Бөтә яңылыҡтар

Ҡайттым

Яңынан бала сағымдағылай ҡапҡамды асып, бәпкә үләндәре үҫкән ишегем алдына үттем: әсәйемдең калуштарын күргәс, оҙаҡ эҙләгән йән дауаһын тапҡандай ҡыуандым. Ниндәй рәхәтлек, ниндәй кинәнес! Ә бит күп тапҡырҙар сит-ят яҡтарҙың зиннәтле, бай йорттарында булдым, кемдәр менән генә осрашманым мин... Әммә бөгөнгөләй илаһи хистәр яҡтылығы тойманым унда.

Яңынан бала сағымдағылай ҡапҡамды асып, бәпкә үләндәре үҫкән ишегем алдына үттем: әсәйемдең калуштарын күргәс, оҙаҡ эҙләгән йән дауаһын тапҡандай ҡыуандым. Ниндәй рәхәтлек, ниндәй кинәнес! Ә бит күп тапҡырҙар сит-ят яҡтарҙың зиннәтле, бай йорттарында булдым, кемдәр менән генә осрашманым мин... Әммә бөгөнгөләй илаһи хистәр яҡтылығы тойманым унда.


Ҡот һаҡлаусыларым тип, һөйөп кенә үҫтерҙе беҙҙе әсәй. Имеш, беҙ уға йәшәү көсө биргәнбеҙ. Әлбиттә, элегерәк был һүҙҙең айышына тулыһынса төшөнмәгән­мен. Хәҙер үҙем атай... Ҡайҙа ғына йөрөһәм дә, ни генә эшләһәм дә, күңелем тыныс булманы ошоғаса. Ҡулың һынһа, еңеңә йәшер тигән кеүек, үҙ-үҙемә бикләндем. Бөгөнгө йәшем бейеклегенән фекер йөрөтөр мәлгә еткәс, ағайым тураһында уйлауҙан бер ваҡытта ла туҡтағаным булманы, тик һуңғараҡ ҡалдым шикелле...


Беҙ — игеҙәктәр. Ағай тигәс тә, минән бер нисә минут ҡына алдан тыуған ул яҡты донъяға. Нисәмә йылдар үткәс, тыуған тупһама аяҡ баҫтым... Нисек осрашырбыҙ?.. Нисек аңлашырбыҙ?..


Шул саҡ, күп тә үтмәй, миңә ҡаршы сыҡҡан әсәйемдең тауышы ишетелде: “Өнөм дә, төшөм дә буталып бөттө, балаҡайым... Ниндәй елдәр ташланы? Ҡайҙа килен, балалар? Көтә-көтә ни уйларға ла белмәйем... Хәҙер инде, бер аяғым бында, икенсеһе тегендә, тигәндәй”. Шулай тине лә, күҙен яулыҡ осо менән һөртөп, ҡулдарымдан һөйөп алды.

Әсәйемде эйелеп ҡосаҡлап оҙаҡ торҙом. Ул шул хәт­лем кесерәйгән – шау-һөйәк... Ирекһеҙҙән күңелем йомшарҙы, күҙгә йәш эркелде. Күпме борсолоу, ҡайғы-хәс­рәт алып килдем мин һиңә, әсәкәйем. Эй... ул ғынамы һуң?..


Күпме торғанмындыр үҙ уйҙарыма бирелгән килеш. Әсәйем һаңғырау тауыш менән: “Һыуға төшкән балыҡ һымаҡ юҡ булғайның, Хызыр Ильяс булып ҡына килеп индең... Әйҙүк, түрҙән уҙ, тыуған нигеҙеңә ҡайттың бит. Фатихам икегеҙгә лә берҙәй киң. Күрмәй китермен инде тип уйлағайным, Хоҙай Тәғәләм ишеткәндер...”


Мин, түҙемһеҙләнеп:

— Ағайым ҡайҙа? — тинем.


— Өйҙә.


Тупһаны аша атлап ингәс тә, ҡыйыр-ҡыймаҫ, еңелсә ҡосаҡлап алдым ағайымды. Ул миңә һалҡынса, һораулы киҫкен ҡараш ташланы, әммә бер һүҙ ҙә өндәшмәне... Уның ни уйлағанын тойҙом мин. Күпме йылдар үтһә лә, бер-беребеҙҙе һаман да элеккесә, йән-тән берлеге аша һүҙһеҙ ҙә аңлашабыҙ кеүек.


Күстәнәстәремде өҫтәлгә өйөп һалғас: “Аҡыл ғүмер буйына мыҫҡаллап инә икән ул кешегә”, — тигән булдым, тәүге сирҡаныс алғандай. Үҙе менән һәр саҡ килешеү төҙөп йәшәгән ағайымдың эскерһеҙ булмышы, әллә ҡайҙан үҙенә тартып торған туғанлыҡ ептәре миңә бер семтем дә йылылыҡ өҫтәмәне. Ни әйтергә белмәй: “Ағайымдың йорт-ҡураһы шәп... донъяны яңыртҡан”, — тигән булдым. Ул, иҫе китмәгәндәй, һынамсыл ҡарашын йәнә иҙәнгә төбәне. Әллә минең урынға ул уңайһыҙлана — билдәһеҙ...


Һүҙҙәр ялғанмағанын һиҙеп, әсәйем: “Миндә сыҡмаған йән, үлеп-нитеп китһәм, теге донъяла тыныс ята алмам, ахыры. Уйындан уймаҡ сығарҙығыҙ ҙа... Ике туған ыҙғыша, атҡа менһә яраша, ти торғайны боронғолар. Саҡ менән Суҡ булһындар өсөн үҫтермәнем мин һеҙҙе...” — тине.


Күренеп тора: йыуанысты эштән тапҡан ағайым. Ғүмер буйы йыйылған ҙур донъя... Ә күңелендә боҙ һалҡыны, ай-һай, хәҙер уны иретеп булырмы икән? Беләм, мин ғәйепле: үкенес, үкенес... Ағайым да, минең уйҙы уҡыған һымаҡ, бер миңә, бер әсәйгә күҙ һирпеп, ҡарашын тәҙрә аша бушлыҡҡа төбәне.


Әсәйем:

—Берегеҙҙе икенсегеҙ алмаштырып йөрөй алмаҫһығыҙ... Ике тамсы һыуҙай оҡшашлығығыҙ юҡҡа сыҡҡан инде хәҙер: берегеҙ миңә, икенсегеҙ атайығыҙға тартҡан.


Мин ҡапыл:

— Тормошомдағы иң ҙур хатамды танып, тубыҡланып ғәфү һорарға ҡайттым, ағай!.. — тинем.


Оҙаҡҡа һуҙылған тынлыҡтан, әйтерһең, беҙҙең арала ҡапыл таш стена ҡалҡты. Насарлыҡ тураһында уйлай белмәгән ағайым күңеленән: “Хәҙер инде уның кәрәге юҡ”, — тигән һымаҡ, һүҙһеҙ генә хәбәр ебәрҙе миңә. Йәнем-тәнем менән тойҙом уның яуабын. Йәнә мин: “Иң ярһыу, иң ҡайнар тойғолар ҙа һүрелә икән... Тегенең ҡайҙа йөрөгәнен дә белмәйем...” — тим.


Әсәйем ҡулынан сәйнүген төшөрөп ебәрҙе лә: “Бына шулай, кем әйтмешләй, хәйерһеҙ тамамланыр тип уйлағайным аҙағын, һәр эшкә кешелек сифаты һәм әсә фатихаһы кәрәк! Әҙәм рәнйеше, әҙәм ҡәһәре йәбешмәһен инде, бигерәк тә туғандар араһына. Ул зәһәр юшҡындан таҙарыныуы, ай-һай, ауыр...” — тине.


Шул саҡ ағайым кинәт ашҡынып-сабыр­һыҙланып урынынан торҙо ла бер һүҙһеҙ ишекле-түрле йөрөй башланы. Уйламаҫтан, ҡапыл, яҙмыштың хәл иткес ниндәйҙер бер серле тулҡындары ҡағылды булһа кәрәк үҙенә: бөтөнләй икенсе кешегә әүерелде лә ҡуйҙы. Әйтерһең дә, уның шәп, йәш сағы: киң яурынын турайтып, тауышын үҙ урынына ҡуйып, нисәмә йылдарҙан һуң тәүге тапҡыр күҙҙәремә туп-тура ҡарап өндәште:

— Ҡайҙа йөрөнөң һанһыҙ ғүмерҙәр буйына?


— Әллә нисек килеп сыҡты... Шулай...


— Бурҙар урлашҡан ерен онотмай, әйләнеп килеүсән...


— Улай уҡ ярамаҫ...


— Яңы өйрәнгән икәнһең айырырға... ярамайҙы...


Был һүҙ ҡәһәре ҡылыстай киҫте мине. Аңы-аҡылы тарҡаулана башлаған кешеләй, ни тип яуап бирергә белмәй, аптыранып, әсәйемә ҡараным.


— Йә! Ҡайҙа йөрөнөң? — тине ул да түҙемһеҙләнеп, һыҡтап-илаулап...


— Ах, был ниндәй осрашыу булды әле? Һағынып ҡайтҡайным да мин һеҙҙе.


Ағайым:

— Һин ҡатын-ҡыҙға бер ваҡытта ла мохтаж булманың, мөхәббәте мул кешенең балалары ла ишлелер...


— Бары-юғы бер ул үҫтерҙем. Әсәһенең бер ҡулы майҙа, бер ҡулы балда булһа ла, түҙмәне рәхәт тормошҡа. Бер ҙур бизнесмендың шоферы менән ҡайҙалыр китеп юғалды. Былай... мин дә...


— Аб-ба... ана бит... ана ... фатихаһыҙ булғас, — тип, ни әйтергә белмәй, бер миңә, бер ағайыма ҡараны әсәйем. Өйҙә йәнә уңайһыҙ һиллек урынлашты. Аҙаҡ, йәш сағындағылай, сос һәм етеҙ итеп ағайым:

— Минең малай әсәһе менәнме?


— Нисек малайың?..


— Әйтмәнеме ни?


— Аңламайым...


— Ул балаға уҙған ине...

Сүп өҫтөнә сүмәлә, тигәндәй, быға тиклем ишетелмәгән ысынбарлыҡтың көслө тулҡыны таш ярырлыҡ булһа ла, артыҡ сарғаланып һүҙ ҡуйыртманыҡ, шымдыҡ... Кем нимә уйлағандыр...
Ә мин бер-беребеҙгә бик кәрәк булып йәшәп ятҡан бөртөк кенә улымды уйлап, йөрәгемде ҡуҙғыттым, зиһенем буталды... Бөтөнләй телһеҙ ҡалдым... Ҡолағым шауланы, күҙем бәйләнде. Әле ишеткән ауыр һүҙҙәр ҡойоноңда аҙашып, айный алмай күпме өнһөҙ ултырғанмындыр, әйтеүе ҡыйын. Артабан, аяҙлы-болотло уйҙар дауылынан ҡотолоп, һәр ваҡыттағыса, үҙемдән үҙем һораным: “Был тормош нишләп буйы менән былай булып сыҡты һуң әле?” Яуап эҙләгәндәй, артта ҡалған йылдар һуҡмағына осто күңелем...
...Июнь урталарында беҙҙең урамға ҡыҙыл күлдәк кейгән, һап-һары сәсле, йәшел күҙле Розалина исемле ҡыҙ килгәйне. Барыбыҙҙың да күҙе ҡунаҡ ҡыҙында. Кемдең ҡармағына эләгер? Уйламаҫтан, Һарыбаш артынан иң шәп йүгергәне — ағайым, ә миңә барыбер һымаҡ. Уның бер ҡыҙға ла күҙ һалмауына башҡалар ҙа өйрәнеп бөткән ине инде ул саҡта. Ә был юлы урамдың иң шәп егетенә әйләнде лә ҡуйҙы ул. Ә мин, телгә оҫта, сосораҡ булһам да, уның янында йөрөгән бер бахыр, шәүлә... Күп тә үтмәй, уларҙы “Таһир менән Зөһрә” тип йөрөтә башланы бөтөн урам. Ғашиҡтарҙың етәкләшеп килеүен күрһәм, күҙем ҡыҙа ҡыҙыуын. Их, оҙатырға ине бер тапҡыр булһа ла шул ҡып-ҡыҙыл күлдәкле ҡыҙҙы.
Бер көн тоттом да уйымды ярҙым да һалдым: “Һинең урынға киноға барайым әле, ирмәк булһын, оҙатайым теге сибәркәйҙе. Бер кем дә һиҙмәҫ...” Ғәҙелһеҙлектән изгелек, йәмһеҙлектән матурлыҡ эҙләй торған ғәҙәте бар ағайымдың: өндәшмәне, йәтешле итеп шым ғына йылмайҙы. Миңә етә ҡалды: шул көндән башлап, ирмәктән ҡыҙыҡ эҙләп, уны-быны уйламайынса, һарыбаштың артынан бер тотам да ҡалмайынса йүгерә башланым...
Мауығыуым шундай көслө: кинонан һуң Розалинаны оҙатып ҡуйғас, өй эргәһендәге эскәмйәлә оҙаҡ ултырам, китә алмайым, ҡаҙаҡлап ҡуялармы ни мине. Ул йоҡлаған өй нигеҙе эргәһендә ултырыу күңелемә рәхәт. Урам һилгә ҡалып, аяҡ тауышы тынғас, йәнем тынысланып ҡайтып китәм. Янына ағайым килеп ҡуймағайы, йәнәһе. Бер көн шулай егеттәрҙе йыйҙым да ныҡ итеп иҫкәрттем:

— Ҡырмыҫҡа булмайыҡ, һарыбаш минеке. Ишетһен ҡолағығыҙ!
— Әйтмәһәң дә, кем белмәгән, һин, тип. — Бер-береһенә күҙ ҡыҫышып, төрлөһө төрлө яҡҡа таралышты урам егеттәре. Уйынлы-ысынлы, илке-һалҡы йөрөргә яратмаған йомшаҡ тәбиғәтле, ғорур холоҡло ағайым йөрәк әрнеткес хис-тойғоларын, күңелен тетрәткән ярһыуҙарын нисек баҫҡандыр. Уны уйларға башым етмәй, хатта бөгөн дә... Был шаталаҡлы мауығыу булмағайны һымаҡ, ә утлы, ялҡынлы мөхәббәт ҡамытын кейеп, өр-яңы ылыҡтырғыс донъяла гиҙеүем ине, үҙемсә...
Һәр нәмәнең башы булған һымаҡ, яҡын йөрөй аҙағы ла. Шулай, һөйөүем “температураһы” өтөп йығыр мәлгә еткәс, утка баҫҡан бесәй кеүек, борғаланып-һырпаланып ҡайтып индем дә: “Мин кәләш алам”, — тинем өйҙәгеләргә. Әсәйем: “Аб-ба, вәт эштәр, икегеҙ бер юлымы?” — тип аптырап китте. Бығаса тып-тыныс йөрөгән ағайым: “Башта мин”, — тимәһенме...
— Ашыҡ-бошоҡ өсәү-ара хәл итә торған нәмә түгел, уйлашырбыҙ, һөйләшербеҙ, — тип, оҙаҡ уйланып ултырҙы-ултырҙы ла, ҡырт киҫте әсәйем. — Оҙон һүҙҙең ҡыҫҡаһы шул: “Башта ағайың”. Башымдан боҙло һыу һиптеләрме ни! Мин сәбәләнеп:

— Уның күҙ терәп торған ҡыҙы юҡ таһа, Розалина мине ярата...
Ағайым ашыҡмай-бошмай, ярһымай, тигеҙ тауыш менән:

— Бар! Аҙна-ун көндән уҡыуын тамамлап ҡайта, һәм туй.
— Аҡса биреп тә ышандыра алмаҫһың.
— Тырышмайым да...
...Әллә ысын, әллә буш. Шулай ҙа ҡыҙыҡһыныуым көндән- көн артты... Туйға ихлас, ең һыҙғанып әҙерләнәләр ағайым менән әсәйем. Бер уйлаһаң, ышанмаҫлыҡ та түгел... Килен тигәнең Розалина булып ҡуйһа? О-о-о, юҡ, юҡ! Нимә уйлайым мин иҫәр. Ошолай ике уйҙа, бер юлда йөрөй торғас, ниһайәт, түҙемһеҙлек менән көткән көн килеп етте. Фәрештә түгел, әммә сәскәләй һылыуҡайға нәфислек өҫтәгән ҡурсаҡтыҡы кеүек аяҡ-ҡулдары былар бөтәһе лә мине айран-вайран итте. Ҡаушауҙан, албырғауҙан торған урынымда һүҙһеҙ ҡалдым: көрәнһыу-йәшкелт диңгеҙҙәй ҙур күҙҙәренә күпме ҡарап торһаң да туйырлыҡ түгел. ...Бына күр... Етмеш тапҡыр үлсәп, бер киҫергә баҙнат итмәгән, тауыш-тынһыҙ йөрөгән ағайым. Шулай табыныулы ҡиәфәттә торғанымда, ағайымдың зиһенгә һуғырлыҡ ышаныслы тауышы уятып ебәрҙе мине:

Тиҙҙән оҙайлы эшкә юлланам, туйығыҙҙы ашыҡтырайыҡ сират һиңә...
Миңә ҡарата әйтелгән был һүҙҙәр ағайымдың баһаһын күтәреп ебәрҙе кәләше алдында. Матур, татлы тауышлы еңгәй атайымды йөпләп, нимәлер һөйләгәне ҡолағымды иркәләне.
Икебеҙгә лә мәғәнәле ҡарап алды ла, йылҡылдап, ялтырап торған оҙон сәс толомон үҙенең яурыны аша ташлап, ап-аҡ аҡҡош ҡанатындай ҡулдарының нәфис бармаҡтары менән ағайымдың беләген эләктереп, ҡайҙалыр әйҙүкләне. Уларҙың баллы-ләззәтле мәлдәре ине был...

Төнө буйы керпек ҡаҡмай сыҡтым. Әсәй ҙә туйҙы ашыҡтыра: “Һөйгән йәр – һөйәгең елеге бит ул. Көттөрҙөк... Ағайың эшкә китмәҫ элек...» Тегеләй ҙә, былай... Теге кәрәк, был кәрәк, фәлән дә фәсмәтән һәм башҡа хәбәрҙәрен бер-бер артлы теҙә генә. ...Минең мейене икенсе бер уй быраулай: ә ниңә ул сибәркәи ағайҙыҡы, минеке түгел. Эсемдә ҡойон буран йәнемде ҡорттар кимерә...

Мәңге һүнмәҫ мөхәббәт ялҡыны ялмап алгайны ла бит икебеҙҙе лә. Осрашҡан һайын: “Яратам мин һине”, — тигәйне Розалина. Аһ, нимә булды миңә? Ҡайҙан хасил булды был тетрәндергес хәл-ваҡиғалар? Күҙгә-башҡа күренмәй йәшәгән ағайым сәбәпсе булды түгелме? Эйе, эйе, ағайым шул... ағайым... Ә минең күңелемдә тик һарыбаш, йәшел күҙ...
...Һәр ваҡыттағыса, ағайым оҙон аҡса артынан китте ер-аяғы – ер башына. Дин юлыңда йөрөгән әсәйемде көн дә тип

тиерлек аят аштарына саҡыралар. Ә мин эштән һуң бер кемгә лә әйләнеп тә, боролоп та ҡарамайынса, туп-тура йүгерәм өйгә. Сөнки бер генә минутҡа ла еңгәм уйымдан сыҡмай, уның йондоҙ булып балҡыған күҙҙәре үҙенән-үҙе роботҡа әүерелдерә ине. Элек икмәк киҫеп, сәй яһап эсмәгән кеше — бөтөн өй эштәрендә еңгәмдең ярҙамсыһымын. Юҡ, юҡ, уның наҙлы ҡарашын да, миңә ҡарата яңылыш ҡына йылмайыуын да өмөт итмәйем, хатта өнәмәйем дә, кәрәкмәй ҙә... Беләм үҙ урынымды.
Секунд һайын, ул ағайҙыҡы, ярамай, тигән фекер мейемде сукей. Үҙем дә һиҙмәҫтән, уға һәр саҡ йомшаҡ һәм яғымлы мөғәләмәләмен. Һоҡланып та бер һүҙ ыскындырмайым, яңылыш та ҡағылмайым, хатта оҙағыраҡ ҡарап торһам, илаһи, гүзәл нәфислеге ыуалып төшөр һымаҡ.
Онотолоп еңгәмде күҙәтһәм, күңел кинәнесенә сумам. Әммә шул саҡ “ағайымдыҡы” тигән уй мейемде туҡый башлаһа, ыуалып төшәм, зиһенемде йыйып ала алмайым – ярһыулы әсе үкенес солғап ала. Шулай булһа ла ауырһынмайым, миңә бер ни ҙә кәрәк түгел: иртән дә, кисен дә йоҡо бүлмәһенең ҡыҫыҡ ишеге аша уны күҙәтеүемде дауам итәм. Аһ! Ниндәй илерткес тамаша. Ҙур көҙгө алдына барып баҫыуын, сәсен тағатыуын, сисенеүен, утты һүндереүен стена аша тоям, хатта уның менән бергә йоҡлап китәм кеүек... Әйтергә түгел, төрлө хистәр ҡайнаша: уның матурлығынан көнләшәм – сәмемә тейә. Күңелемә ят, уҫал, хәсрәтле бер уй оялай башлағанын да һиҙәм, әммә ләкин уға ҡаршы көрәшә алмайым – көсһөҙмөн. Еңгәмдең бығаса бер кем дә белмәгән тылсымы йәки берәй сихыры бармы икән әллә, тип уйлап ҡуям ваҡыты-ваҡыты менән. Ут өҫтөндә бейегән һымаҡ булып йөрөһәм дә, шуға артығы менән ризамын. ...Шулай көн артынан көн уҙҙы...
Себерҙән ағайымдың ҡайтыуын көтәбеҙ... Тик өсөбөҙҙә өс төрлө хәсрәт. Еңгәм ағайҙы көтһә, минең уйым – еңгәмдә. Ә әсәйем әйләнгән һайын бер үк хәбәрҙе тылҡый: “И-и-и, ғәзиз туғанҡайым түшәк тартып ауырып ята, ҡарар кешеһе юҡ, мин тәрбиәләргә тейеш бит... Ағайың тупһаға аяҡ баҫыу менән юлланыр инем ауылға... Оҙаҡланы”. Күпме бер үк хәбәрҙе әйләндереп-тулғандырып һөйләһә лә, әсәйҙең хәбәрен ҡолаҡҡа элмәйбеҙ.
...Ағайым ҡайта... Еңгәм бәхет күгенең етенсе ҡатында. Ашын бәлешен бешергән, затлы кейемдәрен кейгән, аяғы ергә теймәй, күбәләктәй осоп, әле ишектә күҙе, әле тәҙрәлә... Күп тә үтмәй телефоны зыңлай. Теге остан: “Тағы бер айға ҡалдырҙылар төҙөгән комплексты тапшырып өлгөрмәнек...” Был яҡтан еңгәм: “Һағындым, артыҡ түҙеп, былай йәшәү мөмкин түгел һине көтөп арыным”, – тип шым ғына илап ебәрҙе. Еңгәмдең нурлы йөҙөн ағыуланылармы ни. Бөтөнләй икенсе кешегә әүерелде лә ҡуйҙы. Бәхеткәме, бәхетһеҙлеккәме, ул мең ҡат ғазапҡа батып илап ултырһа ла, мин уны ләззәтләнеп күҙәтеүҙән һис тә биҙмәйем.
...Ҡайтмаһа ни ҡайтмаһын. Оҙағыраҡ йөрөһөн, эштә уны һәр саҡ шулай тотҡарлауҙары бер бөгөн түгел. Бала сағынан уҡ эшкә бөткән йөк аты бит ул. Их, уның урыныңда мин булһам...
— Ҡайтып килә, — тине еңгәм, минең татлы уйҙарымды бүлеп, ҡыуанысынан ни эшләргә белмәй, ихлас, күтәренке кәйеф менән. Күп тә үтмәне, йәнә телефонының төймәләрен баҫҡыслап: “Самолеты күпмелер ваҡытҡа тотҡарлана — һауа юлы ябыла”, — тип, ни әйтергә белмәй, миңә ҡараны.
“Кирегә бөткән нәмә”, — тип ыскындырғанымды һиҙмәй ҙә ҡалдым... Теләмәгәйнем ағайымды түбәнһетергә. Килеп сыҡты, нисектер, уйламағанда. Ә еңгәм эске ныҡлығын, түҙемлеген юғалтып, өмөтөнән төңөлгән кешеләй, шарт-шорт баҫып инде лә бикләнде үҙ бүлмәһенә. Тик торғанда эҫе һыу һиптеләрме ни башыма. Балта телем менән кәрәкмәгән уңайһыҙ һүҙҙе урынһыҙ әйттем: еңгәм “һағындым” тигәндә — “һинең ҡайғың юҡ бында” тигән һымаҡ яңғыраны был. Ул мәлдең һәр минуты-сәғәте онотолмаҫ уй-кисерештәр булып аңыма һеңгән, юйылмаҫ эҙҙәр ҡалдырып, йөрәгемә яҙылған... Тәүгеһе: әсәйемдең бер туғаны — инәйебеҙ мәрхүм булып ҡалды. Уны һуңғы юлға оҙатыр өсөн, илап-һыҡтап, ауылға юлланғайны ул кисте әсәйем.
...Ете төн уртаһында ҡапыл ел-дауыллы ҡойон бураны сыҡты. ...Эйе, эйе, бөтә нәмәне дер һелкетте, хатта күршеләге бейек ҡатлы йорттоң ҡыйығын алып бырағытты ул ғәрәсәт.
Ҡайҙалыр нимәлер ауҙы, бикле торған тәҙрәләр шартылдап асылды... Был ни хәл... еңгәмдең бүлмәһен йәшен һуҡтымы ни. Һиҙмәи ҙә ҡалдым урынымдан һикереп тороп баҫҡанымды. Ишеген ҡағам — асмай. Оҙаҡ уйлап торманым, ишеген бер тибеп астым да индем: тәҙрәләр шар асыҡ, иҙәндән түшәмгә тиклем һуҙылған ҙур көҙгөһө урталай ярылып, төрлө яҡҡа селпәрәмә һибелгән, үҙе төпһөҙ ҡараңғылыҡҡа ҡарап, мышнап илай. Йәлләнем. Үҙем дә һиҙмәҫтән ҡосаҡлап алдым. Еңгәм:

— Ниңә индең бында? — тине.
— Һуңгы ваҡыттарҙа гелән илағаныңды ишетәм... Әле көслө ел-дауыл ҡупҡанға ғына...
— Дауыл булмаһа ла йоҡламаҫ инем, түҙер хәлем ҡалманы.
— Күпте түҙгәнеңде, әҙгә түҙеп булмаймы ни?
— ...Миндә һинең ни эшең бар! Тиҙ бул, сыҡ!

Бер кискә кер мейескә, тиҙәрме әле? Әллә шайтан ҡотортто, һә тигәнсе, гөрп итеп тоҡандым – әйләндем иблискә.
Эйе, эйе, тап шул минутта тотанаҡһыҙ дәртемдең ялҡыны ялманы икебеҙҙе лә. Ул минең ҡосаҡта башы-тояғы менән әүәләнергә әҙер баллы-татлы шәрбәт ине. Мин унан айырыла алмай ғазапландым. Ах, ул татлы минуттарҙың аҙағы әсе, бик әсе. Таң һарыһы менән ағай ҡайтҡанда, беҙ һаман да бергә инек әле...
Ул саҡтағы йәп-йәш ағайымдың аптыраған меҫкен йөҙө күҙ алдыма баҫты: беҙҙе күргәс, ике ҡулы менән күҙҙәрен ҡаплап, иҙәнгә сүгеүе, бер нисә минут үткәс, йәшен тиҙлегендә урамға атлығыуы... Уйҙарымдан арынып үҙ хәлемә ҡайтҡас, үҙәк өҙгөс әрнеүле тауыш менән өйҙө яңғыратып, ҡысҡырып ебәрҙем. “Мин иҫәр... ни ҡылғанмын?.. Ул аҡылһыҙ миҙгелдәрҙе бөгөн кисерһәм, һис шикһеҙ, йөрәгем шартлап үлгән булыр инем. Йылдар үткән һайын ҡәҙерлерәк күренәһең, ағай. Үткәндең әселәре өсөн ғәфү үтенәм!” ...Ике битем ут булып яна, маңлайымдан атылған бөрсөк-бөрсөк тирҙәр яңаҡтарымды йыуа. Шул саҡ ағайым мине ҡосаҡлап алды: “Булыры булған, уҙыры уҙған әсәйҙе рәнйетмәйек, бергәләп ҡәҙерләйек... Ул һине бик, бик оҙаҡ көттө...” Был һүҙҙәрҙе ишеткән әсөйемдең кәүҙәһе турайып, күпте күргән булмышының ихласлығы тирә-яҡҡа яҡтылыҡ, йылылыҡ һипте һәм ул үҙ алдына: “Донъя бит ул... ят ярлыҡамаҫ, үҙендеке үлтермәҫ... Әйҙәгеҙ, сәйгә яҡынлағыҙ...”
Читайте нас: