Бөтә яңылыҡтар

Айгөл Рәсәйҙә беренсе концерт бирҙе

Өфөлә Айгөл Әхмәтшинаның Рәсәйҙәге тәүге концерты аншлаг менән үтте. Донъя опера сәхнәләрендә уңышлы сығыш яһаған “Ковент-Гарден” театрының (Лондон) 22 йәшлек солисы Башҡортостандың симфоник оркестры оҙатыуында тыуған Өфө ҡалаһында йырланы. Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры залы шығырым тулы ине.

Өфөлә Айгөл Әхмәтшинаның Рәсәйҙәге тәүге концерты аншлаг менән үтте. Донъя опера сәхнәләрендә уңышлы сығыш яһаған “Ковент-Гарден” театрының (Лондон) 22 йәшлек солисы Башҡортостандың симфоник оркестры оҙатыуында тыуған Өфө ҡалаһында йырланы. Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры залы шығырым тулы ине.


Ике бүлектәге программа рус һәм сит ил композиторҙары Чайковский, Доницетти, Россини, Сен-Санс, Бизеның популяр опера арияларынан төҙөлгән. Тамашасылар йырсыны оҙаҡ ебәрмәне, өс тапҡыр бисҡа саҡырып сығарҙы. Айгөл Кармен арияһын, шулай уҡ башҡорт халыҡ йыры “Һандуғас”ты башҡарҙы.


Швейцарияның опера йырсыһы Флоранс Хворостовская концертҡа килә алманы һәм видеомөрәжәғәт менән сығыш яһаны. Дмитрий Хворостовский исемендәге Хәйриә фонды грантын меценат Татьяна Пеганова опера сәнғәтен үҫтергән өсөн Айгөлдөң педагогы — Өфө сәнғәт училищеһы уҡытыусыһы Наилә Ғабдулхай ҡыҙы Йосоповаға тапшырҙы.


Залда Өфөнөң бөтә мәҙәни йәмәғәтселеге, шул иҫәптән профессор Миләүшә Мортазина ла бар ине. Йырсының тыуған Миәкә райо­нынан яҡташтары — туғандары, дуҫтары, класташтары ла килгән. Әсәһенә һәм өләсәһенә йырсы исеменән рауза гөлләмәләре бүләк иттеләр.


“Айгөл йырлағанда бик тулҡынланам, үҙем сәхнәлә торған кеүекмен. Ғорурланабыҙ, ләкин һаман да үҙебеҙҙең ҡыҙыбыҙ йырлағанына ышанып етмәйбеҙ. Айгөл бала саҡтан халҡыбыҙҙың “Таштуғай”, “Сыңрау торна”, “Рамай” йырҙарын яратып йырлай торғайны. Айгөл — изге күңелле, ярҙамсыл, шуғалыр ҙа, бәлки, уның эргәһендә тик изге күңелле кешеләр”, – тине йырсының әсәһе Лизиә Миңлерахман ҡыҙы.


Айгөл Әхмәтшина Өфө тамашасыларына рәхмәт белдерҙе һәм проектты хуплағандары өсөн республика Хөкүмәтенә һәм Мәҙәниәт министрлығына, Милли симфоник оркестрға, Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрына, әхирәттәре Флоранс Хворостовскаяға һәм Татьяна Пегановаға рәхмәт һүҙҙәрен еткерҙе. Йырсы әйтеүенсә, уның концертынан килгән гонорар үҙе уҡыған Өфө сәнғәт училищеһына музыка ҡоралдары һатып алыу өсөн күсерелә. Концертта инвалид балалар ҙа бар ине, һуңынан Айгөл үҙенең янына килгән һәр үҫмер менән иҫтәлеккә фотоға төштө.