Бөтә яңылыҡтар

Бер көн эштән арынып

Әбйәлил районында Урал аръяғы мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәренең VI спартакиадаһы уҙҙы.

Фото: Гөлнара Күсәрбаева.
Фото: Гөлнара Күсәрбаева.
Әбйәлил районында Урал аръяғы мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәренең VI спартакиадаһы уҙҙы.
Спартакиада “Экстрим” спорт-туристик фирмаһында ойошторолдо. Ярышта Әбйәлил, Хәйбулла, Учалы, Бөрйән, Баймаҡ, Йылайыр райондары һәм Сибай, Учалы ҡалалары командалары көс һынашты.
Район хакимиәтенең мәҙәниәт бүлеге етәксеһе Ирек Мусин ҡунаҡтарҙы сәләмләп, артабан да сәләмәт тормошто үҙ итеүҙәрен, лайыҡлы еңеүҙәр теләне.


Ярыштар ҡыҙыу, сәмле барҙы. Командалар таҫыллыҡта, мәргәнлектә, көслөлөктә, етеҙлектә һынау тотто. Ярыш төрҙәре буйынса еңеүселәр билдәләнә барҙы. Дөйөм иҫәптә майҙан хужалары – әбйәлилдәр беренселекте бирмәне. Икенсе урынды иһә – Учалы ҡалаһы, өсөнсөнө Хәйбулла командалары бүлеште.
Еңеүселәр һәм призерҙар спартакиада кубогына лайыҡ булды. Бөтә ҡатнашыусыларға ла иҫтәлекле бүләктәр тапшырылды.
Күңелле ярыш табын янында дауам итте: мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре үҙ-ара аралашты, фекер алышты, байрамды йыр-моңға күмде.
Читайте нас: