Музей – үткән менән бөгөнгөнө бәйләгән, киләсәккә юл һалған, тарихи ҡомартҡыларҙы һаҡлаған изге урын, рухи аҙыҡ биргән мәҙәни усаҡ ул. Унда тупланған экспонаттар, материалдар үткәндәрҙең иҫтәлеген һаҡлай. Музейҙың тәғәйенләнеше лә тап тарихты һәм халыҡтың йөҙөн, йәшәйешен сағылдырған ҡомартҡыларҙы йыйыу, һаҡлау һәм мираҫ итеп киләһе быуындарға тапшырыуҙан тора ла инде.
Төбәк етәкселеге тарихҡа һаҡсыл ҡараш булдырған, олуғ шәхестәрен ихтирам итә. Район үҙәге Бишбүләктә – тарих-этнография, Дүсән ауылында – илсе Кәрим Хәким, Айытта фронтовик-шағир Фәтих Кәрим музейы эшләй.
Башҡортостан Башлығы грантына лайыҡ булған Милли музей филиалы – Бишбүләк тарих-этнография музейына Роза Ғамзат ҡыҙы Иванова етәкселек итә.
— Музейҙан халыҡ өҙөлмәй, байрам, ял тип тормайҙар, көн дә киләләр. Йылына уртаса өс мең тирәһе ҡунаҡты ҡаршы алабыҙ, — ти музей директоры Роза Ғамзат ҡыҙы. — Әҙәм балаһы үҙенә күрә эҙәрмән, күңеленә нимә тынғылыҡ бирмәй, шул турала белергә ынтыла, төрлө сығанаҡтан мәғлүмәт туплай. Мәктәп уҡыусыларын күреү – беҙҙең өсөн оло шатлыҡ. Үҫмер компьютер менән дә дуҫ булһын, интернет киңлектәрен дә рәхәтләнеп гиҙһен, шул уҡ ваҡытта рухи аҙыҡ тураһында ла онотмаһын ине.
Бөгөн фондта алты меңгә яҡын экспонат иҫәпләнә, музей хеҙмәткәрҙәре уларҙың һәр береһен күҙ ҡараһылай ҡәҙерләп һаҡлай. Шуныһы ҡыуаныслы: фонд йыл һайын яңы ҡомартҡылар менән тулылана, ауыл халҡы ла был изге эштән ситтә түгел икән. Һуңғы ваҡыттағы табыш – XIX быуатта эшләнгән күҙҙең яуын алырлыҡ ҡатын-ҡыҙ биҙәүестәре. Уны музейға район тормошо менән ҡыҙыҡһынған билдәле бер кеше бүләк иткән.
Иң боронғо ҡомартҡыларҙың береһе – 1890 йылғы сәғәт. Ул текелдәп эшләмәһә лә, иң түрҙә урын алған. Сыуаш халҡының бында күп кенә этнографик коллекциялары һаҡлана, туй күлдәге, башлыҡтар һәм күкрәксендәр, ябай ауыл ҡатын-ҡыҙҙарының күлдәктәре, тәҙрә ҡорамалдары, таҫтамалдар, ир-ат күлдәктәре һәм кафтандар күптәрҙә ҡыҙыҡһыныу уята.
Төрлө милләт халыҡтарының эш ҡоралдары, станоктар, һандыҡтар, һауыт-һаба, оҫталарҙың ҡулайламалары һәм башҡа бихисап әйберҙәр бында урын алған. Тағы ла төрлө йылдарҙа төшөрөлгән фотоһүрәттәр ҙә фотодокументаль фондта бар.
Нумизматика бүлеге лә бик ҡыҙыҡлы, әле бында 400-ҙән ашыу экспонат урынлаштырылған. Урындағы рәссамдар А.Н. Алимасов, В.Н. Павлов, А.С. Степанов, П.Е. Васильев һәм башҡаларҙың картиналары ҙур ҡыҙыҡһыныу уята. Әлбиттә, Бөйөк Ватан һуғышына арналған материалдар ҙа бай һәм фәһемле, йәш быуын һуғыш йылдарындағы ваҡиғалар менән танышып, фронтовиктарҙың хаттары, шәхси әйберҙәре менән таныша, бихисап орден-миҙалдар, трофейҙарҙы күрә.
Әйткәндәй, йыл да “Музейға экспонат бүләк ит, үҙең тураһында хәтер һаҡла!” тип аталған акция үткәрә музей хеҙмәткәрҙәре. “Халыҡтың уға ихлас ҡушылыуы киләсәккә ышанысты арттыра, дәртләндерә”, — ти музей директоры.
Кешеләрҙе музейға ылыҡтырыу буйынса төрлө саралар даими үткәрелә. Тематик экскурсиялар уҙа, олоһо ла, кесеһе лә күргәҙмәләргә ихлас йөрөй.
Төбәктә ғүмер кисергән һәр милләттең бай тарихы, ҡыҙыҡлы ғөрөф-ғәҙәте, үҙенсәлекле көнитмеше менән бында танышырға мөмкин. Башҡорт, сыуаш, татар, урыҫ һәм башҡа халыҡтарға арналған мөйөштәр – шуға асыҡ миҫал.
Айрат Нурмөхәмәтов фотолары.