Бөтә яңылыҡтар

Ул бейеүселәрҙән көнләшә

Юғарыраҡ маҡсат ҡуйған һайын үҫешәһең.

Юғарыраҡ маҡсат ҡуйған һайын үҫешәһең.


Башҡортостандың атҡаҙанған артисы, Салауат башҡорт дәүләт драма театры актеры Фәтих Ҡолһарин менән тиҙ генә осраша алманыҡ. Йә гастролгә киткән булалар, йә тирләп-бешеп яңы спектакль әҙерләйҙәр. Шулай ҙа буш ваҡыт табып, бер көндө ул үҙе редакцияға килеп керҙе.


–Тыуған көнөң алдынан осрашҡанда, Пермь өлкәһенә китергә тора инегеҙ, Фәтих. Гастролдәрҙән нисек йөрөп ҡайттығыҙ?

– Сәфәребеҙ уңышлы булды: Пермь өлкәһенең милләттәш­тә­ребеҙ йәшәгән Барҙы районы үҙәгендә, Көйәҙе, Үрге Тәтешле ауылдарында спектаклдәр ҡуйҙыҡ. Тамашасылар сығыш­тарыбыҙҙы йылы ҡабул итте. Ауыл халҡының саф күңелле, ихлас булыуы ҡыуандыра.
– Ауыл тигәндән, һеҙҙең Түбәнге Аллағыуат ауылы әллә ни ҙур булмаһа ла, унан байтаҡ билдәле кеше сыҡҡан.

– Ысынлап та, Рәсәйҙең Дәү­ләт Думаһы депутаты Рәмзил Ишһарин, Башҡортостандың Дәү­ләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты Гөлнур Ҡолһарина, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты рәйесе Данир Ғәйнуллин, Башҡортостан телевидениеһының “Тамыр” балалар-үҫмерҙәр каналы етәксеһе Гөлназ Ҡолһарина, Башҡорт дәүләт университеты доценты Ирина Ҡолһарина — барыһы ла беҙҙең ауылдан. Әйткәндәй, Ирина менән Гөлнур Ҡолһариналар — фән эшмәкәрҙәре.
Ашҡаҙар буйының йәмле тәбиғәте лә йоғонто яһағандыр инде, атай-әсәйҙәребеҙ дөрөҫ тәрбиә биргәндер, моғайын.
– Һиндә лә артист булыу теләген атай-әсәйең уяттымы?

– Дөрөҫөн генә әйткәндә, мин артист булырмын тип башыма ла килтермәнем. Хәйер, үҙемде белгәндән бирле гармунда уйнай инем. Алты йәш­тәр тирәһендә ныҡышып әсәйемдән алдырҙым, исеме “Кубань” ине уның. Аҙаҡ, үҫә төшкәс, “Беларусь” исемлеһе лә булды.
Гармунда иртә уйнарға өйрән­гән шикелле, уҡырға ла алты йә­шемдә барҙым. Апай­ҙарым бары­һы ла һабаҡ­ҡа йөрөгәс, минең дә уҡығым килгәндер инде, мәк­тәпкә барып: “Уҡырға алығыҙ, ҡартаям бит инде”, – тип ила­ғаным хәтерҙә. Үҙемдән бер йәшкә өлкәндәр менән уҡыным.
– Гармун уйнағас, мәктәптә ойошторолған барлыҡ сара­­ларҙа ла ҡатнашҡанһыңдыр әле?

– Беҙҙә яңы мәктәп төҙөгәй­неләр, унда музыка уҡытыусыһы Флүр Ильясов директор булды. Бер үк ваҡытта географиянан да уҡытты. Ана шул Флүр Әсҡәт улы беҙҙе үҙешмәкәрҙәр конкурстарына йыш йөрөттө. Музыка ҡоралдары ла күп ине мәктәптә. Мин шул ваҡыт баянда уйнарға ла өйрәнеп алдым.
Һигеҙенсе класты тамамлағас, барлыҡ малайҙарҙы ла ауыл һөнәрселек техник училищеһына ебәрҙеләр. Ни эшләп улай бул­ғандыр ул, хәҙер үҙем дә аптырайым. Күрәһең, райондан шундай күрһәтмә килгәндер инде. Ә мин Өфөләге музыка-педагогия училищеһының баян класына барып керҙем. Һуңғы курсты тамам­лаған йылда “Өфө дәүләт сәнғәт институтында Салауат башҡорт дәүләт драма театрына актерҙар әҙерләү өсөн Гөлли Мөбәрәкова студия йыя икән” тигән хәбәрҙе ишетеп, шунда юлландым.
Училищела уҡығанда театр­ҙар­ға йыш йөрөй инем, Фидан Ға­фа­ров, Нурия Ирсаевалар беҙ­ҙең өсөн кумир булды. Әммә СССР-ҙың халыҡ артисы, Салауат Юлаев исемен­дәге дәүләт пре­мия­һы лауреаты Гөл­ли Арыҫ­лан ҡыҙы Мөбә­рә­ко­ва — күп­тәр өсөн буй ет­мәҫ­лек юғарылыҡ! Әле ошо йәшемә еткәс уйлап ҡуям: ул ва­ҡытта нисек йөрәгем етеп уның сту­дияһына уҡырға барғанмындыр?
– Ҙур сәхнәлә уйнауыңа ла хәҙер ике тиҫтәнән ашыу ваҡыт үткән. Үҙеңде ысын оҫта тип әйтә алаһыңмы?

– Яңыраҡ барыбыҙ ҙа яратып ҡараған “Мөхәббәт һәм күгәрсен­дәр” фильмында төп ролде уйнаған Александр Михайловтың интервьюһын тыңларға насип булды. Хатта ул да үҙен ысын оҫта тип әйтергә баҙнат итмәй. Сөнки театрҙың бөйөк­лөгөн кем баһалаған да актерҙың оҫта­лығын кем ниндәй бизмәнгә һалып үл­сәгән? Улар икеһе лә — сикһеҙ, баһалап булмай торған төшөнсә, минеңсә.
– Мин-минлек, үҙҙәрен йон­доҙ итеп тойоу башлыса артис­тар өсөн хас сифаттар шикелле? Үҙен саманан тыш бөйөк итеп тойорға тырышыу ижад кешеһен рухи ғына түгел, физик яҡтан да яныуға алып килмәйме?

– Был сифаттар артистарға ғына түгел, барлыҡ әҙәм бала­һына хастыр. Ләкин сәхнә кеше­ләре, ғөмүмән, ижадсылар тормошо барыһының да күҙ алдында бит.
Йыш ҡына әле быуыны ла нығынып бөтмәгән артисты ниндәйҙер уңыштары өсөн күккә күтәреп маҡтайҙар, исемен телевидение тапшырыуҙарында яңғыраталар, фотоһүрәтен гәзит биттәренән төшөрмәйҙәр. Шундай ваҡытта, ысынлап та, тормош тәжрибәһе булмаған, характеры нығынып етмәгән, психикаһы тулыһынса формалашмаған кешенең һыныуы ихтимал. Ижади көрсөктө һәр актер ҙа кисергәне барҙыр. Уны кемдер күңеле менән аңлап ҡабул итә, үҙенең эске хис-тойғоһона баһа бирә, һығымталар яһай. Икенсе берәүҙең, мәҫәлән, мин мин икән, мин кем икән, тип морон күтәреүе ихтимал.
– Асыҡтан-асыҡ һөйләшә­беҙ, шуға күрә, һинең үҙең ме­нән дә ундай хәл булманымы, Фәтих, тип һорарға батырсы­лыҡ итәм әле.

– Йәшермәйем, ниндәйҙер бер мәлдә минең менән дә булды ундай хәл, сөнки самаһыҙ маҡтаған­дарын да ишетергә тура килде. Ижадыма юғары баһа ла ҡуйҙы­лар. Бындай ваҡытта, бая әйткә­немсә, бәй, минән дә шәп кеше юҡ икән дә, тигәнерәк уйҙар килә башлай күңелгә. Ә тойғо эске ма­терияңа бер үтеп инһә, ифрат ҡурҡыныс ул. Ҡабара, таша, күҙҙе томалай, зиһенде ағыулай. Ба­тырҙы ла маҡтап еңергә була, тип юҡҡа әйтмәгәндәр бит. Бына ошондай ваҡытта һалҡын ҡанлы­лыҡ кәрәк, үҙеңә, үҙеңдең баш­ҡарған холоҡ-фиғелдәреңә дөрөҫ баһа биреү, анализ талап ителә.
– Ғөмүмән, ижад кешеһе даими уйланыуҙа, бәхәстә булыр­ға тейештер. Драматургия үҙе үк шул конфликттар теҙмәһе түгелме ни?

– Пьесаны уҡыған саҡ­та мин тәүҙә уның ана шул яғы­на иғтибар итәм. Матур тел менән яҙылған әҫәрҙәр була, ваҡиғалар ҙа тетрән­дерерлек һымаҡ, диалогтар ҙа дөрөҫ тө­ҙөлгән, әммә нимә­лер етмәй. Ә ҡайһы берҙә ҡулға шундай пьеса килеп эләгә — баш­көллө шунда инеп ки­тәһең. Ундағы персонаждар ҙа — ябай ғына ауыл кешеләре, әбей менән бабай йәки ғүмер буйы бер урынға ерегеп йәшәгән ир менән ҡатын, ә характерҙар иҫ киткес, образдар бай. Улар ябай ғына деталдәр аша тормош, донъя кимәлендәге пробле­ма­ларҙы күтәрә, кешелекте борсо­ған мәңгелек һорауҙарға яуап эҙләй.
– Үҙең әйткәнсә, ниндәйҙер сәбәптәр арҡаһында бөтөнләй эшкә ашмаҫ әҫәрҙәргә лә тото­норға тура киләлер. Мәҫәлән, пьеса авторы менән режиссер дуҫтар, ти. Шундай ваҡытта үҙеңдең позицияңа, тормошҡа ҡарашыңа ҡаршы килеп уйнарға тура киләме?

– Был әҫәрҙең буш икәнен күрәһең, күңелең менән тояһың, әммә режиссер ныҡышып ҡуйырға тырыша. Бәлки, ул был ерлекте үҙенсә күрәлер, үҙенсә аңлайҙыр. Унан тап бөгөнгө талаптарға яуап бирерҙәй спектакль килеп сығырына ышаналыр. Режиссер ҙа ижад кешеһе бит. Драматург та үҙенең граж­данлыҡ позицияһынан сығып яҙған. Драматург, режиссер, актер араһында ла конфликтһыҙ булмай. Әҫәрҙе сәхнәгә сығарғансы эҙләнәһең, шикләнәһең, икеләнә­һең. Тамашасы быны нисек ҡабул итер икән, тип уйланаһың.
– Үҙеңдә лә режиссерлыҡ шөғөлөнә тотоноу теләге уян­ғаны юҡмы? Их, әгәр теге йәки был әҫәрҙе ҡуйһам, икенсерәк, яҡшыраҡ эшләр инем тигән уй тыумай ҡалмайҙыр, моғайын?

– Кем әйтмешләй, һәр һалдат­тың генерал булғыһы килә. Шулай һәр актерҙың да режиссер булғыһы киләлер. Мин дә ул турала уйлағаным бар, хатта бер-ике тапҡыр ынтылып та ҡуйғайным, ләкин төрлө сәбәптәр арҡаһында был уйымдан кире сигенергә тура килде. Был хыялым да бер килеп тормошҡа ашыр әле.
– Һин — Башҡортостанда ғына түгел, Татарстан, Ҡаҙағ­с­тан сәхнәләрендә лә уйнаған кеше, гастролдәр менән сит илдәргә лә сығаһығыҙ. Ә бына республикабыҙҙың иң мәшһүр Башҡорт дәүләт академия драма театрына эшкә китергә ти­гән уй тыумаймы? Унда, мо­ғайын, ҡасандыр бергә уҡы­ған, сәхнә серҙә­ренә бергә өйрән­гән курсташтарың эшләйҙер. Уларға көнләшеп ҡарау юҡмы?

– Һәр кешелә алға, юғарыраҡ бейек­лек­тәр яуларға ынтылыш була. Минең дә Уильям Шекспир, Бертольд Брехт, Антон Чехов кеүек донъяға билдәле драматургтарҙың пьесаларында уйнау, ҡатмарлы, күп яҡлы образдар өҫтөндә эшләү теләге бар. Унһыҙ булмай ҙа, сөнки юғарыраҡ маҡсат ҡуйған һайын актер ҙа үҫешә, камиллаша. Бығаса үҙе лә белмәгән яңы ижади мөмкинлектәрен аса. Мәшһүр Башҡорт дәүләт академия драма театрында эшләргә теләгем юҡ тиһәм, мин үҙ-үҙемде алдар инем.
Былай минән матурыраҡ, байыраҡ, уңышлыраҡ йәшәгән кешеләргә көнләшеп ҡарамайым, ә бына ижади яҡтан ул тойғо бар. Бер шулай Төркиәлә фестивалдә булдыҡ. Сара һуңында төрлө илдәрҙән килгән артистар рәхәт­ләнеп бейей. Их, мин дә шулар кеүек бейей белһәм, өҙҙөрөр инем хәҙер үҙебеҙҙең башҡорт бейеүен, тип көнләшеп торғанымды һаман онотмайым.



Салауат ҡалаһы.
Читайте нас: