Бөтә яңылыҡтар

“Уянығыҙ, уянығыҙ, башҡорттарым!”

Шиғырҙа этәргес көс, ҡанатлы фекер бар.

Шиғырҙа этәргес көс, ҡанатлы фекер бар.


Башҡортостан Республикаһының 100 йыллығы уңайынан уҙғарылған саралар төбәгебеҙҙә генә түгел, милләттәштәребеҙ йәшәгән Рәсәй биләмәһендә лә, сит илдәрҙә лә дауам итә. Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы һәм Мең ырыуы ойошторған I Сафуан Яҡшығолов уҡыуҙарында республиканың 11 райо­нынан балалар ҡатнашты. Улар башта үҙҙәрендә, ауылдарҙа, район үҙәктәрендә, атаҡлы шағирҙың шиғырҙарын яттан һөйләү буйынса ярышты, аҙаҡ еңеүсе 35 бала Дәүләкән ҡалаһында фәнни-ғәмәли конференцияға йыйылды. Улар араһында Сафуан Яҡшығолов ижадына бағышлап ғилми эштәр, иншалар яҙыусылар ҙа бар ине. Был сара ла конкурс положениеһына ярашлы ойошторолдо.


Шиғыр ятлай балалар


Сафуан Яҡшығолов – ул атаҡлы шағир ғына түгел, ә милли мәсьәләләрҙе үҙенең тормошоноң асылы икәнен тәрән аңлаған, ошо хаҡта яҙған башҡорт зыялыларының береһе. Юҡҡа ғына ул йәне әрнеп:

Һеҙҙә бар истиғдад һәм ҡабилиәт,

Уҡыуға, уҡытыуға ҡыйлығыҙ ғәҙәт.

Уҡыуҙыр донъя-ахирәттә сәғәҙәт,

Уянығыҙ, уянығыҙ, башҡорттарым!


Һәр тарафта уҡыу кәрәк, ер кәрәк, тип,

Ижтиһад итәләр арып-талып,

Кескенә ҡырмыҫҡанан үрнәк алып,

Һеҙ ҙә ғафил ҡалмағыҙ, башҡорттарым! – тип яҙмаған.
Ул – башҡорт хәлдәре хаҡында үҙ ғүмерендә дүрт китап сығарып өлгөргән әҙип, I Бөтә Рәсәй мосолмандары съезы (Мәскәү), 1917 йылғы Башҡорт ҡоролтайҙары делегаты, Башҡорт өлкә бюроһын ойошто­роу­сыларҙың береһе. Олуғ мәғрифәтсе — халҡы бары тик аң-белем, ғилем менән генә яҡты көнгә алып барып буласағын тәрән тойған шәхес.

Сараның тәүге өлөшөндә уҡыусылар шиғыр һөйләү буйынса ярышты. Мәртәбәле баһалама төркөмө ағзалары – арҙаҡлы башҡорт мәғрифәтсеһе, ғалим, шағир Рәшит Шәкүр, Башҡортостандың халыҡ артисы Илдар Ғүмәров, тарих фәндәре кандидаты, ғалим Әхәт Сәлихов, оҙаҡ йылдар башҡорт теле һәм әҙәбиәте фәненән уҡытҡан шағирә Миңзәлә Хәлилова менән бергә беҙ әҫәр­ләнеп китеп балаларҙың сығышын тың­ланыҡ. Иҫ китмәле матур уҡыны улар шиғырҙарҙы! Ҡайһы берәүҙәрен тыңлағанда, күҙгә йәш тулды. Егеттәребеҙ әҫәрҙең мәғәнәһен аңлап, шағир нимә әйтергә теләгәнен тойорға тырышып уҡыны. Дөрөҫөн әйткәндә, хайран ҡалырлыҡ тамаша булды был!
Сафуан Яҡшығолов бөгөн беҙ аралашҡан башҡорт телендә яҙмаған, уның әҫәрҙәрендә боронғо һүҙҙәр ҙә бар. Әммә, алдағы бер мәҡәләмдә әйткәнсә, улар һис икеләнмә­йенсә, эске кинәнеү менән уҡыны шиғыр­ҙарҙы.
Башҡортостандың халыҡ артисы Илдар Ғүмәров әйтмешләй, мәртәбәле, интонацияны дөрөҫ тотоп ятланды әҫәрҙәр!

Ә бына “Башҡорт ағаларына хитап” шиғырын егеттәрҙең күбеһе һайлаған. Был аңлашыла ла кеүек, сөнки беҙҙең йәш быуын милләт хәлдәрен, башҡорт халҡын алға әйҙәр өсөн ошо шиғырҙа үҙенә ниндәйҙер этәргес көс, ҡанатлы фекер күрәлер, моғайын:

Һәр бер урында тырышалар ер кәрәк,

тип,

Беҙҙән һуңғы балаларға иркенлек, тип,

Һеҙ йөрөйһөҙ ҡайҙа банк, нотариус тип,

Ер һатырға хәҙерләнеп,

башҡорттарым!
Өс сәғәткә яҡын барған ярышты залдағылар ҙа бик ҡыҙыҡһынып тыңланы. Шулай итеп, I – VI кластар араһында беренсе урынды Булат Илекәев (Миәкә районы), икенсе урынды Эльда Зәйнуллина (Благовар районы), Әҙилә Шарапова (Дәүләкән районы), өсөнсө урынды Азалия Исхаҡова (Ҡырмыҫҡалы районы), Азамат Сәмиғуллин (Әлшәй районы), Милена Кәлимуллина (Иглин районы) яуланы. Афарин, бала­ҡайҙар! Һеҙҙең кеүек рухлы, уңған, һүҙ сәнғәтен тәрән аңлаған быуын үҫеп килгәндә, халҡыбыҙ киләһе быуаттарҙа ла милләтенең мәғрифәтселәрен данлар!
VII—XI кластар араһында беренсе урынға Салауат Сафиуллин (Дәүләкән районы), икенсе урынға – Лиана Ҡунаҡҡолова (Ауырғазы районы), Гөлфирә Сәмиғуллина (Әлшәй районы), өсөнсө урынға Айлина Ғәйнетдинова (Бишбүләк районы), Айтуған Хәйретдинов (Ҡырмыҫҡалы районы), Азалия Әхмәтшина (Благовар районы) сыҡты. Мәрҙәс, ҡәҙерле уҡыусылар! Һеҙ инде өлкән кластарҙа белем алаһығыҙ, ҡайҙа ғына уҡырға инергә уйлаһағыҙ ҙа, юлдарығыҙ асыҡ булһын. Иң мөһиме – юғары белем кәрәклеге хаҡында онотмағыҙ.
“Башҡортостан” гәзитенең Рәхмәт хаттары менән Ләйсән Тәүлийәрова (Дәүләкән ра-йоны), Мөхлисә Сабирова (Шишмә районы), Радмила Сәфәрғәлиева (Бишбүләк районы) бүләкләнде. “Мең” ырыуы ойошмаһының Рәхмәт хаттарына Илназ Илекәев (Миәкә районы), Илшат Рәхмәтуллин (Дәүләкән районы), Руслан Ишниязов (Бишбүләк ра­йоны) эйә булды.
Балаларға дипломды мәшһүр заман­дашыбыҙ Рәшит Шәкүр тапшырҙы. Уның үҙен беҙ заманыбыҙ Аҡмуллаһы тибеҙ. Мәғрифәтселек эшен һәр даирәлә алып барған ғалимдың, шағирҙың ҡулынан бүләктәр алыу – үҙе ҙур мәртәбә.

Уҡыусыларҙы шулай уҡ Дәүләкән районы ҡоролтайы етәксеһе Ғәрифулла Ҡотлоғәл­ләмов ҡотлап, йылы һүҙҙәрен еткерҙе, бүләктәр тапшырҙы.
Сараны әҙерләүҙә ҙур ярҙам күрһәткән Дәүләкән районы хакимиәтенең мәғариф бүлеге методисы Нәзифә Ғиззәтуллинаға Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы бүләге бирелде. Һәр төбәк менән бәйләнеш урынлаштырып, конкурсҡа эштәр ҡабул итеү эшен алып барҙы ул. Баһалама төркөмө ағзаһы, шағирә Миңзәлә Хәлилованы ла уҡытыусылыҡ эшендәге ҡаҙаныштары өсөн тәрбикләнек.
Эҙләнеү эштәре буйынса барлығы туғыҙ яҙма ҡабул ителде. Уҡыусылар шул тиклем ентекле эҙләнгән. Уҡытыусыларҙың да ярҙамы һиҙелеп тора, әммә дөйөм тырыш­лыҡ барыбер үҙ һөҙөмтәһен бирә. Мәҫәлән, Дәүләкән районы ҡыҙҙары Радмила Хә­миҙуллина менән Азалия Исмәғилева көндәлектәр алып барған яҡташтары Ғәтиәтулла менән Зиннәтулла Таһировтың яҙмаһына юлығып, Сафуан Яҡшығоловтың вафаты беҙ белгәнсә 1931 йыл түгел, ә 1929 йылдың феврале икәнен асыҡлаған. Был да яңы мәғлүмәт. Бына ошо рәүешле тергеҙелә лә инде тарихтың аҡ таптары.
Был көндәлектәр менән бынан ике йыл элек танышҡайныҡ. Уларҙы Ҡырҡ-өйлө мең башҡорттарының ҡор башы Филүс Хә­лиуллин күрһәткәйне. Балаларҙың ошо рәүешле эҙләнеүе ҙур иғтибарға лайыҡ. Шулай итеп, яҙма эштәр буйынса беренсе урынға Гөлсәсәк Йосопова (ХI класс, Бишбүләк районы), икенсе урынға – Радмила Хәмиҙуллина менән Азалиә Исмәғилева (IХ класс, Дәүләкән районы), өсөнсө урынға Рушан Мәүлийәров (IХ класс, Дәүләкән районы) лайыҡ булды. Бик етди әҙерләнгән уҡыу­сылар. Уҡытыусылары ла афарин!
Беренсе урынды яулаған Гөлсәсәк Йосопова, сарала залда йыйылған халыҡ алдында сығыш яһап, үҙенең Сафуан Яҡшы­ғолов ижадын ни тиклем яҡшы белеүен күрһәтте. Бына ошо рәүешле уҡыусылар, мәктәп парталарынан уҡ үҙҙәренең эшен күрһәтеп, сығыш яһап өйрәнергә тейеш. Беҙҙең балаларыбыҙ һәр кимәлдә мил­ләтенең бәҫен күтәрер ғәмәлдәрҙе булдыра ала.


Бында Башҡортостан автономияһы өсөн көрәшселәр йәшәгән


Был иҫтәлекле көндә уҡыусыларҙы, килгән ҡунаҡтарҙы Дәүләкән районы хаки­миәте башлығы урынбаҫары Зиннур Ғайсин тәбрикләне. Әйткәндәй, бынан ике йыл элек район етәкселеге Сафуан Яҡшығоловтың “Башҡорт хәлдәре” китабын сығарыуҙа ярҙам күрһәтте. Ә инде шағирҙың ҡәбер ташын тергеҙеүҙә Ҡырҡ-өйлө мең башҡорттарының ҡор башы Филүс Хәлиуллин, урындағы эшҡыуарҙар булышлыҡ итте. Ошо уңайҙан Мең ырыуы ойошмаһы рәйесе Әхнәф Тимербулатов Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының иң ҙур бүләге – “Ал да нур сәс халҡыңа!” миҙалын Зиннур Ғайсин менән Филүс Хәлиуллинға таҡты. Бындай ир-егет­тәр менән урындарҙа тау аҡтарырға була.
Байрам тантаналарының икенсе өлө­шөндә Башҡортостан дәүләтселеген ойошто­роуҙа әүҙем ҡатнашҡан Дәүләкән еренең арҙаҡлы шәхестәренең яҡты иҫтәлегенә таҡтаташ асылды. Был эште атҡарыуҙа, әлбиттә, тарихсыларҙың өлөшө баһалап бөткөһөҙ. Тарихсы, ғалим Азат Ярмуллин төбәк шәхестәренең Башҡортостан авто­номияһына бәйлеләре тураһында мәғлүмәт әҙерләне һәм Дәүләкән районы хакимиәте Мең ырыуы ойошмаһы менән берлектә Сафуан Яҡшығолов уҡыуҙарын, иҫтәлекле таҡтаташ асыу сараһын берләштереп, төбәктә ҙур, матур байрам ойошторҙо. Шулай итеп, тантаналы көндә шағир Сафуан Яҡшығоловҡа, 1917 йылғы Башҡорт ҡорол­тайҙары делегаты, Бәләбәй өйәҙе башҡорт­тары шураһы рәйесе (Дәүләкән), 1918 йыл­дың ғинуарында Башҡортостан мөхтәриә­тенең Мең кантоны башҡорттары ҡорол­тайын ойоштороусыларҙың береһе (Әлшәй ауылында) Шакир Мозафаровҡа, 1917 йылғы Башҡорт ҡоролтайҙары делегаты, Бәләбәй өйәҙе башҡорттары милли шураһы ағзаһы (Дәүләкән), 1917 йылдың көҙөндә Әлшәйҙә мең башҡорттарының йыйынын ойоштороу­сы Юлмөхәмәт Арыҫланбәковҡа таҡта­таштар асылды.
1917 – 1918 йылдарҙа Дәүләкәндә Бәлә­бәй өйәҙенең Башҡорт милли шураһы эш­ләгән. Шураның рәйесе Шакир Мозафаров булған. Ошолар хаҡында барыһын да тарих­сы Азат Ярмуллин үҙ сығышында ентекләп һөйләне. Ул шулай уҡ: “Сафуан Яҡшығолов – Аҡмулла, Ш. Бабич кеүек шағирҙар менән бер ҡатарҙан милләт өсөн янып ижад иткән авторҙарҙың береһе. Бөгөн балаларҙың шиғыр уҡыуында уны үҙем өсөн яңынан асып торам!” – тине. Ысынлап та, Сафуан Яҡшығолов ижады – ул шиғриәттең кимәлен билдәләгән, милләт яҙмышы менән һуғарылған ҙур донъя.

Сарала филология фәндәре докторы, боронғо ҡулъяҙмалар менән эш иткән ғалим Миңлеғәле Нәҙерғолов уҡыусыларға мәғри­фәт­се әҙиптәр, мәғрифәтселектең башҡорт халҡының үҫешенә ҙур йоғонто яһауын әйт­те. Ул шулай уҡ Сафуан Яҡшы­ғолов ижады ентекле өйрәнеүҙе талап итеүен дә билдәләне.
Ғалим Әхәт Сәлихов төбәктәге мәғрифәт­селек эше, зыяраттарҙағы ҡәбер таштарында, боронғо китаптарҙа халҡыбыҙ хаҡында бай мәғлүмәт һаҡланыуын, төбәктә яҡын арала экспедициялар ойошторолоп, эҙләнеү эштәренең дауам итәсәген әйтте.
Сарала еңгән уҡыусыларға дипломдар, бүләктәр, ҡатнашыусыларҙың һәр береһенә сертификаттар тапшырылды. Ә атаҡлы шағир бөгөн дә замандаштарына бағып, шиғырҙарын уҡып торған кеүек:

Был заман инҡилабы ниндәй ҡыҙыҡ,

Күҙ асып ҡараһағыҙ, башҡорттарым.

Һәр бер милләт мәғарифә чалышалар,

Һеҙҙәр ғафил ятаһыҙ, башҡорттарым!


Дәүләкән ҡалаһы.
Читайте нас: