– Берәйһен үҙегеҙгә алып ҡалығыҙ иҫтәлеккә, – тим мин баҙнатһыҙ ғына. Китап уҡымаһа ла, улар ҡатынының иҫтәлеге булараҡ ҡәҙерле икәне күренеп тора бит.
– Юҡ, рәхмәт. Ҡат-ҡат уҡылған әҫәрҙәр улар. Ҡасандыр мине ҡотҡарған романдарҙы яттан беләм, тиһәң дә була.
Мин шаҡ ҡаттым. Тимәк, ҡатыны ташлап киткәс, ул уның китаптарын уҡыған.
Ҡулыма Гөлсимә Иштанованың хикәйәләре тупланған китап эләгә. Көлөп ебәрәм.
– Минең яратҡан китабым. Был әхирәтемдеке булыуы мөмкин түгел, сөнки уның баҫылыуына бер йыл ғына, – тип Һаҡалбайҙың күҙҙәренә ҡарайым.
– Мин үҙем һатып алдым. Уҡыным да, их, Гөлсимә, әҫәрҙәрең алданыраҡ ҡулыма эләкһә, яҙмышымды башҡасараҡ ҡорор инем, тип үкендем. Ҡатынымды ер сигенән булһа ла эҙләп табып, кире борор, үҙемде үҙгәртергә тырышыр инем. Валлаһи... – тауышы ҡалтырай ине Һаҡалбайҙың.
“Әле лә һуң түгел, телефон һандарын бирәм, шылтырат”, – тип әйткем килде. Тик өндәшмәнем. Үҙе һорау бирһә, яуап бирер инем. Бәлки, бирмәҫ тә инем.
Өс ауыр пакетты машинаға сығарып һалдыҡ.
– Юл төшһә, кереп сығығыҙ, – тине ул, ихлас йылмайып.
Рәхмәт әйтеп ҡуҙғалып киттем. Боролошҡа етер саҡта күҙ ҡырыйы менән күрше ултырғыста ятҡан китапты күреп ҡалдым. Әттәгәнәһе, Гөлсимәнең китабын эләктергәнмен. Башҡаса был яҡтарға кире килеп йөрөмәҫ өсөн, боролоп, китапты индереп сығырға кәрәк. Алай ҙа алыҫ китеп өлгөрмәнем.
Был юлы оло ҡапҡа еңел асылды. Инде таныш соландан эскән сәйебеҙҙең хуш еҫе юғалып та өлгөрмәгән йорт эсенә инәм. Аш бүлмәһендә юҡ, әхирәтемдең элекке бүлмәһендә лә күренмәй. Бары буш кәштәләр генә ҡотһоҙ һерәйеп ултыра. Алғараҡ үтәм. Төптәрәк тағы бер бүлмә бар шикелле.
Индем дә телһеҙ ҡалдым. Бындай бүлмә күргән юҡ ине әле. Ике яҡтан оҙон стеналар буйлап иҙәндән түшәмгә тиклем һуҙылған китап кәштәләре һушымды алды. Асҡан ауыҙымды ябырға ла онотоп, ҡулым еткән китаптарҙы барлай башланым. Таныш исемдәр ҙә, бер тапҡыр ҙа ҡолағыма эләкмәгәндәре лә бар. Инглиз телендә яҙылған китаптарҙың күп булыуы аптыратты.
Артымда аяҡ тауыштарын ишетеп, тертләп киттем.
– Ғәфү итегеҙ, мин... Мин Иштанованың китабын яңылыш үҙем менән алып киткәнмен. Кире бирергә тип кенә индем. Һеҙҙе эҙләп, китапханағыҙға юлыҡтым, – тинем, урлашыу өҫтөндә тотолғандай, ҡыҙарып.
Һаҡалбай ишек яңағына һөйәлеп йылмайҙы:
– Рәхим ит, китаптар уҡығанды ярата. Күптер шул. Ҡатын ташлап сығып киткәндән һуң, толҡа тапмай, уның китаптарына ҡапландым. Китеүенең сәбәбе уларҙа кеүек тойолдо. Ысын, бер ҙә алдамайым. Эсеүемде ташлағанды һиҙмәй ҙә ҡалдым. Хәҙер әҙәби һүҙһеҙ тора алмай башланым. Бер бәйлелекте икенсеһе менән алмаштырҙым. Шуның өсөн өйөм тулы китап.
Тауышында тантана менән ниндәйҙер оялыу йәшеренгәйне. Үҙеңдең маҡтанырлыҡ булмаған үткәнең хаҡында ете-ят кешегә әйтеүе еңел түгелдер. Уңайһыҙ хәлдән сығырға тырышып, ҡулымдағы китапҡа күҙ һалам. Николай Гумилевтың шиғырҙар йыйынтығы.
– Күптәр өсөн Гумилев әҙәбиәттә талантлы Ахматованың ире булараҡ билдәле. Ә һеҙ нисек уйлайһығыҙ? – тип интервью алғандағылай һорау биргән булам.
– Мин, киреһенсә, Гумилев Ахматованы ҙур бейеклеккә күтәргән тип иҫәпләйем. Ә талант яғынан улар – бер-береһенә тиң шәхестәр. Гумилевтың фажиғәле иртә үлеме урыҫ әҙәбиәтен күпкә ярлыраҡ иткән, – тип яуапланы Һаҡалбай һәм балаларса ихлас көлөп ебәрҙе.
– Хас телевизорҙағы тәнҡитсе кеүек, – тип өҫтәне ул, бер аҙ тора биргәс, – шағирҙарҙан Рәми Ғариповты, Бродскийҙы яратам. Прозанан яратҡан жанрым – социаль фантастика. Стругацкийҙар, Терри Пратчетт оҡшай, Ҡунафин менән Әминевте яратып уҡыйым. Ә һеҙ?
Мин китаптар тураһында туҡтамай һөйләй алам. Тыңлаусы ғына булһын. Бер нисә минуттан беҙ, диванда ҡара-ҡаршы ултырып, оҙайлы әңгәмәгә төшөп киттек. Һаҡалбай яңынан сәй шыжлатты. Һүҙ араһында күрше ауылда билдәле яҙыусының йорт-музейы булыуы асыҡланды. Яңы ғына асылған. Музей хужаһы яҡын танышы икән. Һаҡалбай уға экспонаттар йыйышҡан, эсен биҙәгән. “Әйҙә, күреп ҡайт бер ыңғайы, үҙем экскурсия уҙғарам”, – тип өгөтләгәс, риза булдым. Ауылға кире ҡайтҡанда, ҡараңғы төшкәйне. Беҙ ярты төн ауғансы китаптар тураһында һөйләштек, ул яратҡан шиғырҙарын уҡыны. Минең хатта бер туҡтауһыҙ һөйләүҙән ауыҙым ауырта башланы. Һуңынан ул әхирәтемдең элекке бүлмәһендә миңә урын һалды.
Мин ҡуҙғалғанда, таң һыҙыла ине. Йорт хужаһын йоҡоһонан уятманым. Таңғы төшөн күргән ауыл да, китаплы өй ҙә иртәнге томан эсенә уралып артта ҡалды.
Ҡала янындағы бер бәләкәй ауыл китапханаһына инеп, әхирәтемдең китаптарын бүләк итеп сыҡтым. Минең тығын фатирымда саң йыйып ятмаҫтар. Әхирәтем теләгәнсә, хәҙер уның китаптары лайыҡлы тормош алып бара. Быға тиклем дә бахыр булмағандар, әммә китапхана шәхси кәштәгә ҡарағанда яҡшыраҡ. Мин, күңелемдә бөрөләнгән ят тойғонан ҡотолорға була, быны Канадала көн иткән дуҫ ҡыҙым өсөн түгел, үҙем өсөн эшләнем. Йөрәк түренә бикләнгән ниндәйҙер ғәйеп тойғоһонан арынырға теләгәнлектән тыуған аҙым ине был.
...Был хәлдән һуң бер нисә ай үтте. Телефонда – таныш һандар. Сит илдән шылтыраталар.
– Минең китаптарымды барып алдыңмы?
– Барҙым, әммә ала алманым, – тим, ҡарлыҡҡан тауышыма абынып. Көс менән тамаҡты ҡырам. – Ул һинең барлыҡ китаптарыңды ла араҡыға алмаштырып эскән.
– Шулай тип уйланым да, мәлғүн. Китаптарым йәл, – тине әхирәт.
Әллә илай инде? Илай шул. Телефондың теге осонда мырш-мырш килә.
– Яңыларын алырһың. Кибет тулы китап, электрон әҙәбиәткә күс. Китапханаң үҙең менән йөрөр, – көр генә тауыш менән йыуатҡан булам тегене.
Телефонымды кеҫәмә һалам. Бүлмәгә тәҙрә аша ай үрелә, нур-ҡулдары менән түшәмдән иҙәнгә тиклем теҙелгән китап тыштарын һыйпай. Аяҡ осона баҫып икенсе бүлмәгә үтәм.
Ҡасандыр китаптарын алып етем ҡалдырған буш кәштәлә бүтән китаптар теҙелгән. Минең китаптар. Ә карауатта ҡолас ташлап әхирәтемдең элекке ире – минең һөйөклөм йоҡлай...