Бүздәк районында йәшәп ижад иткән Фәнирә Мансапова үҙенең бер шиғырында туған республикаһын данлап тап шулай тип яҙа:
Күп милләтле Башҡортостан -
Һиндә тыуҙым, һиндә үҫтем,
81 йәшлек хаҡлы ялдағы ханым Башҡортостан республикаһының 100 йыллыҡ юбилейына арналған сараға ҡул эштәре күргәҙмәһен алып килгән. Ата- бабалары йәшәгән тыуған еренән дәрт, илһам алып йәшәй ул. Күңелеңдә матурлыҡҡа ынтылыш, тормошто яратыу тойғолары бар икән, тимәк, ғүмерҙең һәр миҙгелендә кеше үҙенә дарман бирер сығанаҡ таба ала.