Бөтә яңылыҡтар

“Ҡалдырма, әсәй!” – сыуаш телендә

Талантлы йәш яҙыусы, Шәйехзада Бабич исемендәге республика йәштәр премияһы лауреаты Айгиз Баймөхәмәтовтың “Ҡалдырма, әсәй!” китабын хәҙер сыуаш дуҫтарыбыҙ ҙа үҙ телендә рәхәтләнеп уҡый аласаҡ.

Фото авторҙың социаль селтәрҙәге сәхифәһенән алынды.

Ошо көндәрҙә Сыуаш дәүләт китап нәшриәтендә башҡорт әҙибенең әҫәре сыуаш телендә донъя күрҙе. “Ан парах, анне!” тип атала ул.

Әҫәрҙе "Хыпар" нәшриәт йорто директоры урынбаҫары Дмитрий Миосеев тәржемә иткән. “Талантлы дуҫыма ҙур рәхмәт!” – ти автор.
Читайте нас: