Бөтә яңылыҡтар

Үткәлдәр күрһәткән үрнәк

Белорет районының Үткәл ауылы мәҙәниәт йорто хеҙмәткәрҙәре балалар менән бергә тауға “Ҡарға бутҡаһы” байрамына сыҡты.

Фото Үткәл ауылы мәҙәниәт йорто сайтынан.
Белорет районының Үткәл ауылы мәҙәниәт йорто хеҙмәткәрҙәре балалар менән бергә тауға “Ҡарға бутҡаһы” байрамына сыҡты.


Ике команда үҙ-ара спорт ярыштарында көс һынашып алғас, барыһы ла бер ашъяулыҡ янына йыйылып, “ҡарға бутҡаһы”нан ауыҙ итте, алып килгән тәмлекәстәрен табындаштары менән бүлеште.
Мул табындан яҙ килтереүсе ҡарғаларға ла ҙур өлөш тейҙе. Ризыҡты, теләктәр теләп, ағас төбөнә һалдылар.


Артабан иң етеҙҙәр эргәләге бейек тау башына менеп тирә-яҡты, ауыл күренешен күҙәтергә лә өлгөрҙө.