Бөтә яңылыҡтар

Мостай әҫәрҙәре – аудиокитапта

Башҡорт дәүләт университетының Сибай институтынан филология фәндәре кандидаты, доцент Гөлкәй Сәмерханова етәкселегендә бер төркөм студенттарҙың “Башҡорт әҙәбиәте классиктары әҫәрҙәре буйынса аудиокитаптар” тип аталған проект эшләп, Рәсәй Президенты грантын алғаны хаҡында хәбәр иткәйнек.

Фото: Рәүилә Хәсәнова.

Изге эшкә ҡушылған йәштәр – педагогика факультетынан Рүзилә Ғәбитова, Гөлиә Ҡарасурина, Илсур Сәғитов, Ғәзинур Ғәйнуллин, Хәсән Солтанғужин һәм Фәйез Үҙәнбаев.

Ошо көндәрҙә ижади төркөм Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай Кәримдең әҫәрҙәрен аудиотаҫмаға яҙыуға тотондо. Был эш Башҡортостандың халыҡ артисткаһы, Арыҫлан Мөбәрәков исемендәге Сибай башҡорт дәүләт драма театрынан Зифа Баязитова уҡыуында атҡарылды.

Күләмле эш артабан да дауам ителәсәк. Мостай Кәрим ижады яҙылған аудиокитап, һис шикһеҙ, халҡыбыҙға ҙур бүләк буласаҡ.
Читайте нас: