Әҙәбиәт һәм мәҙәниәт
24 Апреля 2019, 11:45

Таҡтаташ асылды

Дәүләкән ҡалаһында Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы, Мең ырыуы башҡорттары һәм Дәүләкән районы хакимиәте ойошторған 1-се төбәк ара Сафуан Яҡшығолов уҡыуҙары бара.

Дәүләкән ҡалаһында Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы, Мең ырыуы башҡорттары һәм Дәүләкән районы хакимиәте ойошторған 1-се төбәк ара Сафуан Яҡшығолов уҡыуҙары бара.


Сара сиктәрендә ҡалала Башҡортостан Автономияһы башында торған шәхестәр – шағир Сафуан Яҡшығоловҡа, Шәкир Мозафаровҡа, Юлмөхәмәт Арыҫланбәковҡа иҫтәлекле таҡтаташ асылды.


Тантанала район хакимиәте вәкилдәре, уҡыусылар, башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары, урындағы халыҡ ҡатнашты.


Автор фотоһы.
Читайте нас