөхәррәм Сәлимов призына үҙешмәкәр композиторҙарҙың өсөнсө асыҡ район конкурсы уҙғарылды.
Бәйгелә, Бөрйән, Баймаҡ, Белорет райондары һәм Силәбе өлкәһенең Магнитогорск ҡалаһы ижадсыларынан тыш, беҙҙең Әбйәлил районынан Вәғиз Сабитов, Сания Мортазина, Вил Йәнйегетов, Илмир Хызыров һәм Фәнүзә Биктимеровалар ҙа ҡатнашты. Ниндәй генә көйҙәр, ниндәй генә йырҙар яңғыраманы йыйында. Ысынлап та, үҙ шиғырыңдың көйгә һалыныуын ишетеү – оло бәхет ул!
Тиҫтәнән ашыу һәүәҫкәр композитор ҡатнашҡан был конкурс залда ултырған тамашасыларҙың сығышы менән үрелеп барҙы.
Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Ә. Иҙиәтуллина, И. Иҫәнғужин, И. Сәғәҙәтов һәм “Ҡуңыр буға” әҙәби ойошмаһы етәксеһе М. Кәримов етәкселегендәге абруйлы жюри бәйгелә ҡатнашыусыларҙың йәш үҙенсәлектәрен дә, башҡарыу оҫталығы менән йырҙарҙың бөгөнгө көнгә ауаздашлығын да иҫәпкә алмай ҡалманы, әлбиттә. Беренсе урынға лайыҡ булған яҡташыбыҙ, Магнитогорск ҡалаһынан Рафаэль Мортазин “Бөткән ауылдар”, “Икәү атлар юлыбыҙ” йырҙарын үҙе баянда уйнап башҡарһа, икенсе һәм өсөнсө урындарға Баймаҡ ҡалаһынан Илнур Сирбаев менән Белореттан Сәйфулла Ғайсин һәм Әбйәлил районының Амангилде ауылынан Сания Мортазина лайыҡ булды. Ә инде бәйгенең төп бүләген – Гран-приҙы Белорет ҡалаһынан Илнур Әхмәтшин яуланы. Бөрйән районынан үҙешмәкәр композитор Нәркәс Ҡарамышева менән яҡташыбыҙ Сания Мортазинаның йырҙарын тамашасы хөкөмөнә сығарған Фирғәт Өмөтҡужин һәм Магнитогорскиҙан Рәшиҙә Мортазинаның, шулай уҡ Белореттан Алһыу Тимерова менән Рөстәм Миһрановтарҙың да сығышы махсус урындар менән билдәләнде. Еңеүселәрҙең барыһына ла дипломдар менән аҡсалата премиялар тапшырылды.