Башҡорт дәүләт университетының Стәрлетамаҡ филиалында Лидия Игнатенконың “Һуғыш балалары тарихы” китабының икенсе өлөшөнөң исем туйы уҙҙы. Сарала уға ингән геройҙар һәм уларҙың туғандары, студенттар һәм баҫманы сығарыуҙа ярҙамлашҡан кешеләр ҡатнашты.
– Бөгөнгө сара йәш быуын, студенттар Бөйөк Ватан һуғышы тураһында ошо ваҡиғалар шаһиттарының үҙҙәренән белһен өсөн уҙғарыла, – тине филиал директоры Алексей Ковальский.
Стәрлетамаҡ ҡалаһы хакимиәте башлығы урынбаҫары Альберт Шәйхетдинов сығышында, йылдан-йыл ветерандарҙың һәм һуғыш балаларының кәмей барыуын билдәләп, уларҙың Бөйөк Еңеүҙе яҡынайтыуға индергән өлөшөн бер ваҡытта ла онотмаҫҡа саҡырҙы.
Лидия Ивановна китапҡа мәғлүмәт йыйғанда ҡалалағы предприятиеларҙың һәм учреждениеларҙың музейҙарында, ветерандар советтарында була. Уның тырышлығы һөҙөмтәһендә һуғышты үҙ иңендә татығандар хаҡындағы иллеләгән тарих аҡҡа теркәлгән.
“Һуғыш балалары тарихы” китабының беренсе өлөшө 2015 йылда донъя күргән. Шул саҡта Стәрлетамаҡта һуғыш балаларына һәйкәл асыла. Унда Лидия Ивановна сығыш яһап, был йүнәлештә эште дауам итәсәген белдерә һәм һүҙендә тора.