Бөтә яңылыҡтар

Йөрәктәрҙе тоҡандырып китте...

“Матурлыҡты ҡотҡарһаҡ, донъяны ла һаҡлап алып ҡалырбыҙ”

“Матурлыҡты ҡотҡарһаҡ, донъяны ла һаҡлап алып ҡалырбыҙ”


Мостай Кәрим менән булған өс осрашыу... Күптәр уны 2005 йылдың иң сағыу ваҡиғаһы итеп иҫкә алыр. Башҡортостандың иң билдәле кешеләренең береһе – үткер телле ил ағаһы, ҡабатланмаҫ талантлы шағир, үҙәктәрҙе өҙөрлөк әҫәрҙәр тыуҙырған әҙип, көнләшерлек йор һүҙле, юморға бай аҡыл эйәһе һәм, бөйөк булыуына ҡарамаҫтан, иҫ киткес итәғәтле, ябай булып ҡала алған ғәжәйеп кеше менән бер бүлмәлә ҡапма-ҡаршы ултырып, уның Тыуған ил, тормош мәғәнәһе, кеше, тәрбиә хаҡындағы тәрән фәлсәфәле һүҙҙәрен тыңлау бәхете кемгә, ҡасан эләгә һуң әле?!


Осрашыуҙар шағирҙың үҙенең генә монологы булып ҡалманы, ә тере, йәнле, күңелгә ҙур кинәнес биргән йылы һөйләшеүгә әүерелде. Сибай юғары ҡунаҡҡа үҙенең таланттарға бай һәм киләсәге өмөтлө булыуын күрһәтергә тырышты. Ә киләсәге уның иң тәүҙә – йәш таланттарҙа. Ҡаланың Рамаҙан Өмөтбаев исемендәге 13-сө башҡорт мәктәбендә үткән осрашыуҙа Мостай Кәрим балаларға тормошта үҙ урындарын табыуҙарын, дөрөҫ юл һайлауҙарын теләне. Китапханасылар менән Йәштәр үҙәге китапханаһында үткән осрашыуҙа кеше күңеленә нисек юл ярыу, кеше тәрбиәләү тураһында һүҙ барҙы. Арыҫлан Мөбәрәков исемендәге Сибай башҡорт дәүләт драма театры шағирҙы күрергә теләүселәрҙең барыһын да һыйҙыра алманы.


Республикабыҙҙың “Китап” нәшриәте 2002 йылда Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай Кәримдең “Ғүмер миҙгелдәре” исемле сираттағы китабын баҫып сығарҙы. Милли әҙәбиәтебеҙ аҡһаҡалының Сибайға сәфәрен дә тормошобоҙҙоң бер миҙгеле тип атарға булалыр. Халыҡ шағиры менән һәр осрашыу юйылмаҫ хәтирәләр ҡалдырҙы.


Һаумы, замандаш!


Ҡала китапханасылары менән осрашыу Йәштәр үҙәгенең икенсе ҡа­тын­да урынлашҡан китапхананың ҙур, иркен уҡыу залында үтте. Кисәне ҡала үҙәкләштерелгән китапханалар системаһы директоры Нурия Рафиҡова асты.
– Мостай ағай, беҙ былтыр ғына ошо матур бинаға индек. Уны асыу тантанаһында республикабыҙ Президенты Мортаза Ғөбәйҙулла улы ла ҡатнашты. Бөгөн һеҙҙең алда ҡала китапханасылары – яҙыусы менән уҡыусы араһында элемтә тотҡан, китапты һәм яҙыусыны халыҡҡа яҡынайтҡан ҡыҙҙар һәм егеттәр ултыра. Һеҙгә һүҙ бирәбеҙ, Мостай ағай.
– Мин китапты бәләкәйҙән, 8-9 йәш­тән уҡый башланым. Беҙҙең ауылда китапхана булды. Элек мәҙрәсә лә булғас, ауылда күптәр уҡый-яҙа белә ине. Китапхананан йә ҡыҙыҡлы, йә ҡыҙғаныс китап һорап ала тор­ғайныҡ. Уртасаһын берәү ҙә уҡыманы. Уйлап ҡараһаң, тормош та шулай ҡыуаныстарҙан һәм ҡайғыларҙан тора бит. Ысын китаптар ҙа шуларҙы са­ғылдырырға тейеш, тип уйлайым. Шу­ға ла Тургеневты яратам, Достоев­скийҙы өнәп етмәйем. Минең яҙыусым түгел...
Китапханасылар менән осрашыу­ға егерме минут тирәһе генә ваҡыт бүленгәйне. Шулай ҙа кеше, уның яҙмышы, йәшәү мәғәнәһе тураһында эскерһеҙ һөйләшеү оҙағыраҡҡа һу­ҙылды. Әңгәмә һуңында шағир уҡыусыларының күп һорауҙарына яуап бирҙе.
– Йәштәрҙе рухи яҡтан һау итеп тәрбиәләр өсөн ниҙәр эшләргә кәрәк? Хәҙерге йәштәр ышаны­сығыҙҙы аҡлаймы?

– Аҡлай тип әйтә алмайым. Хәҙер йәштәр күберәк шалтай-балтай халыҡҡа әүерәй. Яҡшылар ямандарға эйәрә. Маяковский баҡсаһына инһәм, бер ҡыҙыҡай, эскәмйә башына менеп ултырып, шешәнән һыра һемерә. Ауыл ҡыҙы икәне күренеп тора. Бер нисә ай ғына элек ауылда иң аҡыллы, иң матур ҡыҙҙарҙың береһе булып йөрөгәндер әле. Ә бында... йәнәһе, характер күрһәтеп ултыра. Не хуже городских, йәнәһе. Аҡыллы, талантлы йәштәр ошондайҙарҙы тәрбиәләргә тейеш. Бына һеҙҙең иҫ киткес Йәштәр үҙәге бар. Унда активис­тарҙы, ал­дынғы ҡарашлы йәштәрҙе генә түгел, ошондайҙарҙы ла йәлеп итергә кәрәк.
– Мостафа Сафа улы, “донъяны матурлыҡ ҡотҡарыр” тигән фекер менән килешәһегеҙме?

– Быны Достоевский әйткән. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, уның үҙенең әҫәрҙәрендә матурлыҡ юҡ кимәлендә. Уның гениаль яҙыусы икәнен беләм, ышанам, ләкин иң тәүҙә матурлыҡтың үҙен ҡотҡарып алып ҡалырға кәрәк бит әле. Матурлыҡты ҡотҡарһаҡ, донъяны ла һаҡлап алып ҡалырбыҙ.
– Мостай ағай, беҙ Бөйөк Еңеү­ҙең 60 йыллығына бик матур күр­гәҙмә әҙерләнек. Унда һеҙҙең порт­ретығыҙ һәм “Мин фронтҡа китәм, иптәштәр!” исемле шиғырығыҙ ҙа бар.

Хәҙер китапханасылар ҙа яңыса эшләргә тырыша. Беҙҙә “Сәсән тир­мәһе”, мода салоны бар. Бына шул мода салонында шөғөлләнгән ҡыҙҙар һеҙгә янсыҡ бүләк итә, лә­кин беҙ уның эсенә һалдат ма­хор­каһы түгел, ә ижад менән мауыҡ­ҡан балаларҙың шиғырҙарын һалдыҡ. Шуның береһен уҡып ишеттерәйем әле:

Ике мең дә дүртенсенең

Ҡояшлы көнө булыр.

Мостай Кәрим ағайҙың

Һикһән биш йәше тулыр, – тип яҙа Лилиә исемле ҡыҙ.

– Быны күргәс, тәмәке тарта башламаммы икән?
– Бөйөк Еңеүҙең 60 йыллығы беҙҙең өсөн ҙур байрам. Уның тураһында хәҙер төрлө фекерҙәр йөрөй. Ошо байрамға һеҙҙең ҡарашығыҙ нисек?

– Күптән түгел бер тапшырыу күр­һәттеләр. “9 Май кәрәкме?” тигән һо­рау ҡуялар. Был “ҡояш кәрәкме, әллә юҡмы?” тигән кеүек үк ахмаҡ һорау. Тыуған ил, ошондай һорау биргән ке­шеләрҙең үҙҙәренең киләсәге өсөн ҡанын түккән, йәнен биргән фронто­виктарҙан көлөү, мыҫҡыл итеү был. Беҙгә, яугирҙәргә, быны ишетеү бик ауыр. Еңеү өсөн үтә күп ҡан ҡойолған. Беҙ – 20 миллион, немецтар 15 миллион ғына кеше юғалтҡан. “Ундай Еңеүҙең кәрәге булдымы икән?” – тиҙәр. Беҙ бит илбаҫарҙарға ҡаршы һуғыштыҡ!.. Аңламайым ундай кешеләрҙе...
– Әгәр ҙә Аллаһы Тәғәлә һеҙгә тағы ла бер ғүмер бүләк итһә, уны нисек йәшәр инегеҙ?

– Быны һәр кемдән һорайҙар. Белмәйем. Беренсенән, китһәм мин кире ҡайтмаясаҡмын. Берәү ҙә ҡайтармаясаҡ.

Икенсенән, тормошом үкенерлек булманы. Ҡайғыһын да кисерҙем, шатлығын да күрҙем, хөрмәтте лә татыным. Бөтә ил күргәнде күрҙем. Миңә икенсе йәшәү булһа...Тегенеһе менән дә риза.
– Миңә Өфөлә Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрында Мостай ағайҙың 75 йәшлек юбилейында ҡатнашыу бәхете тейгәйне. Шунда сәхнәгә дүрт йәшлек малай (Сыңғыҙ Ханнанов) сыҡты ла аҡһа­ҡалыбыҙға “Һаумы, замандаш!” тип өндәште. Һеҙҙең менән замандаш булғаныбыҙ өсөн ҡыуанабыҙ, ғорурланабыҙ, Мостай ағай!

Осрашыу аҙағында китапханасылар Мостай Кәрим менән фотоға төш­тө, автографтар алды. Әҙип хөрмәт­ле ҡунаҡтар өсөн асылған дәф­тәргә “Китапхана хеҙмәткәр­ҙә­ре менән бөгөнгө осрашыуыма сикһеҙ шатмын. Хеҙмәтегеҙ, ки­тапҡа тоғро булғанығыҙ өсөн ҙур рәхмәт һеҙгә” тигән йылы яҙыу ҡалдырҙы.


Күңел тулырлыҡ мәлдәр


Өсөнсө осрашыу ҡалабыҙҙың иң яңы һәм мәртәбәле мәҙәниәт үҙәгендә – Арыҫлан Мөбәрәков исемендәге Башҡорт дәүләт драма театры би­наһында үтте. Залға ҡала халҡының төрлө ҡатлам вәкилдәре – уҡыусылар, студенттар, уҡытыусылар, ғалимдар, табиптар, ҡаланың төрлө ойошма вәкилдәре, ябай эшселәр, предприятие етәкселәре һәм хаҡлы ялдағы оло­лар йыйылғайны. Алдан әйтеүе­беҙсә, театр шағирҙы күрергә теләүсе­ләрҙең барыһын да һыйҙыра алманы. Әҙипкә театр артистары Сибай дәүләт филармонияһы ярҙамында театрҙа ҡуйылған әҫәрҙәренән өҙөктәр уйнап күрһәтте, шиғырҙарын уҡыны, уның һүҙҙәренә яҙылған йырҙарҙы йырланы.
Бына ил аҡһаҡалы сәхнәлә. Халыҡ уны аяғүрә баҫып алҡышлай.

Тәбрикләү һүҙе тәүҙә ҡала хаки­миә­те башлығы Рәил Сәлих улы Сарбаевҡа бирелде. “Респуб­лика­быҙҙың иң өлкән театр­ҙарының береһе – Мөбәрәков исемендәге театр һеҙҙең әҫәрҙәрегеҙгә ҡабат-ҡабат әйләнеп ҡайта. “Салауат”, “Ҡыҙ урлау”, “Ай тотолған төндә”, “Йәйәүле Мәхмүт”, “Яңғыҙ ҡайын” спектаклдәре сибайҙарҙың бер нисә быуынының яратҡан сәхнә әҫәренә әйләнде. Тамашасыларыбыҙ шиғырҙарығыҙға беҙҙең төбәк композиторҙары Зөһрә Фәйзуллина, Хисмәт Дәүләтов, Юлай Үҙәнбаев яҙған “Яңы­нан тыуһам”, “Йылғалар төнөн һөй­ләшә”, “Тәгәрәп китте йөрәгем”, “Сәңгелдәк йыры” кеүек йырҙарҙы Азамат Тимеров, Хисмәт Дәүләтов, Альберт Салауатов башҡарыуында тыңлап туймай. Был һеҙҙең халыҡ күңелендә ҙур һөйөү яулай алыуығыҙ тураһында һөйләй”, – тине ул һәм шағирға 85 йәше менән ҡотлау адресы тапшырҙы. Шунан ҡәҙерле ҡунаҡты ҡала башҡорттары ҡоролтайы рәйесе, мәҙәниәт бүлеге начальнигы Илгиз Хәйруллин, Сибай төбәк яҙыусылар ойошмаһы етәксеһе Хәйҙәр Тапаҡов, “Ирәндек” лицейы уҡыусыһы, йәш шағир Илназ Мәжи­тов, билдәле тележурналист, “Баш­ҡортостан” телера­дио­компанияһының баш мөхәррире Шәүрә Ғилманова ҡотланы. Уларҙан һуң һүҙҙе Мос­тайҙың үҙенә бирҙеләр.
– Мин театр ишеген асҡанда һәр ваҡыт бер төрлө тетрәнеү һәм ашҡыныу хисе кисерәм.1935 йылдың көҙөндә беренсе тапҡыр ысын театр – хәҙерге Башҡорт академия драма театры ишеген асып индем. Ошо сихри донъя ғүмер буйы мине тетрәтте, әсир итте, үҙенә тартты. Бына һеҙҙең яңы бинағыҙға ингәндә мине, әйтерһең, беренсе тапҡыр, бынан 70 йыл элек кисергән хис-тойғо сорнап алды: тулҡынландым да, хатта күңелем дә тулды... Бында минең һүҙем яңғыраны – шуға хайран ҡалып, ғәжәпләнеп ултырам.


Тормош һабаҡтары


Һикһән биште ашаҡлап үтһә лә, Мостай ағайҙың хәтере шәп әле. Бынан ҡырҡ-илле йыл элек булып үткән ваҡиғаларҙы ла йылын, айын әйтеп һөйләп ултыра. Ә инде уны тыңлау – үҙе бер ләззәт. Ожмахҡа алып инәме ни!

– Мин ерҙә йәшәүселәрҙе ике төр­көмгә бүләм, – тип башланы ул һүҙен. – Берәүҙәр, ҡайҙа йәшәүҙәренә ҡара­маҫтан, Көнбайыштамы, әллә Көн­сы­ғыштамы, төньяҡтамы, көньяҡ­тамы – планетаның ҡояшлы яғында, икен­селәре – күләгәле яғында йәшәй. Сәнғәткә, матурлыҡҡа, яҡшылыҡҡа, миһырбанлыҡҡа битараф булма­ғандар – ҡояшлы яҡта, ә туң, ва­йым­һыҙ, һалҡын, ҡаты, уҫал кешеләр кү­лә­гәле яҡта йәшәй. Бейек-бейек һа­рай­ҙарҙа йәшәһәләр ҙә... Бына һеҙ көн уртаһында шағир менән осра­шыуға килгәнһегеҙ, сөнки күңелегеҙ, йөрәгегеҙ, аҡылығыҙ менән плане­таның ҡояшлы яғында йәшәйһегеҙ. Әгәр ҙә һеҙҙең кеүек ҡояшлы яҡта йәшәүселәр күберәк булһа, беләм, улар күп, кешелек ышанысын да, өмөтөн дә, кешелек сифаттарын да юғалтмаясаҡ.
Минән йыш ҡына тел, милләт яҙмышы тураһында һорайҙар. Уларға: “Мин бәхетле – мине хәҙергә уҡыйҙар, өйрәнәләр”, – тип яуап бирәм. Ни өсөн хәҙергә? Сөнки ундай һорау­ҙарҙы йышыраҡ киләсәккә ышанмаған кеше­ләр бирә. Шомло йылдарҙа бер ваҡыт минән “Һеҙ русса яҙа ала­һығыҙмы?” тип һоранылар. Мин, ысындан да, русса ла яҙа алам, ләкин әгәр ҙә ми­не йөҙ башҡорт уҡый икән, башҡортса яҙасаҡмын, ун башҡорт уҡый икән – барыбер башҡортса яҙасаҡмын. Туған телемдән бер ҙә кәмһенмәйем, баш­ҡортса ижад иткәнемә үкенмәйем...

Ә бына сит илдәргә сыҡҡанда, мин һәр ваҡыт совет шағиры булып барҙым.
Германияла булған бер ҡыҙыҡлы ваҡиға күңелгә һеңеп ҡалған. Мюн­хенда ҙур китапхана бар. Мине шунда осрашыуға саҡырҙылар. Унда шиғы­рымды башҡортса уҡыным. Уҡып ҡына бөткәйнем, тыңлап ултырған бер ҡатын яңынан уҡыуымды һораны. Юрамал һанап торҙом: өс тапҡыр ҡабатлап уҡытты. Осрашыу бөткәс: “Һеҙ бит барыбер аңламанығыҙ, ни өсөн шунса уҡыттығыҙ?” – тип һора­ным. “Миңә туған телегеҙҙең моңо оҡшай, – тине ул. – Тел фекер еткереп кенә ҡалмай, ниндәйҙер музыка ла тарата. Һеҙҙең башҡорт теле­нең музыкаһы матур. Бик үҙенсәлекле”.

Ғәжәп хәл. Баҡтиһәң,телде аңла­маған кеше уның мәғәнәһенә иғтибар итмәй, музыкаһын тыңлай икән. Немка әйтмәһә, әле лә белмәҫ инем...
Йәштәр үҙәгендә китапханасылар минән: “Ғүмерегеҙҙе ҡабатларға яҙһа, нисек йәшәр инегеҙ?” – тип һораны. Шулай уҡ йәшәр инем.Ҡайғыһын да, шатлығын да етәрлек күрҙем. Илем күргән һынауҙарҙы мин дә үттем. Үҙен Тыуған иленең бер таянысы итеп тоя алған кеше – бик өлөшлө кеше. Мин егерме йәшемдә үк үҙемде шундай кеше итеп тойҙом. Шуның менән ғорурланам да.
Ҡайҙа ғына йөрөһәм дә, Тыуған илем, Башҡортостаным тураһында һөйләй йөрөнөм. Японияла журналистар менән ҙур осрашыуҙа ла шулай булды. Салауат Юлаев тура­һында һүҙ сыҡҡанда, үҙем дә һиҙ­мәҫтән, ниңәлер, “ул 1801 йылда үл­гән” тип әйтеп ебәргәнмен. Һорауҙар бөткәс, бер япон журналисы: “Беҙҙең энциклопедияла хата киткәндер, күрәһең. Унда Салауат 1800 йылда үлгән тип яҙылған”, – тине.
“Һеҙҙең энциклопедияла бик дөрөҫ яҙылған, мин үҙ геройымдың ғүмерен бер генә йылға булһа ла оҙай­тыңҡырап күрһәтергә теләгәйнем”, – тип шаяртып ҡотолдом.
1962 йылда беҙҙең Фәйзи Ғәскәров етәкселегендәге Башҡорт халыҡ бейеүҙәре ансамбле Рангунда (хәҙер – Бирма) сығыш яһаны. Ҡунаҡханала тәржемәсе аша был йорттоң администраторы менән һөйләшеп киттем. Минең Совет иленән килгән башҡорт икәнемде ишеткәс, был күптәнге таны­шын күргәндәй ҡыуанып китте. “Баш­ҡорттар – бик яҡшы, һәйбәт күңелле халыҡ, – ти был. – Ватан­даш­та­рығыҙҙың концертында булдым – иҫ киткес итеп бейейҙәр. Һәйбәт бейегән халыҡ – шәп халыҡ, көслө халыҡ”.
Бейеү тураһында һүҙ сыҡҡас, әйтәйем инде. Мин үҙем дә ике тап­ҡыр “бейеүсе” булдым. Беренсе тап­ҡыр, өсөнсө класта уҡығанда, концерт ваҡытында миңә бейергә ҡуштылар. Уҡытыусым: “Һәйбәт бейенең, тик музыкаға өлгөрә алманың”, – тине.
Ни өсөн мин музыкаға өлгөрөргә тейеш әле, әйҙә ул үҙе миңә өлгөрһөн!
1955 йылда Ғәскәров исемендәге Башҡорт халыҡ бейеүҙәре ансамбле гастролдәр менән Вьетнамға барҙы. Мине ошо төркөмдөң етәксеһе итеп ебәрҙеләр. Килеп етеп, иртән торһаҡ, бөтә Вьетнам гәзиттәре: “Беҙгә Баш­ҡортостандың иң данлыҡлы бейеү­сеһе Мостай Кәрим етәкселегендәге Башҡорт халыҡ бейеүҙәре ансамбле ҡунаҡҡа килде”, – тип яҙып сыҡҡан.
Мин Өфөнән алыҫ булмаған Ке­ләш ауылында тыуғанмын. Келәш–тип­тәрҙәр ауылы. Урындағы башҡорт­тар ошонда күсеп килгән татарҙар һәм башҡа халыҡтар менән аралашып бөткән. Бөтә йола, ғөрөф-ғәҙәт­тәре, ҡылыҡ-холоҡтары башҡорт­тар­ҙағыса ҡалған, ә тел татарлашҡан, сөнки беҙҙең ауылда ике быуат самаһы мәҙрәсә эшләгән, ә мәҙрәсәлә уҡытыу, үҙегеҙ беләһегеҙ, татарса алып барылған...


“Бына мин шундай кеше”


Үҙгәртеп ҡороуҙар башланған йыл­дарҙа минән йыш ҡына: “Мостай Кә­рим, һеҙ татармы, әллә башҡортмо?” – тип һорап бик уңайһыҙ хәлгә ҡуялар ине. Нимә тип әйтәһең инде? “Мин – Мостай Кәрим. Оҡшайым икән – аралашығыҙ, оҡшамаһам – аралаш­мағыҙ”, – тип кенә әйтә алыр инем.
Күптәрегеҙ уҡып белә, атайымдың ике ҡатыны булды. Мин оҙаҡ йылдар уларҙың ҡайһыһы үҙ әсәйем икәнен белмәнем. Кесе инәйем бала тапҡан, Оло инәйем тәрбиәләгән. Төрлө характерлы кешеләр тупланған ошо ҙур ғаиләлә бер ваҡытта ла тауыш ҡупманы. Мин хатта кемдеңдер тауыш күтәргәнен дә иҫләмәйем. Беҙҙең Аллабыҙ ҙа мәрхәмәтле булды. Ә бына урам аша ғына күршебеҙҙең Аллаһы уҫал ине. Улар: “Алла кәрәгеңде бирер әле, Алланың ҡөһөрө төшөр, Алла үлтерер”, – тип һөйләш­те. Беҙҙә “Алла бирер, Алла ярҙам итер” тиерҙәр ине. Шулай итеп, яҡшы Алла ҡарамағында үҫтем.
Дөрөҫөн генә әйткәндә, минең өсөн Алла – ул үҙемдең намыҫым. Намы­ҫым булмаһа, маңлайымды иҙәнгә биш тапҡыр орһам да, Алла ғәфү итмәҫ ине. Алланан ғәфү һорағансы, гонаһ ҡылмау яҡшыраҡтыр.
“Оҙон-оҙаҡ бала саҡ” повесын яҙ­ған саҡта әсәйемдән бер аҙ шөрләң­керәп йөрөнөм. Оло инәйем тәрбиә­һендә үҫкәс, уның образы яҡтыраҡ, матурыраҡ булып күңелгә һеңеп ҡалған. Бер ваҡыт, фекерен белергә теләп, әсәйемдән уратып ҡына: “Әсәй, тормош юлыңда осраған иң яҡшы кеше кем булды?” – тип һораным. Ул: “Атайың тураһында бер һүҙ ҙә әйтмәйем, уға минең хоҡуғым да юҡ. Бүтәндәр араһында Оло инәйеңдән яҡшы кеше булманы”, – тине.
Оло инәйемдең камзулының төҫөн хәҙер ҙә хәтерләйем, кейеменә тегелгән тимер аҡсаларҙың зыңлауын хәҙер ҙә ишетәм, ә бына үҙенең тауышын бер нисек тә иҫемә төшөрә алмайым. Мин, бәлки, әҙерәк идеаллаштырып та ебәрәмдер, ләкин беҙҙе, балаларын, кеше итеп тәрбиәләй алған белемһеҙ, ябай ошо ауыл кешеләренә – атайым менән әсәйемә сикһеҙ рәхмәтлемен. Ғүмеремдә улар миңә бер һуҡманы, бер тапҡыр ҙа кәмһетмәне. Шуҡлыҡтары өсөн баланы, бәлки, язаға тарттырырға ла кәрәктер, ләкин кәмһетергә ярамай. Кәмһетеү баланың хәтерендә мәңгегә ҡала. Шунан бала ҡыйыуһыҙ, мәшәү булып үҫә.
Мин ярайһы уҡ ҡыйыу кеше булдым. Бик тартынып тормай, кәрәк ерҙә һәм ваҡытында үҙ һүҙемде әйтә алдым. Иң мөһиме – үҙ-үҙемә хыянат ҡылманым. ‡Үҙем тураһында яман һүҙҙән ҡурҡтым. Хәҙер ҙә ҡурҡам.


Сәнғәт – сер ул...


Артабан әҙип һорауҙарға яуап бирҙе.
– Арыҫлан Мөбәрәков исемен­дәге Башҡорт дәүләт драма театрында күп әҫәрҙәрегеҙ сәхнә­ләштерелде. Беҙ был ролдәрҙе ҙур кинәнес менән уйнаныҡ. Хәҙер ҙә беҙҙең театрҙа башлап яҙыу­сылар ижад лабораторияһы үтә. Ҡыйын булмаһа, драматургияның бөгөнгө хәле тураһында бер нисә һүҙ әйтегеҙ әле.
– Бер ваҡыт бер Ҡытай яҙыусы­һынан бөйөк әҙиптәре тураһында “Ул ниндәй яҙыусы ине?” тип һораным. Ул: “Ҙур яҙыусы, һоҡландырғыс яҙыусы, гениаль яҙыусы, ләкин саҡ ҡына минән насарыраҡтыр”, – тине.
Беҙҙең драматургтар ҙа... Бөтәһе лә шәп, тик минән саҡ ҡына насарыраҡ (көлә– авт.).
– Һеҙ йәштәргә ниндәй китаптар уҡырға кәңәш бирер инегеҙ?

– Пушкинды, Толстойҙы, Чеховты, Тургеневты уҡыһындар, һуңғы ваҡытта онотола яҙған бөйөк Горькийҙы уҡыһындар. Был һорауҙың юҡҡа бирелмәгәнен һиҙәм. Һеҙҙең минең кемде яратҡанымды белгегеҙ килә, ләкин тура һорарға ҡыймай­һығыҙ. Минеңсә, китап кешегә яҡшы­лыҡ, күңел күтәренкелеге, рух өлә­шергә тейеш. Мин шуға ынтылам. Әлбиттә, минең яҙғандарҙы уҡып ҡына насар кеше – яҡшы, юлбаҫар мулла булып китмәҫ, шулай ҙа улар кешенең рухи байлыҡтарын һаҡлап ҡала алһа, бик шат булыр инем.
– Мостафа Сафа улы, һеҙ Мәскәүҙә, Кремлдә, Путин ҡулынан Тыуған илебеҙ наградаһын алғанда ғорурлыҡ менән: “Мин – Совет яҙыу­сыһы” тинегеҙ. Бөгөн яҙыусы­лар араһында ошолай ҡыйыу фекер йөрөтөүселәр бармы икән?

– Бының өсөн бер ниндәй ҙә ҡыйыулыҡ кәрәкмәй... Хәҙер “Мин Совет осоронда ике төрлө яҙҙым, бере­һен баҫырға бирҙем, икенсеһен киләсәккә тип өҫтәл тартмаһына һалып торҙом” тип әйтеүселәр бар. Минең бер яҙма юлым да баҫылмай ҡалманы, сөнки ике төрлө эшләмәнем, ике йөҙлө булманым.
Путин беҙҙе бик иғтибар менән тың­лап торҙо. Әле хатта Яңы йыл ме­нән ҡотлау ҙа ебәргән, персонально.

– Көрсөк осоронда мәҙәниәт бөләме, әллә күтәреләме? Һеҙ нисек уйлайһығыҙ?

– Бик аныҡ һорау. Мәҙәниәт осорға ҡарамай ул. Бына бөгөн бөтә нәмәгә лә тулы ирек бирелгән. Ирек бар, һүҙ юҡ. Совет заманында цензура көслө булды, тиҙәр, ә бына тигән фильмдар, иҫ киткес китаптар, йырҙар, опералар тыуҙы.

Сәнғәт – сер ул. Ә серҙе асырға кәрәк. Хәҙер сер бөттө. Бер ниндәй сер юҡ, шуға асыр нәмә лә юҡ.
– Яҙыусы исеме арзанайып китте түгелме? Һеҙ нисек уйлай­һығыҙ?

– Бына шулай уйлайым.
– Бөтә ата-әсәләрҙең дә балаларына юғары белем бирергә ынтылыуын нисек ҡабул итәһегеҙ?

– Мин уларҙы аңлайым, ләкин тормош – бик ҡатмарлы нәмә, бөтә кешегә лә юғары белем кәрәкме икән?

Йыш ҡына “Бәхет нимәлә?” тип һорайҙар. Уны һәр кем үҙенсә аңлай, ләкин бәхетле булыу өсөн иң тәүҙә йәнең һөйгән эшең, һөнәрең булырға тейеш. Һөнәре, профессияһы, эше бул­ған кешенең тормошта таянысы бар, ә таянысы булған бәхетһеҙ була алмай.
Минең балаларым, ейәндәрем дә – бөтәһе лә юғары белем алды. Мин өйрәтмәнем, үҙҙәре һайлап алды. Ҡыҙым Әлфиә 25 йыл инде Өфө дәүләт авиация техник университетында эшләй, сит телдәрҙән уҡыта, доцент. Эшен ярата. Студенттары өйөнә килеп йөрөй. Үҙе иртәнге һигеҙ тулыр-тулмаҫтан ауылға ашығыс ҡайтырға тейеш уҡыусыһынан имтихан алырға йүгерә.
Илгиз улым – журналист, әҙәбиәт­се, тәржемәсе. Минең бөтә прозамды урыҫ теленә әйләндерҙе. Был – уның эше, һәм ул уны оҫта итеп башҡара.


“Шул тиклем ярата ул һеҙҙе!”


“Башҡортостан ҡыҙы” журналында шағирҙың ҡыҙы Әлфиә Кәримова менән әңгәмә баҫылды. Журналист уға ошондай һорау бирә: “Атайығыҙ һеҙҙе нисек тәрбиәләне? Ул ниндәй атай булды?” “Ул бик яҡшы атай булды. Мәктәптә уҡып йөрөгәндә бер ваҡыт атайым мине алдына ултыртып алды ла, ҡыҙым, һин Мостай Кәримдең ҡыҙы икәнеңде бер ҡасан да онотма, тине. Мин һәр ваҡыт ошо һүҙҙәргә таянып йәшәйем”.
– Һуңғы осорҙа миңә атайым менән бик күп бергә йөрөргә тура килә, – тине үҙенең Сибайҙағы сығышында Әлфиә Мостафа ҡыҙы. – Юлға сыҡҡан һайын, нисек күтәрер, тип борсолам: 85 йәш әҙ ғүмер түгел. Халыҡ араһына сығып, осрашып ҡайтһа, күҙҙәренән осҡон сәсеп йәшәрә лә китә... Тормошҡа ҡыҙыҡһыныуы юғалмаған әле. Һаман эшләй, һаман яҙыша. Тағы ла. Уның ғаиләһе бар, насар ғаилә түгелбеҙ, ләкин атайыма ул ғына етмәй. Халыҡ менән күрешмәһә, аралашмаһа, ул йәшәй ҙә алмаҫ ине. Шул тиклем ярата ул һеҙҙе!..”
Мостафа Сафа улы беҙҙең төбәккә сәфәренең үҙ ғүмерендәге иң һуңғы сәйәхәттәренең береһе икәнен аңлай ине булһа кәрәк. Юғиһә, Сибайға килеп төшкәс тә, үҙен ҡаршы алған халыҡ алдына сығып: “Әле мин Өфөлә дауаханала ятам. Дауалаусы врачым сәфәремә ризалыҡ бирмәй ҡаҡшатты. Әлфиә, сит ил машина­һында яйлап ҡына, ял иттерә-иттерә генә алып йөрөрбөҙ, тип инәлгәс, дүрт көнгә ризалыҡ бирҙе”, – тимәҫ ине. Сәфәрҙән ҡайтҡас, 2005 йылдың 27 ғинуарында көндәлегенә: “Тағы дауаханаға эләктем. Уң аяғым бик ауырта. Баҫып та булмай ине. Хәҙер саҡ ҡына еңеләйҙе. Дүрт көнгә дауалауҙы өҙөп, Әлфиә менән Сибайға, Баймаҡҡа барып килдек. Бик-бик күптән биргән вәғәҙәм бар ине. Бик матур ҡабул иттеләр. Вәғәҙәмде үтәнем. Күңелем тыныс­ланды”, – тип яҙып ҡуймаҫ ине.
Ошо юлдарҙы аҡ ҡағыҙға төшөрөп ултырам да шағирҙың “Сәсән” исемле шиғырының һуңғы юлдары иҫемә килеп төштө:

Юлсы китте. Әммә шәмдәрҙә ул

Ут ҡалдырып китте.

Юҡ, шәмдәрҙе түгел! Йөрәктәрҙе

Тоҡандырып китте.

Ҡара төндә тик бер кеше күпме

Нур ҡалдырып китте.

Мостай Кәрим Өфөһөнә ҡайтты. Йөрәктәрҙе тоҡандырып, нур ҡал­дырып китте.

* * *

Мостай Кәрим 2005 йылдың 21 сен­тябрен­дә, йәғни 86 йәш тулырға теп-теүәл бер ай ҡалғанда, мәрхүм булып ҡалды. Йәне йәннәттә булһын!
Читайте нас: