Бөтә яңылыҡтар

Юлай Моратов иҫтәлегенә

17 майҙа Сибай ҡалаһы хакимиәтенең мәҙәниәт бүлеге балалар сәнғәт мәктәбе менән берлектә Юлай Моратов исемендәге композиторҙар конкурсы ойоштора.

17 майҙа Сибай ҡалаһы хакимиәтенең мәҙәниәт бүлеге балалар сәнғәт мәктәбе менән берлектә Юлай Моратов исемендәге композиторҙар конкурсы ойоштора.


Был бәйге ике йылға бер тапҡыр үткәрелә. Ул популяр композитор, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, мәғариф отличнигы Юлай Хәким улының иҫтәлеген мәңгеләштереү, яңы таланттар асыу, республиканың ҡала-райондары араһында ижади дуҫлыҡ булдырыу, йырсыларҙың, сәнғәт коллективтарының репертуарын байытыу маҡсатын ҡуя.


Конкурста 18 йәштән өлкән композиторҙар ике номинацияла – инструменталь һәм вокал жанрында ҡатнаша ала. Бының өсөн уларға [email protected] электрон адресына ғариза ебәрергә һәм төрлө характерҙағы ике әҫәр йә йыр әҙерләргә кәрәк. Улар яңғыҙ автор йәиһә йырсылар (ансамблдәр) тарафынан башҡарылырға тейеш.


Бәйгеселәрҙе абруйлы сәнғәт әһелдәренән һәм йәмәғәт эшмәкәрҙәренән торған баһалама төркөмө ағзалары баһалаясаҡ. Еңеүселәр икешәр 1, 2 һәм 3-сө урын, гран-при менән билдәләнәсәк. Шулай уҡ төрлө номинациялар, махсус приздар ҙа ҡаралған.


Фото: “Башинформ” мәғлүмәт агентлығынан.
Читайте нас: