Бөтә яңылыҡтар
Әҙәбиәт һәм мәҙәниәт
27 Апрель 2019, 00:35

Өфө үҙәгендә ҡор йыйҙыҡ

Ф. Мостафина исемендәге 20-се Өфө ҡала башҡорт гимназияһында Совет районы башҡорттары ҡоролтайы үтте.

Фотолар Совет районы хакимиәтенең "Бәйләнештә"ге төркөмөнән.
Ф. Мостафина исемендәге 20-се Өфө ҡала башҡорт гимназияһында Совет районы башҡорттары ҡоролтайы үтте.
Ҡунаҡтарҙы милли кейемдәге уҡыусылар, “Төньяҡ амурҙары” клубы ағзалары ихлас ҡаршы алды. Бында халыҡ ижадына бәйле төрлө күргәҙмәләр ойошторолдо, шулай уҡ ҡул эштәре буйынса оҫталыҡ кластары тәҡдим ителде. Өҫтәүенә табиптан консультация алыу, ҡан баҫымын, ҡандағы шәкәр кимәлен, буйҙы, ауырлыҡты үлсәтеү мөмкинлеге булдырылғайны.
Тәбрикләү һүҙе менән Совет районы хакимиәте башлығы Рөстәм Рәхмәтуллин сығыш яһаны. Ул туған телгә, милләткә, Ватанға һөйөүҙең тәү сиратта ғаиләлә һалыныуын билдәләне. Әгәр һәр ата-әсә ошо бурысын лайыҡлы үтәй икән, республикабыҙҙың яҡты киләсәгенә ҙур өлөш индерәсәк.
Артабан район башҡорттары ҡоролтайы рәйесе Наил Әминев көн тәртибен әйтте, делегаттарҙы йәмәғәт ойошмаһы эшендә әүҙемерәк ҡатнашырға саҡырҙы. Ҡорҙа ҙур ҡала шарттарында туған телебеҙҙе, мәҙәниәтебеҙҙе һаҡлау мәсьәләләре тикшерелде, Башҡорт халҡы үҫеше стратегияһына тәҡдимдәр индерелде.
Сарала V Бөтә донъя ҡоролтайына делегаттар һайланды.