Иҫәнғол район мәҙәниәт йортонда ойошторолған “Тормош, мин һине яратам!” республика художестволы үҙешмәкәр фестиваленең зона турында эргә-тирәләге райондан өс йөҙҙән ашыу йырсы, бейеүсе көс һынашты.
– Таланттарҙың төпкөлдә тыуыуына, уларҙың бынамын итеп донъя көтөүе менән бер рәттән, сәнғәткә ғашиҡ булыуына нисек һоҡланмаҫҡа, – ти Ейәнсура районы хакимиәте башлығы Дәмин Юланов. – Күңел һәр саҡ йәш булып ҡала тип дөрөҫ әйтәләр.
Көндәлек мәшәҡәттәргә ҡарамай, һәр ҡайһыһы аныҡ маҡсаттар ҡуйып ғүмер итә, иң мөһиме, тормошҡа ғашиҡ, йәшәүҙән йәм тапҡан.
Ул көндө иң-иңдәр асыҡланды, финалға үткәндәр киләһе сығышҡа әҙерлек башланы, ә ялын файҙалы уҙғарған тамашасылар иһә “ошондай кисәләр йышыраҡ ойошторолһа ине” тигән теләк менән таралышты.
Фото: Ейәнсура районының Үрген ауыл мәҙәниәт йорто сайтынан.