– Утыҙ йыл буйы мөғжизәле китап донъяһында йөҙөп эшләйем, – ти китапханасы Әлфиә Ҡаһирова. – Элек ул кешеләргә нисек аң, белем, иман таратһа, әле лә һәр кемгә изгелек, матурлыҡ, яҡтылыҡ өләшә. Туҙып-таушалып бөткән китапта ла ниндәй көс-ҡеүәт, аҡыл бар, әйтеп бөтөргөһөҙ!
Бөгөн китапханасы бынан ярты йыл элек кенә файҙаланыуға тапшырылған Ҡабаҡ ауылы клубындағы “Ғаилә менән китап уҡыу” үҙәгендә уҡыусыларҙы хеҙмәтләндерә. “Үҙәктә фонд дүрт мең дана тирәһе генә булһа ла, төп китапханала 27 меңдән ашыу иҫәпләнә. Китап һөйөүселәрегеҙ күпме тиһегеҙме? Халыҡ беҙҙә гәзит-журналдан айырылмай, китап уҡырға ла бик әүәҫ. Әле 1500 уҡыусыбыҙ бар. Эште ойошторорға ғына кәрәк”, – ти ул.
Ҡабаҡ ауыл биләмәһенә 11 ауыл ҡарай, өс клуб эшләй. Йылдан-йыл халҡы арта барған, яңы йорттары ямғырҙан һуң гөрләшеп сыҡҡан бәшмәктәрҙәй үҫеп торған ҙур ауылда 22 йылдан һуң заманса иркен клубтың төҙөлөүе лә уның мәҙәни тормошона өр-яңы һулыш өргән. “Беҙҙә китапты туҙан баҫмай, туҡтауһыҙ ҡулдан-ҡулға, өйҙән-өйгә йөрөгәс”, – ти уйынлы-ысынлы Әлфиә Ҡаһирова.